Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » "Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?"

Йылайыр районында йәшәгән уҡытыусы-блогер Зөлфирә Таһированан ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ

"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?"

Баҡсаларығыҙҙа ҡыярҙарығыҙ тәгәрәшеп ятамы? Уларҙы ни эшләтергә белмәһәгеҙ, Зөлфирә Таһирова өйрәткәнсә тоҙлап ҡарағыҙ әле.

"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы? Минең дә көндәр шулай үтә. Ҡыярҙар ярышҡа сыҡҡан кеүек ай үҫәһен көн үҫә.

Быйыл Миңзифа бикәсем бер рецепт өйрәткәйне, еп-еңел генә, тиҙ генә, үҙе еңелсә тоҙланған була, тип. Шуның буйынса тоҙланым ҡыярҙарҙы. Ике банкаһын асып ашаныҡ инде. Балаларға ла, үҙебеҙгә лә оҡшаны.

Кемгә нисек инде, һәр кем үҙе өйрәнгәнсә эшләй. Былай мин ялҡауға килеште. Бер сәғәт эсендә һигеҙ-туғыҙ банка тоҙлай ҙа ҡуяһың.  Уның араһына кишер, помидор, ҡабаҡ та тыҡҡысланым. Матус ҡына булдылар!

Хәҙер һеҙгә лә яҙам, ҡыш көнө тик ятҡансы тоҙло ҡыяр сәйнәп ятырбыҙ. Ул яп-ялтыр көйө генә һаҡлана, буҙармай ҙа, ағармай ҙа, атылмай ҙа.

Ҡыярҙарҙы матур итеп йыуып, ике яҡ осон ҡырҡып, 1-2 сәғәткә һалҡын һыуға һалып торабыҙ. Шунан табаҡҡа йәки кәстрүлгә, ҡайҙа һеҙгә уңайлы, ике-өс шешә 9 процентлы уксус ҡоябыҙ. Шуны плитәгә ултыртабыҙ, йылымыс булғас, ҡыярҙарҙы шунда һалабыҙ. Әйләндереп-әйләндереп торабыҙ, төҫтәре үҙгәргәнсе генә һалабыҙ ҙа кире алабыҙ.

Стерилләнгән банка төбөнә укроп, һарымһаҡ һалабыҙ (мөмкин ҡарағат япраҡтары, нимә яратаһығыҙ шуны һалырға) һәм ҡыярҙарҙы тултырабыҙ. Һыймаһа, ҡырҡҡылап мөмкин һалырға. Әгәр помидор, кишер, ҡабаҡ һалабыҙ тиһәгеҙ, шулай уҡ саҡ ҡына уксуста тотоп алырға кәрәк.

Банка ҡыяр менән тулғас, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ ҙа өҫтөнә таҙа ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм бөттө! Стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Был сама өс литрлы банкаларға иҫәпләнгән. Литр ярымлыҡ банкаға 1 сәй ҡалағы өймәләм тоҙ, 2 сәй ҡалағы өймәләм шәкәр һалдым.

Ә теге табаҡтағы уксусты кире һауыттарына ҡойоп алабыҙ, артабан ҡулланырға мөмкин. Мин шулай эшләнем. Оҡшаны. Мыртылдап ҡына тора, еңелсә тоҙланған ғына. Имен-һау ашарға насип булһын, ризыҡҡа яҙһын!"- тип яҙған Зөлфирә Таһирова.

Ә һеҙ ҡыярҙы нисек тоҙлайһығыҙ?

Фото һәм сығанаҡ: Зөлфирә Таһирова.



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7