Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Беҙҙең халыҡ ҡыяр ярата. Әммә һауа торошо килделе-киттеле булғанда уны нисек үҫтереп алырға? Көндәр тәүҙә йылытты, унан һалҡындар булды, артабан ямғырҙар башланды...

Яҡшы уңыш алыр өсөн үрсетмәләрҙе яҡшы ашларға кәрәк. Халыҡ "Ҡыяр тиреҫ һәм һыу ярата" ти. Әйҙә ергә тиреҫ ҡатламы түшәп, һыу һип тә мул уңыш ал... Әммә тағы бер шарт мөһим – һауа температураһы. Ҡыярҙың нормаль үҫеше һәм уңыш биреүе өсөн тирә-яҡ мөхиттең һауа температураһы +25...+29 градус тәшкил итергә, өҫтәүенә төнгө һәм көндөҙгө температуралар айырмаһы +8... +10 градустан артмаҫҡа тейеш. Әгәр был өс шарт та бер-береһенә тап килһә, юғары уңыш көтөгөҙ.
Һауа температураһы +17 градустан түбән төшһә, ҡыяр үҫеүҙән туҡтай, ә +12 градуста һабаҡтары серей башлай һәм үҫемлектәр үлә. Шуға күрә һалҡын йәйҙә һауа торошо аномалияларын йомшартырға һәм уңышты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән саралар күрергә кәрәк.
Иң мөһиме - төньяҡ төбәктәр өсөн иң яҡшы сорттарға иғтибар итергә. Илебеҙҙең һалҡын климатын иҫәпкә алып, ватан ғалимдары һәм селекционерҙары һыуыҡҡа сыҙамлы ҡыярҙың бик күп сорттарын һәм гибридтарын сығарған, улар иң насар йәйҙә лә юғары уңыш бирә.
Был ҡыярҙар температураның ваҡытлыса +5 градусҡа тиклем түбәнәйеүендә лә үҫеүен дауам итә ала. Улар бәшмәк ауырыуҙарына, шул иҫәптән фитофторозға ла ныҡ сыҙамлы. Иң тотороҡлолары – F1 маркалы гибридтар. Был ҡыярҙар температура һәм баҫымдың үҙгәреүен, шулай уҡ ҡояш яҡтылығының оҙаҡ ваҡыт булмауын еңел кисерә.
Әлбиттә, урын яҡшылап әҙерләнгән булырға тейеш. Тиҙәк менән тупраҡҡа икешәр аш ҡалағы суперфосфат һәм калий сульфаты, шулай уҡ ярты биҙрә ағас көлө өҫтәлгән булһа - яҡшы. Түтәлдәрҙе ҡаплағыс ҡара спанбонд ҡулланыу ҙа отошло. Йылыны ла тота, ҡый үләндәренә лә үҫергә мөмкинлек бирмәй.
Ә инде ҡыяр сәселгәс, нимәләр эшләргә?
Беренсе - дөрөҫ ашларға. Иң яҡшыһы - тауыҡ тиҙәге, унда файҙалы микроэлементтар, азот һәм калий бар. Сөнки азот етешмәү ҡыярға бик зарарлы. Әммә уны ҡулланғанда тауыҡ тиҙәгенән ашлама концентрацияһы һыйыр тиҙәгенекенә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк булырға тейешлеген онотмағыҙ (1:20). Һалҡын йәйҙә ошо ашламаны +40 градус йылылыҡҡа еткереп, уға ике аш ҡалағы калимагнезия һәм 3 аш ҡалағы фосфор оно, шулай уҡ 10 литр иретмәгә ике литр ағас көлө өҫтәргә. 10 көнгә бер тапҡыр, тәүҙә етерлек йылы таҙа һыу ҡойғас, һәр төптө икешәр литр ошо иретмә менән ашларға.
Ныҡ һалҡын көндәрҙә ҡыярҙы аҙнаһына бер тапҡыр шәкәрле һыу менән һуғарырға кәрәк (бер төпкә - 10 литр һыуға бер стакан шәкәр һалып). Бынан тыш, аҙнаһына бер тапҡыр һыуыҡҡа сыҙамлы ҡыярҙы гәрәбә кислотаһы иретмәһе менән һуғарығыҙ (бер грамм кислотаны 10 литр һыуҙа иретегеҙ һәм бер үҫемлек өсөн 10 литр иретмә ҡулланығыҙ).
Бынан тыш, пульверизатор аша япраҡтарҙы ашларға була, сөнки һалҡында ҡыярҙың тамырҙары эшләүҙән туҡтай. Үҫемлек япраҡ аша туҡлыҡлы матдәләр алып үҫешә ала. Быны өс-дүрт көнгә бер башҡарырға мөмкин.
Өҫтәп, стимуляторҙар ҡулланырға була. Һәм, әлбиттә, һыуыҡ һыу һипмәҫкә. Уңыш аҙ һәм әсе булыр.
Автор фотоһы.
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......
Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш 06.10.2026 // Баҡса
Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Ошолай эшләгәндә еҫе өйгә таралмай, ......
Помидорҙы һыуытҡысҡа һалмайым... 06.10.2026 // Баҡса
Был ысулдар йәшелсәне Яңы йылға тиклем һаҡлау мөмкинлеге бирә....
Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт! 02.10.2026 // Баҡса
Өй сәскәләрендәге ваҡ бөжәктәрҙән һәм сереүҙән нисек ҡотолорға? Шәп ысул тәҡдим итәбеҙ, үҙегеҙгә ......
Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай 01.10.2026 // Баҡса
Бөтә нәмәне лә туңдырғысҡа ташлап, ҡышын ашағы килә лә бит. Тик, булмай!...
Ҡышын өйҙә һуғанды нисек һаҡларға? 30.09.2026 // Баҡса
Бүлмә шарттарында һаҡлау өсөн ҡоро, сереү һәм йәрәхәт билдәләре булмаған, яҡшы өлгөргән һуғандарҙы ......
Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә 28.09.2026 // Баҡса
Стресс ваҡытында улар хатта үҙҙәренсә сигнал ебәрә икән......