Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
"Минең чурчхелам абхаздарҙыҡынан да, төрөктәрҙекенән дә тәмлерәк килеп сыҡты. Уларҙыҡы ҡатҡан була икән. Уйлап ултырам әле: чурчхела тип әйтеүе бигерәк яйһыҙ, ниндәй башҡортса исем бирергә була икән был ризыҡҡа?" - ти ул. Һеҙ нимә тәҡдим итерһегеҙ?

Әбйәлил районында йәшәгән Рәхимә Мусинаның белмәгән эше юҡ: әле ул күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр эшләй йә булмаһа ҡаҡ ҡоя, әле килеп чурчхела эшләп ҡараған. Уның яҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
"Был әйтеүгә ауыр тәмлекәстең исемен быйыл, үҙем эшләй башлағас ҡына иҫтә ҡалдырҙым әле: ЧУРЧХЕЛА. Тәүге тапҡыр 2018 йылда Абхазияға барғанда ауыҙ иткәйнем. Бөтә туристарҙың да күстәнәскә яратып һатып алған ризығы тип уйлайым. Матур итеп, күҙ ҡыҙҙырып, урам тултырып элеп бөтәләр бит инде уларҙы.
Аҙаҡ үҙем эшләп ҡарарға ҡыҙығып, интернеттан рецебын да өйрәнгәйнем, тик сәтләүектәрҙе епкә теҙеп элеп, өҫтөнән ҡат-ҡат һут ҡойоп ултырыу мәшәҡәтенән ҡасып тотонманым. Быйыл башымда чурчхеланы киптергескә йәйеп һалып эшләү идеяһы тыуҙы. Үҙенә күрә бер "ялҡау чурчхела" килеп сыҡты.
Эшләп ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ. Уның өсөн магазин һуты (сок), хатта һөт тә бара, шуға ҡыш буйы эшләп ашарға була. Мин һутты баҡса еләгенән үҙем яһаным. Бер кило еләккә бер литр һыу ҡойоп ҡайнаттым да һөҙөп алдым.
Рецебы шундай: бер литр һутҡа 100 грамм кукуруз крахмалы йә юғары сортлы он, 200 мл һыу, шәкәр (үҙең теләгәнсә), 200 грамм сәтләүек алаһың.
Һутты кәстрүлгә ҡойоп ныҡ итеп эҫетәһең, уға алдан һыуға иҙеп әҙерләгән крахмалды (шәкәр ҙә шунда була) ҡояһың да болғай-болғай кисель хәленә еткерәһең. Хәҙер алдан ваҡлап ҡуйылған сәтләүекте өҫтәп болғатаһың да, утты һүндереп, 15-20 минут тирәһе массаның һыуына биреүен көтәһең. Инде батмустарға ҡойоп, киптергескә (духовкаға) оҙатһаң да була. Чурчхела ҡаҡҡа ҡарағанда тиҙерәк кибә (4-5 сәғәт тирәһе).
Минең чурчхелам абхаздарҙыҡынан да, төрөктәрҙекенән дә тәмлерәк килеп сыҡты. Уларҙыҡы ҡатҡан була икән. Эшләгән ыңғайы тәмле, ята бирһә ҡата башлай, тәме ҡайтышлана. Бешеренеү ҡағыҙына төрөп һаҡларға кәрәк.
Уйлап ултырам әле: чурчхела тип әйтеүе бигерәк яйһыҙ, ниндәй башҡортса исем бирергә була икән был ризыҡҡа?" - тип яҙған Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙы.
Ә һеҙ был тәмлекәскә ниндәй исем бирер инегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ әле.
Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......