Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Яратҡан шөғөлө килем дә килтерә

"Йәйҙең йәме - сәскәләрҙә" конкурсының киләһе ҡатнашыусыһы - ‎Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан Люция Миңлемөхәмәтова менән таныштырабыҙ.

Яратҡан шөғөлө килем дә килтерә

Люция Миңлемөхәмәтова - сәскә үҫтереүҙән күңеленә йәм, тәм, ҡәнәғәтлек тойғоһо ғына алмай, ә уны килем сығанағы итә белгән булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе.

Люция Радик ҡыҙы оҙаҡ йылдар һөнәре буйынса район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, район, Үрге Йәркәй ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй.

‎ ‎- Үҙ йортобоҙ менән йәшәгәс, биләмәбеҙ ҙур булғас, йәш саҡтан уҡ сәскә, йәшелсә үҫентеләрен үҫтерә инем. Был мауыҡтырғыс эш үҙенә арбаны, тиһәң дә була, - тип һөйләй ул. – Йылдан-йыл күберәк үҫтергәс, артҡанын һата башланым, ә 2018 йылда эшебеҙҙе рәсмиләштерҙек.

Был шөғөл күп энергия һәм ваҡыт талап иткәс, 2023 йылда эштән китергә, үҙемде тулыһынса баҡсасылыҡҡа бағышларға булдым. Ғаиләм минең был ҡарарымды хупланы һәм бергәләп, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Тормош иптәшем Рәсил Адал улы, улдарым Шамил һәм Мансур - минең терәгем һәм ярҙамсыларым, һәр эште кәңәшләшеп, бергәләшеп башҡарабыҙ. ‎ ‎

Люция Радик ҡыҙы әйтеүенсә, тәүге йылда тәжрибә етеңкерәмәүе үҙенекен итә – үҫентеләрҙең күбеһе һәләк була. Әммә Миңлемөхәмәтовтарҙы был уңышһыҙлыҡ сәмләндерә генә – интернет селтәрендә өҫтәмә мәғлүмәт туплап, башҡа баҡсасыларҙың тәжрибәһен үҙләштереп, үҫентеләрҙе дөрөҫ итеп тәрбиәләргә өйрәнәләр. Хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең башҡаларға өләшерлек белем-тәжрибәләре тупланған.

Люция Миңлемөхәмәтова күпләп петуния, астра, бәрхәт, сальвия, лобелия, виола кеүек сәскә үҫентеләре үҫтерә.

‎ – Көслө үҫентеләр үҫтереү өсөн тәү сиратта орлоҡто дөрөҫ итеп һайлау мөһим – һыналған интернет-магазиндарҙан сифатлыларын ғына алабыҙ. Шулай уҡ баҡса тупрағын ҡулланыу ҙа дөрөҫ түгел – магазиндан махсус ҡатнашма һатып алабыҙ. Һуңынан, үҫентеләрҙе айырым ултыртҡанда иһә баҡса тупрағын да файҙаланабыҙ - уны магазин ҡатнашмаһы менән 2:1 иҫәбендә бетон бутаусы ҡоролма ярҙамында бутайбыҙ һәм үҫентеләрҙе шунда ултыртабыҙ. Сәскәндән һуң орлоҡтарҙы фунгицид менән эшкәртәм. Артабан иһә полиэтилен менән ҡаплап ҡуям да көн һайын асып елләтеп торам. Кемдер орлоҡтарҙы сыныҡтыра, мин иһә эште улай уҡ ҡатмарлаштырмайым. Ай календарын да күҙәтмәйем. Миңә ҡалһа, үҫентеләр менән эшләгәндә иң мөһиме - яҡшы кәйеф, сөнки һөйөү-наҙҙы үҫентеләр ҙә яҡшы тоя. ‎

Июнь аҙаҡтарына тиклем Башҡортостан ғына түгел, күрше Татарстан буйлап йөрөп, баҙарҙарҙа, йәрминкәләрҙә сауҙа итә Миңлемөхәмәтовтар. Шулай итеп, йәй урталарында тиерлек миҙгелде тамамлайҙар ҙа, бер-ике айҙан киләһе йылға әҙерлекте башлай Илеш уңғандары – августа ер еләге үҫентеләрен һата башлайҙар, ә сентябрҙә дельфиниум, примула, прострела, аубреция, камнеломка, лаванда, армерия, ҡәнәфер, монарда кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙе ултырталар.

Ихтыяж тәҡдим тыуҙыра тиҙәр – һатып алыусыларҙың һорауы буйынса Миңлөмәхмәтовтар шулай уҡ көҙҙән ҡарағат, ҡурай еләге, рауза, гортензия үҫентеләрен дә һата. Ә инде ноябрь айында ботаҡтарынан үрсетеү өсөн “инә” петуния ултырталар.

Бына шулай, уңған Миңлемөхәмәтовтарҙа йыл әйләнәһенә эш туҡтамай тиерлек. Илештәр был уңған ғаиләгә ҡарап һоҡлана, ә күптәр уларҙан өлгө алып, баҡсасылыҡ эшенә тотона. ‎ ‎ ‎ ‎ ‎



Автор: Эльнара Шаймарҙанова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7