Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Илеш районынан тәжрибәле баҡсасы, сәскә үҫтереү оҫтаһы Сулпан Ғайсинаның ябай ғына, әммә һөҙөмтәле кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле.

Илеш баҡсасыһы Сулпан Ғайсина гортензия үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашты.
- Гортензияларға ике аҙна һайын лимон кислотаһы ҡушылған төнәтмә һибәм. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы лимон кислотаһы ҡушып, һәйбәт итеп болғарға. Ошоно һипкәндән һуң, шул көндә калий монофосфаты индерәм. Ул да шул уҡ нисбәттә – 10 литр һыуға бер аш ҡалағы итеп алына. Ни өсөн ошолай эшләргә кәрәк? Сөнки гортензияға тәүҙә әскелт төнәтмә һипмәһәң, ул башҡа файҙалы ашламаларҙы ҡабул ит алмай. Ҡул аҫтында лимон кислотаһы булмаһа, был маҡсатта аш һеркәһе ҡулланырға мөмкин, ул 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нисбәтендә алына.
Ултыртҡан мәлдә тупраҡҡа ылыҫ онтағы, ҡом, тиреҫ, торф һалам. Үҫентегә нисә йәш – шунса ботаҡ ҡалдырыу дөрөҫ була, мәҫәлән, бер йыллыҡ гортензияла – бер, ике йәшлегендә – ике ботаҡ. Биш йылдан ул етерлек көс туплап, ҡыуаҡ кеүек матур төҫ ала һәм эре, сағыу сәскәләре менән ҡыуандыра башлай, - тине Сулпан.
БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ!
Сулпандан тағы бер мөһим кәңәш: ниндәй генә ашлама, төнәтмә булмаһын, уны ҡоро үҫентегә һибергә ярамай. Мотлаҡ алдан һыу һибергә, шунан һуң ғына ашлама индерергә кәрәк. “Ҡурҡмағыҙ, төрлөсә һынап ҡарағыҙ. Сәскә үҫтереү “сир” кеүек, был шөғөлгә бер тотонһаң, унан айырылыу мөмкин түгел”, – ти баҡсасы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......