Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Бер төптән 150 ҡыяр алырһығыҙ!

Бындай ҡыярҙы йыш ултыртмағыҙ. Асыҡ тупраҡта бер квадрат метрға дүрт төп етә.

Бер төптән 150 ҡыяр алырһығыҙ!

Ҡыярҙың ҡыуаҡ кеүек үҫә торған сорттарын ултыртҡанда, аҙ ғына ерҙән дә мул уңыш алып була. 

Әле ҡасан ғына ҡыуаҡ кеүек үҫә торған ҡыяр орлоҡтары яңылыҡ һанала ине. Хәҙер инде ҡыярҙың бәйләмләп уңыш биреүсе сорттары бар. Был төр йәшелсәнең үҙенсәлеге шунда: бер төптән 150-гә тиклем ҡыяр йыйып алырға мөмкин. Шунлыҡтан аҙ майҙанда ла уңыш мул була.

Бәйләмләп уңыш биреүсе ҡыярҙы йыш ултыртмағыҙ. Асыҡ тупраҡта бер квадрат метрға дүрт төп етә. Йәш бөрөләрҙең үҫеше тотҡарланмаһын өсөн өлгөргәнен йыш йыйырға кәрәк. Уңышы мул тип, орлоҡҡа ҡалдырмағыҙ, унда гендар һаҡланмай. Уңыш биргәндә минераль ашлама менән туҡландырығыҙ. Ул булмағанда үләндәр төнәтмәһе лә ярай.Ҡыяр мыйыҡ ебәрһә, еп һуҙып йәки таяҡ ҡуйып, өҫкә үрмәләтергә кәрәк.

Ҡайһы бер баҡсасылар, был сортты алып та, ҡыярҙың уңышы түбән булыуына зарлана. Был осраҡта сорт ғәйепле түгел, ә үҫтереүҙә хаталар булған тигән һүҙ. Бәлки, яҡтылыҡ, йылы етмәгәндер, ел һуғып торған ерҙә үҫкәндер. Ямғырлы йәйҙә бындай йәшелсә асыҡ һауала матур булып үҫмәйәсәк. Ҡыҫыр сәскәләре булмаһын өсөн «Эпин», «Циркон» препараттары менән эшкәртегеҙ. Яҡшы уңыш алыр өсөн һыуҙы мул һибергә, азотлы ашламалар менән бик мауыҡмаҫҡа кәрәк.

Ниндәй сорттары яҡшы?

Теплица өсөн «Мальчик с пальчик», «Младший лейтенант», «Три танкиста», «Марьина роща» сорттары яҡшы. Һабаҡтары йәйелмәйенсә үҫеүсе сорт ултыртҡығыҙ килһә, «Муравей», «Кузнечик», «Козырная карта» сорттарына өҫтөнлөк бирегеҙ. F1 «Желудь», F1 «Капитан» сорттары ла һәйбәт. Температура 15, 16 градусҡа еткәс кенә асыҡ грунтҡа ултыртығыҙ. Теплицаға сәсергә F1 «Балконный», F1 «Карапуз» сорттары бара.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

К. Усманова фотоһы.



Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7