Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Баҡсала әле ниндәй эштәр үтәргә кәрәк?

Бында ниндәй ҡағиҙәләр бар? Март аҙағы-апрель башында беҙҙең төбәктә әле ҡар ята. Әммә йәй яҡшы уңыш алыу өсөн ошо мәлдә ҡайһы бер эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк.Тәҙрә төбөндәге үҫентеләр себенләп китһә, нимә эшләргә? Уларҙан ҡотолоуы еңел түгел. Ваҡ себен үҫентегә һыуҙы артыҡ ҡойоуҙан барлыҡҡа килә. Иң тәүҙә, йәбештереүсе ҡағыҙҙар һалып ҡарарға кәрәк. Шулай уҡ "Актор" йәки "Фитоферм" тигән препараттар менән эшкәртергә була.

Баҡсала әле ниндәй эштәр үтәргә кәрәк?

Апрелдә еләк түтәлдәренә ҡарау кәрәкме?

Тәүҙә уларҙың ниндәй хәлдә икәнен тикшерергә кәрәк. Әгәр ҙә япраҡтар ҡарайһа, йәшелсә ябыу өсөн тәғәйенләнгән махсус аҡ япма менән ябып тороғоҙ. Япма аҫтында йәшел япраҡтар сыға башлаһа, барлыҡ ҡарайған япраҡ һәм һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ, тупрағын йомшартығыҙ һәм япма менән тағы ла ябығыҙ. Яңы япраҡтарҙан "розетка"лар барлыҡҡа килгәс, аммиак селитраһы иретмәһе һибергә. Һауа 5 градустан юғарырыҡ күтәрелгәс, мочевина иретмәһе менән ашларға. Ике төр ашлама ла түбәндәгесә иҫәпләнә: 10 л һыуға 20 г. Ул 2 кв.метр ерҙе эшкәртергә етә. Апрелдә ошо рәүешле барлыҡ еләктәрҙе лә ашлайҙар.

Ҡаты тәбиғәт шарттарына иғтибар итмәй, күп баҡсасылар виноград та үҫтерә. Апрелдә уға тәрбиә кәрәкме, уның һабаҡтарын ҡырҡырға яраймы?

Был мәлдә йөҙөм һабаҡтары терелә, шуға ла уны көҙҙән ҡырҡалар. Апрелдә ҡырҡһаң, һут ағып, йөҙөмдөң бөрөләре ҡояшҡа янасаҡ. Бары тик уның япмаһын алырға ғына кәңәш ителә, сөнки көслө һалҡындар башҡаса булмаясаҡ, ә -3, -4 градус һалҡынды был культура яҡшы кисерә.

Раузаларҙың япмаһын алырға кәрәкме?

Быны яйлап башҡарырға кәрәк. Апрелдә улар урамдағы һауа температураһына күнегә генә әле. Әгәр ҙә япма бер нисә ҡатлы икән, мәҫәлән, башта шыршы ботаҡтары, уның өҫтөнән туҡыма япма икән, уларҙың береһен һәм бер яҡтан - төньяҡтан ғына алығыҙ. Был саҡта ҡояш нуры ботаҡтарҙы яндырмаясаҡ. Тулыһынса япманы алып ташлауҙы болотло көндә башҡарыу ҡулай. Бер юлы ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡырға, ҡороған япраҡтарҙы йыйып ташларға, ҡыуаҡтарҙы 3 процентлы баҡыр купоросы (1 л һыуға 30 г баҡыр купоросы) менән эшкәртергә һәм ҡабаттан ябырға. Майға ҡарай раузаларҙы тулыһынса асырға була.

Үҫемлектәрҙе баҡыр купоросы менән эшкәртеү нимә бирә? Уны нисек дөрөҫ башҡарырға кәрәк?

Баҡыр купоросы ҡоротҡостарҙан һәм бәшмәк сирҙәренән һаҡлай. Ағастарҙы, емеш ҡыуаҡтарын, шулай уҡ декоратив үҫентеләрҙе бөрөләр асылып, япраҡтар күренә башлағансы эшкәртәләр. Бының өсөн 3 процентлы баҡыр купоросы алып, үҙегеҙ ел ыңғайына тороп, ботаҡ һәм олондарға һиптерергә. Ҡара ҡарағат, һырғанаҡ әле үк бөрөләнгән, уларҙы 1 процентлы баҡыр купоросы (1 л һыуға 10 г) менән эшкәртергә ярай.

Түтәлдең әҙерлеген нисек белергә?

Әле беҙҙең төбәк өсөн баҡса асыҡ һауаға нимәлер сәсеү тураһында һүҙ йөрөтөү иртәрәк. Ә былай тупраҡтың әҙерлеген түбәндәгесә тикшерәләр: ергә көрәкте ҡаҙайһың, ул тулыһынса тупраҡҡа инә икән, редис, руккола, петрушка ултыртырға мөмкин.

Апрель ағас ҡырҡыу мәле лә. Бында ниндәй ҡағиҙәләр бар?

Көҙөн барлыҡ культураларҙы ла ҡырҡырға ярамай. Ә бына апрелдә барлыҡ ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ла киҫергә була. Шулай ҙа иртә яҙ сәскә атасаҡ декоратив ҡыуаҡтарға теймәҫкә, юғиһә, улар сәскә атып өлгөрмәйәсәк. Уларҙы сәскә атҡандан һуң ҡырҡалар. Гортензия кеүек йәйҙең икенсе яртыһында сәскә атыусы сәскәләрҙе лә әле ҡырҡалар. Алмағас, груша, сливаны бөрөләр асылғансы ҡырҡып өлгөрөргә кәрәк.

Сығанаҡ: "Һәнәк"

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0