Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Гөлназ Ишемғолова боланут сәйен ошолай әҙерләй
Гөлназ Ишемғолова боланут сәйен ошолай әҙерләй

Гөлназ Ишемғолова боланут сәйен ошолай әҙерләй

"Нимәһе рәхәт булды, ит турағыстан үткәрелгән боланутты күгәрә тип ҡурҡырға ла, духовкаға ҡуйған хәлдә лә, көйөп ҡуйыр тип борсолорға түгел", - ти оҫтабикә. 

"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә фәһемле яҙмалары, төрлө аш-һыу рецепттары менән даими уртаҡлашып барған Гөлназ Ишемғолова боланут сәйен әҙерләү рецебы менән уртаҡлашты. Уның яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, кемгәлер тап ошо рецепт оҡшар. 


"Болануттың (иван-чай) һаулыҡҡа файҙаһы тураһында бик күп мәғлүмәт бирелгән. Төрлө сирҙәрҙән дауа, иммунитетты нығыта, күңел торошон көйләй тип тә яҙалар. Күптән ошо файҙалы сәйҙе эшләргә хыялландым, мәле етмәгән булғандыр, теләгем хыял килеш кенә ҡалды.
Бер нисә көн элгәре ирем бер ҡосаҡ боланутты йыйып кереткәс, хыялымдың, ниһайәт, тормошҡа ашҡанын аңланым һәм әнейем менән эшкә тотондоҡ. Тотондоҡ тип әйтеүе генә анһат, япраҡтарын, сәскәһен генә һыпырып алыуын алдыҡ та, артабан ни эшләтергә?
Интернетта рецепттарҙың шул тиклем күплеге, төрлөлөгө! Нисек итеп эшләргә, ҡайһы рецептты һайларға? Миңә бит инде мәшәҡәтле булһа ла, еңел эшләнә торғаны кәрәк)
Ахырҙа, төрлө рецепттарҙы өйрәнә торғас, бына ошолайтып эшләнек, әлбиттә, дүрт көн ваҡыт китте, әммә ул эш араһында эшләнгәс, оҙаҡлығы ла, мәшәҡәте лә тойолманы. Нимәһе рәхәт булды, ит турағыстан үткәрелгән боланутты күгәрә тип ҡурҡырға ла, духовкаға ҡуйған хәлдә лә көйөп ҡуйыр тип борсолорға түгел.


1. Шулай итеп, болануттың япраҡтарын, сәскәһен (мамыҡҡа әйләнә башлаған ерҙәрен алмағыҙ) полиэтилен мешокка һалдыҡ та, һауаһын сығарғансы баҫҡыслап, мешоктың ауыҙын бәйләп ҡуйҙыҡ. Кис көнө эшләй башлағайныҡ, ятҡанға тиклем әнейем ваҡыты-ваҡыты менән мешоктың ауыҙын асып, ҡамыр баҫҡан һымаҡ баҫҡыслап торҙо.
Ул мешокты асҡандағы тәмле еҫ! Иҫ китерлек!


2. Икенсе көнөнә ваҡыт булыу менән, үләнде ит турағыстан үткәрҙек тә, килеп сыҡҡан массаны таҡтаға йәйеп һалдыҡ. Усым менән баҫҡыслап сыҡтым өҫтөнән. Аҙаҡ веранданың ҡояш төшмәгән еренә сығарып ҡуйҙым.


3. Өсөнсө көн иртүк әнейем духовкала башта бәлеш бешереп алды, аҙаҡ газды һүндергәс, табаға һалынған боланутты ҡыҙыу мейескә ултыртты. Мейес һыуынғансы табаға теймәнек. Аҙаҡ сығарып кире сәйҙе таҡтаға йәйҙек. Ул шулай ҡабаланмай кибергә тейеш. Әйткәндәй, беҙҙең мейестә кирбес ята, ул эҫене оҙаҡ тота.


4. Дүртенсе көндө сәйҙе ике тапҡыр духовкаға ҡуйып алдыҡ. Башта, әлеге лә баяғы, иртүк бәлеш бешергәндән һуң һүндерелгән ҡыҙыу мейестә һыуынғансы тоттоҡ.
Кисенә духовканы бәлешһеҙ генә 10 минут ҡыҙҙырғас, һүндереп, аҙаҡҡы тапҡыр табаны ултыртып алдыҡ.
Һәм йәнә таҡтаға бушатып ял иттергәс, хуш еҫле, бөртөклө, файҙалы сәйҙе банкаға тултырҙым. Банкаға тултырыр алдынан мотлаҡ еҫкәп ҡарағыҙ, тәмле генә кипкән еләк тәме сыға үҙенән. Үәт, шулай!


Әхирәттәр! Аңлата алдыммы икән, боланутты һүндерелгән ҡыҙыу духовкала ғына киптергәнебеҙҙе. Көйөп ҡуймаһын тип, эргәһендә ҡарап йөрөргә кәрәкмәй иң мөһиме", - тип яҙҙы Гөлназ. 
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/club57785596"Мөхәббәтле миҙгел" төркөмө). 



Автор: Гөлдәр Яҡшығолова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә