Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Емеш-йәшелсәләрҙе туңдырып һаҡлау файҙалымы?
Емеш-йәшелсәләрҙе туңдырып һаҡлау файҙалымы?

Емеш-йәшелсәләрҙе туңдырып һаҡлау файҙалымы?

Белгестәр был хаҡта ниндәй фекерҙә?


Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырыр мәл: түтәлдәрҙә тәгәрәшеп йәшелсәләр өлгөргән, алмалар балланған, ҡабаҡтар ҙурайған. Уңған хужабикәләр уларҙы төрлөсә турап, туңдырғыста һаҡлауҙы хуп күрә. Йәшелсә-емештәрҙең ҡайһыһын булһа ла туңдырырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ризыҡтарҙы туңдырып һаҡлау – уларҙағы файҙалы матдәләрҙе, витаминдарҙы юғалтмауҙың иң отошло ысулы.
 


Алманы турап, шыптыр ҡаптарға бүлеп һалырға мөмкин. Туң емеште табала бер аҙ ҡыҙҙырып, һыуын киптереп, аҙ ғына шәкәр өҫтәһәң, бәлеш өсөн тәмле эслек килеп сыға. Бәшмәкте лә шулай һаҡлағыҙ.


Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырһағыҙ, ҡышын ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа булыр.


Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.


Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалырға мөмкин. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай. Әммә уны иретергә ярамай, сөнки былйырап, формаһын юғалтасаҡ.


Йәшел тәмләткестәрҙән укроп, петрушканы турап туңдырһағыҙ, рәхәтләнеп йыл буйына файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ уларҙы киптереп һаҡларға ла була. Ә бына йәшел һуғанды туңдырһаң, уның төҫө үҙгәрә, шуға күрә был осраҡта хужабикә үҙе хәл итә.



Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғаласаҡ. Шунлыҡтан уларҙы пластик һауыттарға йәки ҡаптарға тултырғанда, бер ҡулланыуҙа ғына кәрәклеген хәтерҙән сығармай, самалап һалығыҙ.

Бына шулай, теләк булғанда, һәр нәмәне һаҡсыл ҡулланырға, күпселек ризыҡты, витаминдарын, файҙалы матдәләрен юҡҡа сығармайынса, туңдырып һаҡларға мөмкин.
Фото: телеграм


Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә