Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сейә организм өсөн файҙалымы?
Сейә организм өсөн файҙалымы?

Сейә организм өсөн файҙалымы?

 Баҡтиһәң, уның емешенең һөйәгендә...


Быйыл емеш-еләк иртә өлгөрҙө, әле баҡсаларҙа сейәнең ҡыҙарып бешкән мәле. Күп хужабикәләр уны йыйып ҡайнатма, компот эшләй, ҡайһылары шул килеш туңдырғыста һаҡлай йәки киптерә. Сейә организм өсөн бик файҙалы.
 
Емеше составында шәкәр (17,5 процент), пектин, каротин, В, С, РР витаминдары, фолий кислотаһы һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр бар. Сейәнең япрағы төрлө витаминдарға, ферменттарға, минераль тоҙҙарға һ.б. бай. Уны ҡыуаҡ сәскә атҡан мәлдә йыйыу кәңәш ителә. Киптереү, һаҡлау — ғәҙәттәгесә. Емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы.
 


Сейә япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла.
 


Дауаны әҙерләү: киптереп ваҡланған бер ҡалаҡ сейә япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Аш алдынан көнөнә өс тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
 


Сейә емеше һабаҡтарынан әҙерләнгән ҡайнатма бөйөр ауыртҡанда, эс киткәндә файҙалы. Дауаны әҙерләү: ике балғалаҡ киптерелгән емеш һабаҡтарын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
 


Ҡан баҫымы юғары булған осраҡта ла сейә һуты ярҙам итә. “Уны бер стакан эскәндә, хәлегеҙҙең яҡшырыуын үҙегеҙ ҙә тойорһоғоҙ”, - ти белгестәр.
 
Сейә емешенең һөйәгендә амигдалин тигән көслө ағыу бар. Быны оноторға ярамай.
 


Әйткәндәй, быйыл ҡырҙа ла сейә бар, уны тау битләүҙәрендә, хатта урманда ла йыйырға мөмкин.


Автор фотолары.


Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә? 13.06.2026 // Баҡса

Ҡыяр яҡшы үҫһен өсөн ҡатмарлы препараттар ҡулланыу мотлаҡ түгел. Күп файҙалы саралар һәр ваҡыт ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ!

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ! 11.06.2026 // Баҡса

Бик файҙалы ашлама рецепты менән уртаҡлашабыҙ....

Тотош уҡырға 2

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы 11.06.2026 // Баҡса

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!...

Тотош уҡырға 1

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ 07.06.2026 // Баҡса

Еңел генә әҙерләнә һәм оҙаҡ итеп һаҡлана....

Тотош уҡырға 2

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн 05.06.2026 // Баҡса

Лимон ярҙамға килә. ‎Был ябай кәңәш тураһында сайтта уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 2

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар? 05.06.2026 // Баҡса

Сүп үләндәренән нисек ҡотолоу юлын да белеп ҡуяйыҡ. Баҡса үҫтереү – үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Әллә ......

Тотош уҡырға 5

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле 04.06.2026 // Баҡса

Биҙрәләп уңыш йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәште белергә һәм үтәргә генә кәрәк....

Тотош уҡырға 2

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән 02.06.2026 // Баҡса

Уның төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы. Абруйығыҙ күтәрелер, сабыйығыҙ тыуыр, йәшәреп ......

Тотош уҡырға 2

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә?

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә? 02.06.2026 // Баҡса

Салауат районының баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваның кәңәштәрен уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 3

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе 02.06.2026 // Баҡса

Был сәскә, ысынлап та, баҡса биҙәге. Ә матурлығына өҫтәп хуш еҫе ни тора! Тик һыуҙы ҡыуағы төбөнә ......

Тотош уҡырға 2

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ? 30.05.2026 // Баҡса

Уны ваҡытында өҙөргә кәрәк, уларҙан ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмләткестәр әҙерләйбеҙ. Түбәндә унан паста ......

Тотош уҡырға 1

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға?

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға? 27.05.2026 // Баҡса

Көндәр һыуытып, оҙайлы ямғырҙар килә тиҙәр. Яуа ла башланы инде... Сәскән йәшелсәләрҙе нисек ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә