Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Турғай еләге бешкән
Иң беренселәрҙән булып турғай еләге өлгөрә. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡта уны нисек атайҙар?
Йәйҙең йәме - еләктә, тигәндәй, баҡсаларҙа ғына түгел, ә урман-ҡырҙарҙа ла ҡыҙарышып еләк бешә башланы.
Иң беренселәрҙән булып турғай еләге өлгөрә. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡта уны нисек атайҙар?
Турғай еләге бик файҙалы, әммә йыйыуы еңелдән түгел. Шифалы үҙенсәлектәре һанап бөткөһөҙ. Беренсенән, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ҡандағы холестерин кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә. Организмға кальций етмәгәндә лә кәрәк. Уның емеше генә түгел, япраҡтары, һабағы, тамыры ла бик файҙалы.
Турғай еләге башҡаларынан үҙенең хуш еҫле булыуы менән дә айырылып тора. Составында тимер сливаныҡына ҡарағанда – ике, ә виноградтыҡынан 40 тапҡырға күберәк. Кальций күләме буйынса иһә бөтә еләк-емештәр араһында беренсе урында килә.
Был еләк аскорбин кислотаһына бай булыуы менән дә әһәмиәтле. Яңы өҙөлгән 100 грамм еләктә 120 миллиграмм аскорбин кислотаһы булыуы мөмкин. Әммә С витаминынан тыш, унда В1, В2, РР витаминдары, каротин, фолий кислотаһы ла күп. Микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, пектин матдәләренә бай.
Ул аш эшкәртеү процесын, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләй. Ашҡаҙан, бөйән сей яраһынан, эс ҡатыуҙан, геморройҙан файҙаһы бар. Ашҡаҙан һәм бәүел ҡыуыу юлдары ялҡынһынғанда ошо еләкте файҙаланалар.
Һанай китһәң, уны бик күп ауырыуҙарҙан ҡулланырға мөмкин. Ҡалҡан биҙе сирҙәренә ҡаршы ла, быуындар һыҙлауынан да, бөйөр ауырыуҙарынан да, диабеттан да, анемиянан да, матдәләр алмашыныуы боҙолоуынан да, диатезды, подаграны, циститты дауалағанда ла шифаһы тейә.
Дауаланыу өсөн уның еләгенән, япрағынан, тамырынан төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, еләкте киптереп төнәтмә әҙерләү өсөн уны дүрт ҡалаҡ итеп алып, 500 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ тоторға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә мөмкин.
Яңы өҙөлгән япрағын яраға, ҡырҡылған, һыҙырылған урынға, геморройға ябалар. Киптерелгән һабағынан һәм япраҡтарынан шифалы сәй әҙерләйҙәр. Асыҡланыуынса, турғай еләге япрағы ҡан баҫымын төшөрә, йөрәк тибешен яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә. Ул шәкәр диабетынан, бронхиаль астманан, гастриттан, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан, бауырҙағы, бөйөрҙәге таштарҙан файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 50 грамм үләнгә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, дүрт сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр 150 грамм эсергә.
Был еләктең тамыры дубиль матдәләргә һәм алколоидтарға бай булыуы менән әһәмиәтле. Уның төнәтмәһен организмды, ҡанды таҙартыу өсөн эсәләр. Шулай уҡ бауыр, бөйөр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡаталар. Уны әҙерләү өсөн бер балғалаҡ киптерелгән, ваҡланған еләк тамырына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20-30 минут төнәтергә.
Иң яҡшыһы - турғай еләген йыйып алып ҡайтҡас та уны бәләкәй һауыттарға һалып, туңдырғысҡа һалырға. Ҡыш ашап рәхәтләнерһегеҙ.
Иҫкәрмә. Ҡайын еләге көслө аллерген һанала. Шуға күрә тәндә сабыртма барлыҡҡа килеп, ҡысыта икән, уны ҡулланыуҙы туҡтатырға кәрәк. Күптәр уны ас ҡарынға ҡабул итә алмай. Шуға күрә ҡаймаҡ, һөт ҡушып ашарға кәңәш ителә.
Автор фотоһы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......