Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Ярангөл йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә
Ул шулай уҡ теш һыҙлағанда, юғары ҡан баҫымы ыҙалатҡанда ла килешә.
Күптәрҙең тәҙрә төптәрен йәмләп, йыл әйләнәһенә тиерлек аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл сәскәләргә күмелгән яран гөлө лә – файҙалы үҫемлек. Уны ниндәй осраҡтарҙа, нисек ҡулланырға була?
Һалҡын тейгәндә. Бер литр һыуға 25 грамм яран гөл япраҡтарын һалып, 10 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, ошо һыу менән тамаҡты сайҡатырға.
Тымаулағанда. Яран гөл япраҡтарын алып, ныҡ ҡына итеп ваҡларға, йәғни иҙмә яһарға. Унан инде марля һалып, танау ҡыуышлығына берәр тамсы тамыҙырға.
Юғары ҡан баҫымы йонсотһа. Гөлдөң япраҡтарын ыуғыслап, бер аҙ һутын сығарығыҙ һәм ошо япраҡтарҙы ҡулдың беләҙек кейә торған өлөшөнә уратып ҡуйығыҙ. Уңайлы булһын өсөн бәйләп ҡуйырға ла мөмкин. Был гөл ҡан баҫымын яйлау һәләтенә лә эйә.
Теш һыҙлағанда. Яран гөлдөң япрағын сәйнәп ҡарағыҙ. Ул стафилококк бактерияларын бөтөрә торған бактерицид матдәләр бүлеп сығарып, төрлө ялҡынһыныуҙарҙан һаҡлай.
Тире өсөн. Гөлдөң составындағы эфир майҙары тирегә ыңғай тәьҫир итә, төрлө тимгелдәрҙе бөтөрә, хатта экзема кеүек ауырыуҙарға ҡаршы ла һәйбәт сара һанала. Шулай уҡ яраны зарарһыҙландыра, бешкән, янған тирене тиҙерәк төҙәлтә.
Сәс өсөн. Яран гөл төнәтмәһе сәсте ҡойолоуҙан һаҡлай. Бының өсөн япраҡтарҙы ваҡлап турарға кәрәк. Өс аш ҡалағы ошондай иҙмәнең өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм ҡапҡас ябып, ултыртып тороғоҙ. Йылымыс хәлгә еткәс һөҙөп, йыуылған таҙа сәсегеҙҙе сайҡатығыҙ. Был процедуранан һуң сәсте яңынан сайырға кәрәкмәй, ул шул килеш кибергә тейеш.
Йоҡоһоҙлоҡтан. 10 япраҡты бер стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Йоҡлар алдынан төнәтмәнең өстән бер өлөшөн эсегеҙ.
Автор фотоһы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......