Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Бегонияның 60 төрөн үҫтерә
Оҫта сәскәсе был матур гөлдө үҫтереү серҙәре, файҙалы кәңәштәре менән дә уртаҡлашты.
64 йәшлек Гүзәлиә Хафизованың тәҙрә төптәре күҙҙең яуын алырлыҡ – бында ниндәй генә төҫтәге гөл үҫмәй! Бегонияның ғына 60 төрөн үҫтерә Гүзәлиә апай. Ә хыялы ошо яратҡан сәскәһен 100 төргә еткереү!
Оҫта сәскәсе Татарстандың Күкмара районының Купка ауылында йәшәй. Ул гөл-сәскә үҫтереү серҙәре менән дә ихлас уртаҡлаша.
Күптәр бегонияны нескә, үтә һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән гөл тип иҫәпләй. Ә бына Гүзәлиә апай ундай фекерҙә түгел, “Көйөн тапһаң, көйһөҙ сәскә түгел ул”, - ти.
Беренсенән, бегонияға ҡасан теләйһең, шунда һыу ҡойорға ярамай. Ул өс көнгә бер мәртәбә икешәр ағас ҡалаҡ һибә икән. Һыу йылымыс булырға тейеш. Башта ҡулы менән дымды самалай, сөнки бегонияның төрлөһө бар. Ҡайһы бер сорттары һыуҙы тиҙ генә “эсеп бөтә”. Ҡыҫҡаһы, төбө ныҡ еүеш тә, ҡоро ла булмаһын.
Тәҙрә төбөнөң ҡояш төшкә ҡәҙәр ҡарағанын яраталар. Яҡтылыҡ бер яҡтан ғына төшөп, кәкрәйеп үҫмәһендәр өсөн гөл һауыттарын әйләндергеләп тора.
Ултыртҡан саҡта сауҙа нөктәһендә һатылған әҙер тупраҡ ҡатнашмаһына зәңгәр яҙыулы агробалт, агроперлит ҡуша. Бегонияны бәләкәй һауытҡа ултыртыу яҡшы. Ул бер һауытта биш йыл үҫә ала. Ҙурайған һайын, һауытын да ҙурыраҡҡа алмаштырып барырға. Сәскә атып бөткәс, остарын киҫеп, ҡарт ботаҡтарын яңыртып торорға.
– Ҡыш көнө айына – ике, йәйгеһен аҙна һайын ашлама һибергә кәрәк, – ти Гүзәлиә апай. – Кескенә бегониялар тамырланып, бер аҙ ваҡыт үткәс, «Агрикола» препараты менән ашлыйым. «Здравень», «Фертика люкс» тигәндәрен дә ҡулланам. Сиргә бирешмәһен тип, «Фитоспорин», «Фитоверм» һибеп торам. «Топаз», бет-талпандарға ҡаршы «Оберон рапид» препаратын кәңәш итәм.
Гөл үҫтереү оҫтаһы тәбиғи ашламаларҙы ҡулланыуҙы ла үҙ итә. Мәҫәлән, шыршы менән ҡарағай ылыҫын бер ай араҡыла төнәтеп, шуның бер нисә генә тамсыһын гөлгә һыу ҡойғанда өҫтәп ебәрә.
Сығанаҡ һәм фото: https://vatantat.ru




Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......