Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса
Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Апайымдың үҫентеләренең һабағы ныҡ, уңышы мул була
Ә сере бына нимәлә...
Апайымдың баҡсаһындағы томат, борос үҫентеләре һәр ваҡыт һабағының ныҡлығы, уңышының муллығы менән айырыла. Үҙем ултыртҡан үҫентеләр менән уныҡы ныҡ ҡына айырылғас, бының серен һораштым. Ә сер тигәнем бик ябай булып сыҡты.
Бер литр йылы һыуға 120-130 грамм ҡоро сүпрә (кибеттеке лә бара), ике аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ ҙа яҡшы итеп болғап, 5-6 сәғәткә ҡалдырабыҙ. Артабан ошо ҡатнашманы өс литр йылы һыу менән ҡатнаштырып, тағы яҡшы итеп болғатабыҙ. Үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама әҙер!Ошо ҡатнашманы һәр үҫенте төбөнә бер балғалаҡ ҡойоп сығырға. Томат, боростарығыҙ ҙурая килә, ашлама миҡдарын самалап арттырырға.
Ашламаны ике аҙнаға бер тапҡыр ҡулланырға. Үҫентеләрегеҙҙең тамыры ла, һабағы ла ныҡ булыр, үҫә алмай ултырғандары ла күҙгә күренеп ҡалҡыныр.
Фото: culture.ru
Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса
Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...
Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса
Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......
Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса
Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....
Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса
Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...
Рауза гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ! 09.09.2026 // Баҡса
Уларҙы тамырландырырға мөмкин...
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса
Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......
Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса
Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....
Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса
Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...
Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса
“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......
Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса
Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....
Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса
Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....
Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса
Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......