Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡаҙы тураһында бер нисә һүҙ
Быйыл февралдә телевидениенан ҡаҙы тураһында тапшырыу күрһәттеләр. Ул татар телендә барҙы. Башҡорт ҡаҙыһы тураһында берәү һөйләй, өс егет уға ара-тирә ҡушыла, йөпләй. Алып барыусы “ҡаҙы” һүҙе урынына гел “ҡаҙылыҡ” ти. “Йылҡы ите” урынына “ат ите” тип һөйләй. Шуныһы: мәғлүмәттәре бик һай. Күпселектә ысынбарлыҡҡа тура килмәй.

Бынан алты-һигеҙ йыл элек ҡаҙы тураһында “Башҡортостан” гәзитендә яҙғайным инде. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тигән шикелле, уға тағы туҡталмаҡсымын. Бигерәк тә йәш быуын өсөн был бик кәрәк, юғиһә баштары төрлө ерҙән йыйылған мәғлүмәт менән тулыуы бар.
Ҡаҙы өс төрлө була:
1. Эс майынан (ҡорһаҡ майы) эсәккә тоҙлап тултырылғаны. Тоҙҙан башҡа бер нәмә лә һалынмай, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушылмай.
2. Ҡабырғалы ҡаҙы — ҡабырғалағы ит өҫтөнә үҫкән майҙан яһала. Быныһына әҙерәк ит ҡушып, эсәккә тултыралар. Майы күберәк булған һайын яҡшыраҡ.
3. Ял ҡаҙыһы. Йылҡының ялынан ҡырҡып алалар. Дөрөҫөрәге елкәһендәге ит ҡырҡыла, тарамышынан айырып, эсәккә тултырмайынса ғына бешерәләр. Ҡаҙаҡтар ҙа ҡабырғалы ҡаҙыны эсәккә тултырмай, ҡабырға ите менән бергә бешерә. “Ҡаҙылыҡ” — диалект һүҙе. Ҡайһы яҡта уны хатта “тултырма” ла тиҙәр. Әммә күпселек башҡорттар “ҡаҙы” ти.
Тапшырыуҙа ыҫлау тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡаҙыны ыҫлағандарын күргәнем юҡ, әммә ҡояш төшмәгән урында ҡаҡлағандарын күреп йөрөнөм. Әлбиттә, ыҫланған ҡаҙы ла була. Уны ағас сөрөгөнөң төтөнө менән эшкәртәләр. Теләһә ниндәй ағас менән түгел. Мәҫәлән, ерек яҡшы һанала. Кемгә нисек оҡшай инде быныһы.
Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса “Башҡортостан” гәзитенең көрәш алып барыуы мәғлүм. Был йәһәттән телевидение ла камиллашһын ине. Тик халыҡтың үҙенсәлеген, ғөрөф-ғәҙәтен, аш-һыуын белгән, телде һыу кеүек эскән кеше генә алып барырға тейеш тапшырыуҙы. Нисек инде ҡаҙы эшләү тураһында боҙоп һөйләргә мөмкин? Былай барһа, оҙаҡламай берәйһе урыҫ телендә ҡаҙыны “Казы — это колбаса” тип һөйләмәҫ тимә.
Ҡаҙы йылҡының йәшенә, нисек ашатыуға, ашамлыҡтың сифатына, хужаһының эшлеклелегенә лә бәйле. Йылҡыны һуймаҫтан алда уҡ ниндәйлеген әйтеүселәр була. Бәхәс тә тыуа. Һуғым һуйыу үҙе бер байрамға әйләнә. Һимеҙлеген ҡабырғаға үҫкән майҙың ҡалынлығы менән үлсәйҙәр (ҡорһаҡ тәңгәлендәге май). Бармаҡ менән! Бер иле (“илле” лә тиҙәр), ике иле, өс-дүрт һәм — ая. Биш бармаҡ ҡалынлығына етһә, “биш иле” тип әйтмәйҙәр, ә “бер ая” тиҙәр. Бер илегә етмәһә, “сығанаҡ” ҡаҙыһы була. Йылҡы бик ныҡ һимерһә, һуйған ваҡытта арҡаһына һалғанда ҡабырғаһы майҙы күтәрә алмай һыныуы ла ихтимал (күргәнем бар). Ике йәшлек йылҡы 1–2 иле бирә, 4–5 йәшлектәре — күберәк.
Һуғым малын 40 көндән дә әҙ ашатмайҙар. Алдында яҡшы бесән, һоло, арпа, бойҙай, һәр саҡ һыу булырға тейеш. Киҫәкле тоҙ ҙа ятһын. Иркендә йөрөү ҙә файҙалы. Бәйләп ҡуйып та ашатырға мөмкин. 40 көндә үҙе ауырлыҡ иген ашаһа, йылҡы һимерә. Әгәр ҡаҙы булһын тиһәң, йыбанмай төндә лә тороп аҙыҡ бирергә кәрәк. Айғырға ҡарағанда бейә малының ите тәмлерәк, ун йәште үткән йылҡы ите бик яҡшы булмай.
Сиҙәм үҙләштергән йылдарҙа урыҫ халҡы ла беҙҙең яҡта йылҡы итенең тәмен белеп ҡалды. Марущак исемле бер украин гел генә йылҡы һуя торғайны. Һуйырға башҡорттарҙы саҡыра. Бер башҡорт ял ҡаҙыһын тарамышы менән ҡырҡып алып: “Этим я сапоги шью”, — тип ташлап ебәрә. Марущак күреп ҡала ла: “Я тоже сапоги шью”, — тип барып ала. Был турала мәҙәк итеп һөйләйҙәр.
Кискеһен һуғым итенә йыйылалар. Әлбиттә, эс ҡаҙыһы бешерелә. Эсәктең йыуанлығы малдың йәшенә ҡарап төрлө була, ҡаҙы ла шуға бәйле бит инде. Кемдер бер ҡырҡым ашай ала, кемдер 2–3-тө. Минең ағай 12 ҡырҡым ашай ала ине! Ҡырҡымдың уртаса диаметры 4–5 сантиметр була, оҙонлоғо — 1,5 бармаҡ яҫылығында. Бына шулай ашанылар элек.
Атай Монголияла хеҙмәт иткән осорҙа күргән аттар тураһында һөйләй торғайны. Ундағы халыҡ өйөрөндәге йылҡы малының һанын да белмәгән. Тик 1941 йылда һуғыш башланғас ҡына иҫәпләй башлағандар. Атайҙың әйтеүенсә, далала йөрөгән йылҡы бик көр (һимеҙ) булған. Һыу юҡлыҡтан үлеп ятҡан аттарҙың эсен ярып ҡараһаң, 3–4 иле майы була торғайны, тип һөйләй ине мәрхүмең.
Х. ДӘҮЛӘТБАЕВ.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә