Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Ҡышын гөлдәр ҙә ял итә
Кактустар ҡышын +10 градустан артмаған температурала торорға тейеш. Һыу һибеүҙе бөтөнләй туҡтатығыҙ.
Ҡышын күп гөлдәр ял итә. Ялға ебәрер алдынан ҡоротҡостар һәм ауырыуҙарҙы ентекләп тикшерергә, улар булһа, эшкәртергә кәрәк.
Йыл әйләнәһенә сәскә атыусы гөлдәрҙе иң яҡты тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ, болотло көндәрҙә лампа менән яҡтыртыу ҙа файҙалы.
Декоратив япраҡлы гөлдәр (монстера, сингониум, филодендрон, диффенбахия, пальма, традесканция, аспидистра, кротон, аглаонема һ.б) ноябрҙән февралға тиклем айына бер тапҡыр ҡына туҡландырыу талап ителә.
Кактустар ҡышын +10 градустан артмаған температурала торорға тейеш. Һыу һибеүҙе бөтөнләй туҡтатығыҙ. Сәскә арттырыу өсөн ҡышын өҫтәмә яҡтыртырға кәрәк.
Һуғанлы һәм бүлбеле гөлдәрҙең (гипеаструм, глоксиния, цикламен, бүлбеле бегония һ.б) һуғандары йәки бүлбеләрен һауытынан алып ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан таҙалар кәрәк. Уларға кәмендә 4-5 аҙна ял кәрәк. Киптергәс, яңы тупраҡҡа ултыртып, +15 градуста һаҡлайҙар. Һирәк кенә, тупрағы кипкәс, һыу һибергә кәрәк. Һуғандарын һыуытҡыста һаҡларға була. Ғинуар урталарында улар уяна башлай, тәүҙә яҡтыраҡ урынға ултыртығыҙ һәм һыу һибә башларға мөмкин.
Әйткәндәй, күп баҡсасылар ял иткән гөлдәрҙе баҙҙа һаҡлай һәм бөрөләнә башлау менән тәҙрә төптәренә ултырта. Ә һеҙ ял итергә яратҡан гөлдәрегеҙҙе нисек һаҡлайһығыҙ? Кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: “Баҡса” төркөмөнән
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......