Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Мандариндары йылына ике тапҡыр уңыш бирә!
Һеҙ Яңы йыл алдынан магазиндан хуш еҫле ошо емеште эҙләп йөрөһәгеҙ, улар табынына мотлаҡ үҙҙәре үҫтергән мандаринды ҡуя.
Сәғирә Ғәбитова Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәй. Хаҡлы ялда. 1984 йылда ошо ауылға килен булып төшкән. Уның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһен гел ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам.
- Баҡсасылыҡ, һирәк осрай торған үҫемлектәр менән мауығыу күптән килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был шөғөлөмә ваҡытты күберәк бүлә алам. Ил буйынса орлоҡтар яҙҙырып алып үҫтерәм, төрлө кешеләр менән бәйләнешкә сығып, орлоҡ алмашам.
Бөгөн ананас, маракуя, муррайя үҫемлектәрен тәрбиәләп ҡуйҙым. Тупраҡты ашлап, япраҡтарына витаминлы һыу һиптерәм. Үҙемә оҡшаған емеште мотлаҡ сәсеп ҡарайым.
Маҡсатым – үҙемдең ҡул көсө менән экзотик үҫемлек үҫтереп, сәскә аттарып, емеш алыу. Лимон, әфлисун, ҡәһүә, гранат, ике сейә ҡыуағы, мушмулла ағасы, банан үҫә. Бананға төнгөлөккә өҫтәмә яҡтылыҡ ҡуям.
Сәскә, һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫтереүҙең төп сере – уны урынынан күсереп ултыртмау. Миңә ҡалһа, гөлдө урынынан күсерһәң, ул яраҡлаша башлай. Тимәк, уға өҫтәмә көс кәрәк була.
Экзотик ағастарым яҙын, көн йылынғас, ишек алдына күсә. Экзотик емештәрҙе ашағандан һуң, орлоҡтарын сәсәм, - тип һөйләй Сәғирә апай.
Уңған хужабикәнең гранат ағасына 20 йылдар самаһы. Сәскә ата, емештәренән дә ауыҙ итәләр. Әлеге мәлдә ике төрлө гранат үҫтерә. Улар шау сәскә ата, емештәре тулылана. “Был ағасты яратмаҫҡа мөмкин түгел. Сәскә атып емештәре бешеп етһен өсөн алты ай көтөргә кәрәк. Әле Әсә көнөнә әфлисун ағасының сәскә атыуын бүләк итеп ҡабул иттем!” - ти әңгәмәсем.
Сәғирә апайҙың был оҫталығы, моғайын, атаһынан – Хәйбулла тарафтарында агроном булып эшләп хөрмәт ҡаҙанған Илһам Кирам улы Ғәлиндән күскәндер. Бына нимәләр һөйләне ул шөғөлөнөң серҙәре менән уртаҡлашып:
– 2006 йыл тирәһендә бүлмә гөлдәре үҫтереү менән мауыға башланым. Тәүге орлоҡтарҙы Мәскәүҙән яҙҙырып алдым, ул саҡта беҙҙең яҡта ундай магазиндар юҡ ине. Ҡыҙыҡ күреп, гранат орлоғо ла яҙҙырттым. Уны ҡәҙимге үҙебеҙҙең тупраҡҡа сәстем, һәм ул йыл буйына ҡып-ҡыҙыл сәскәләр атып, емеш бирә башланы. Шунан һуң лимон, мандарин ағастары ултырттым, улары ла гөрләп үҫеп китте. Мандариндың уңышын йылына ике тапҡыр йыябыҙ. Орлоҡтан алма, виноград сәстем. Помидорҙың, боростарҙың бүлмәлә үҫтереү өсөн тәғәйен сорттарын даими үҫтерәм. Бүлмә еләктәре лә матур итеп емеш бирә, - тип һөйләй уңған хужабикә.
Йәй көнө Ғәбитовтарҙың ишек алды гөл-сәскәгә күмелә. Ҡайһы бер экзотик үҫемлектәрҙе лә тышҡа сығаралар.
Үҙе һымаҡ экзотик үҫентеләр үҫтерергә теләүселәргә Сәғирә Илһам ҡыҙы муррайя ағасынан башларға кәңәш итә.
- Муррайяны үҫтереү бик еңел. Ошо ағасты ғына үҫтерергә тигән фекергә килдем. Бер мәшәҡәт тыуҙырмай, йыл буйы сәскә ата, емеш бирә. Бик ауырып та бармай. Сәскә атҡан осорҙа бүлмәлә иҫ киткес көслө еҫ тора. Емештәре ашарға яраҡлы. Юҡҡа ғына был ағасты Япония илендә илдән сығармай ғына үҫтермәгәндәр. Емеше эсендә орлоғо икәү булыуы ла бик отошло. Орлоғон сәсеп ҡуйһаң, теүәл генә үҫеп сыға, үҫенте бәләкәй сағында уҡ сәскә ата башлай, - ти ул.
Фотолар Сәғирә Ғәбитованың шәхси архивынан.




Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......