Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Балан һөҙмәһе тәмле лә, файҙалы ла!
Ә һеҙ эшләп ҡарағанығыҙ бармы?
Баланды яратмағандар бик һирәктер. Уның пирогы ла, ҡайнатмаһы ла бик тәмле килеп сыға. Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина балан һөҙмәһен эшләргә өйрәтә:
-2 килограмм баланды тиреп алып, сайҡатып, кәстрүлгә һалабыҙ һәм өҫтөнә сыҡҡансы һыу өҫтәйбеҙ. Шуны талғын ғына утта бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Бешкән баланды дуршлаг йәки иләк аша һөҙәбеҙ. Баландың тостарын ташлайбыҙ. Һуңынан 3 килограмм шәкәр ҡомо алабыҙ. Уның яртыһынан күбен һалып, 20 минут дауамында бутай-бутай ҡайнатабыҙ. Өҫтөнә йыйылған күбеген алып торабыҙ. Һуңынан ҡалған шәкәр ҡомон да һалып, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне банкаларға тултырып ҡуябыҙ. Ҡайнатманы һыуынғас ашарға мөмкин. Бик тәмле килеп сыға, - тип һөйләне Рузалия апай.
Баландың әле бешеп балланған сағы. Ҡышҡылыҡҡа ошондай һөҙмәне эшләп ҡуяйыҡ.
Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......