Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Илағы килә: быйыл картуфты ыҙалап лом һәм сүкеш менән алалар...
Илағы килә: быйыл картуфты ыҙалап лом һәм сүкеш менән алалар...

Илағы килә: быйыл картуфты ыҙалап лом һәм сүкеш менән алалар...

Ауылда баҡсалар йәй буйы һыу аҫтында ятты. Уңышты хәҙер ошолай алалар. Был ҡайһы ауылда һуң?

Быйыл күп төбәктәрҙә йәй буйы ямғыр яуҙы. Йылғалар ташып, күп хужалыҡтарға зыян килтерҙе. Көҙгәсә баҡсалар, бесәнлектәр һыу аҫтында ятты.


Әбйәлил районында ла шулай булды. Һыу ҡайтҡандан һуң ер ҡатты. Минең тыуған ауылым Амангилделә йәшәгән ҡустым картуф алғансы ике көрәк һындырҙы...


Ә күрше Үтәгән ауылында бөтә өйҙәрҙең дә баҙы һыу менән тулды, әле лә дымлы. Ә картуфлыҡтар инде йәйгеһен бөтөнләйе менән күләүектәр эсендә йөҙҙө. Әле килеп һыу ҡайтты, халыҡ бесән эшләй, картуф ала. Ләкин баҡсаларҙағы тупраҡ ныҡ ҡатып, кәҫкә әйләнгән. 


Ишбирҙе Мөхәмәтйәновтың нисек ыҙалап уңыш йыйғанын видеояҙмаға төшөрөп, ватсаптан тараттылар: ағай ерҙе тәүҙә лом менән тишкеләп йомшарта, артабан көрәкте эшкә егә, ҙур-ҙур кәҫтәрҙе сүкеш менән һуғып яра - шунан һуң ғына картуфты сүпләп биҙрәһенә һала. 


Был видеояҙманы ҡарап илағы килә: кеше ни хәтлем ыҙалай. Тотош картуфлыҡты ошо рәүешле барып сығыуы, ай-һай... Ярай әле, Ишбирҙе ағайҙың аҙ булһа ла уңышы бар. Ҡайһы бер кешеләрҙең сәскән картуфы юҡҡа сыҡты: унда-бында һирәк-һаяҡ һәм ваҡ ҡына. Шуға күрә кемдер картуфты бөтөнләй алып тормаҫҡа булды...


Хоҙай ярҙам бирһен!


Видео: Үтәгән ауылы чатынан.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.



Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә