Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ 06.11.2026 // Баҡса
Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ ......

Ябай ғына гөлдөң файҙаһы ныҡ ҙур
Яран гөлө теш һыҙлауҙы баҫа, сәс ҡойолоуҙы туҡтата, һалҡын тейгәндә лә ярҙам итә...
Күптәрҙең тәҙрә төптәрен йәмләп, йыл әйләнәһенә тиерлек аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл сәкәләргә күмелгән яран гөлө лә – файҙалы үҫемлек. Уны ниндәй осраҡтарҙа, нисек ҡулланырға була?
Һалҡын тейгәндә. Бер литр һыуға 25 грамм яран гөл япраҡтарын һалып, 10 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, ошо һыу менән тамаҡты сайҡатырға.
Тымаулағанда. Яран гөл япраҡтарын алып, ныҡ ҡына итеп ваҡларға, йәғни иҙмә яһарға. Унан инде марля һалып, танау ҡыуышлығына берәр тамсы тамыҙырға.
Юғары ҡан баҫымы йонсотһа. Гөлдөң япраҡтарын ыуғыслап, бер аҙ һутын сығарығыҙ һәм ошо япраҡтарҙы ҡулдың беләҙек кейә торған өлөшөнә уратып ҡуйығыҙ. Уңайлы булһын өсөн бәйләп ҡуйырға ла мөмкин. Был гөл ҡан баҫымын яйлау һәләтенә лә эйә.
Теш һыҙлағанда. Яран гөлдөң япрағына сәйнәп ҡарағыҙ. Ул стафилококкты бөтөрә торған бактерицид матдәләр бүлеп сығарып, төрлө ялҡынһыныуҙарҙан һаҡлай.
Тире өсөн. Гөлдөң составындағы эфир майҙары тирегә ыңғай тәьҫир итә, төрлө тимгелдәрҙе бөтөрә, хатта экзема кеүек ауырыуҙарға ҡаршы ла һәйбәт сара һанала. Шулай уҡ яраны зарарһыҙландыра, бешкән, янған тиренен тиҙерәк төҙәлтә.
Сәс өсөн. Яран гөл төнәтмәһе сәсте ҡойолоуҙан һаҡлай. Бының өсөн япраҡтарҙы ваҡлап турарға кәрәк. Өс аш ҡалағы ошондай иҙмәнең өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм ҡапҡас ябып, ултыртып тороғоҙ. Йылымыс хәлгә еткәс һөҙөп, йыуылған таҙа сәсегеҙҙе сайҡатығыҙ. Был процедуранан һуң сәсте яңынан сайырға кәрәкмәй, ул шул килеш кибергә тейеш.
Йоҡоһоҙлоҡтан. 10 япраҡты бер стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Йоҡлар алдынан төнәтмәнең өстән бер өлөшөн эсегеҙ.
Фотолар: market.yandex.ru һәм авторҙыҡы.

Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ 06.11.2026 // Баҡса
Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ ......
Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай 04.11.2026 // Баҡса
Ул ағыуға әйләнә икән. Ниндәй ваҡыт эсендә эсеп бөтөргә кәрәк?...
Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ... 02.11.2026 // Баҡса
Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш ......
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Тотош уҡырға 10
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тотош уҡырға 10
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
Тотош уҡырға 10
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......