Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » “Ҡунаҡ” хужабикәгә әйләнде
 “Ҡунаҡ” хужабикәгә әйләнде Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында Рәсәй баҡсасылары көньяҡта, Америкала ғына, үҫкән “голубика” тип аталған ҡыуаҡ еләге үҫтереү менән шөғөлләнә башланы. Уны “ирга” ла тиҙәр. Беҙ иһә “күк еләк” тип атаныҡ.
Мин тәүҙә “ранкакос”, “блюрей”, “дикси” тигән сорттар алдым. Емеш бирә башлағас, шуны аңланым: емештәре араһында әллә ни айырма юҡ. Тәмдәре лә бер төрлө, үҫеше лә. Июлдә өлгөрә. Ваҡытында йыймаһаң, бик тиҙ кибә. Уның ҡарауы, йылы яҡ емеше булһа ла, ҡыуаҡтар һалҡынға сыҙам, хатта 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡта ла бирешмәй.
Тәүге йылда күк еләк бик аҡрын үҫте. Хатта төңөлә лә, ышанысты юғалта ла башлағайным. Урыны насар булғандыр тип киренән күсереп ултыртырға ҡарар иттем. Был юлы ҡаҙылған соҡорға торф, ҡарағай, шыршы ылыҫы ла һалдым. Ылыҫтың ергә ҡойолғанын йыйып алдым, шуға ла күбеһе серетмә була башлағайны. Ни күрәм: икенсе йылына уҡ ҡыуаҡтар хәлләнеп китте, өс йылдан һуң тәүге емештәре менән ҡыуандырҙы.
Туҡландырыуға килгәндә, Америка “ҡунағы” сульфатлы минераль ашламаны ярата. Көкөрт онтағы ла килешә үҫентегә. Уның 100 грамын тупраҡ өҫтөнә һибәһең дә, ҡыуаҡ төбөн йомшартып, һыу ҡояһың. Шул ғына. Уның ҡарауы, тәмле емештәре менән кинәнәһең. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма яһап ҡуйып та була, һыуытҡыста ла яҡшы һаҡлана.
Р. ИСЛАМОВА.
Өфө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үлеп барған гөлдө лә терелтер...

Үлеп барған гөлдө лә терелтер... 17.05.2026 // Баҡса

Бер йомортҡа ағына 200 миллилитр (бер стакан) йылы һыу ҡойоп, яҡшы итеп болғағандан һуң......

Тотош уҡырға 1

Картуфты ҡасан ултыртырға?

Картуфты ҡасан ултыртырға? 07.05.2026 // Баҡса

Халыҡ мәҡәле буйынса “Картуфты муйыл сәскә атҡанда, ҡайын япрағы бер тин ҙурлығында булғанда ......

Тотош уҡырға 1

Уңыш та мул булыр, ҡоротҡостарға ла бирешмәҫ

Уңыш та мул булыр, ҡоротҡостарға ла бирешмәҫ 03.05.2026 // Баҡса

Йыл һайын төрлө сорт бәрәңге үҫтергән, әҙ генә ерҙән дә мул уңыш алыуға өлгәшкән оҫта баҡсасы ......

Тотош уҡырға 2

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс...

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс... 28.04.2026 // Баҡса

Йә ер ҡаты, йә һыулы... Таулы яҡтарҙа яҡшы уңыш алып булмай. Әммә балсыҡлы йә, киреһенсә, һаҙлыҡлы ......

Тотош уҡырға 2

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ...

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ... 28.04.2026 // Баҡса

Бының өсөн апрелдә нимә эшләргә кәрәк?.. Май айында нимә эшләргә?.....

Тотош уҡырға 3

Айғырбатҡан ниңә күркәм?

Айғырбатҡан ниңә күркәм? 28.04.2026 // Баҡса

Тиҙҙән бында урман барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 2

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна 25.04.2026 // Баҡса

Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе ......

Тотош уҡырға 3

Гортензияны бик иртә асмағыҙ

Гортензияны бик иртә асмағыҙ 24.04.2026 // Баҡса

Улар йәй буйы сәскә атып ултырһын өсөн эште яҙҙан уҡ башлағыҙ...

Тотош уҡырға 5

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы 21.04.2026 // Баҡса

Был йәшел тәмләткес колит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауы­рыу­ҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, ......

Тотош уҡырға 3

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы 19.04.2026 // Баҡса

Ҡыуаҡҡа һәм буласаҡ уңышҡа зыян килтермәйенсә, ыуыҙ ғына япраҡтарҙы нисек дөрөҫ йыйырға?...

Тотош уҡырға 5

Ҡыҙыл картуфтың иң яҡшы сорттары

Ҡыҙыл картуфтың иң яҡшы сорттары 17.04.2026 // Баҡса

Һуңғы ваҡытта баҡсасылар ҡыҙыл сорттарға күберәк өҫтәнлек бирә. Һәм был осраҡлы түгел. Һайлайбыҙ!...

Тотош уҡырға 3

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә 14.04.2026 // Баҡса

Эштәр 17,5 саҡрым оҙонлоҡтағы 14 юлда башланасаҡ. Өфө һәм Нефтекаманан тыш, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә