Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ер еләккәйҙәре уңһын тиһәң...
Ер еләккәйҙәре уңһын тиһәң...Әгәр ҙә баҡса еләге ултыртырға теләһәгеҙ, эште һуңға ҡалдырырға ярамай. Иртәрәк башҡарһағыҙ, тиҙерәк нығынып, яңы япраҡтар ебәреп өлгөрәсәк. Ә инде был киләсәк уңышҡа ыңғай йоғонто яһаясаҡ.Ҡайһы бер баҡсасылар, көҙ ултыртыу яҡшымы, әллә яҙмы, тип бәхәс ҡора. Ике осор ҙа уңайлы. Тик мәлен генә һуңлатып ебәрмәгеҙ. Яҙ — апрель айында һәм май башында, көҙ — август-сентябрҙә. Эш ҡасан ултыртыуҙа түгел, ә дөрөҫ һыу һибеүҙә. Үҫенте дымға мохтажлыҡ кисермәҫкә тейеш. Яҙ еңелерәк, сөнки ер ирегән ҡар һыуынан дымлы булып ята. Был осорҙа баҡсасыларға күберәк ерҙе йомшартырға, утарға кәрәк. Тик емеште киләһе йылына ғына йыя аласаҡһығыҙ. Көҙ мәшәҡәттәр әҙерәк, ултыртырға ла һыу һибеүҙе хәстәрләргә ҡала, ләкин ултыртыуҙың мәлен һуҙып ебәрергә ярамай, сөнки үҫенте ныҡлап тамыр ебәреп өлгөрмәһә, ҡышты иҫән-һау сыға алмауы ла бар.
Көҙ ултыртҡан осраҡта ла киләһе йылына мул уңышҡа артыҡ өмөтләнергә ярамай. Еләктәре булыуын-булыр, әммә әллә ни күп күренмәҫ, шуға күрә сәскәләрен өҙөп ташлау хәйерлерәк. Бер-ике еләк ашап ҡыуанғансы, бер йылдан мулыраҡ уңыш алып шатланырһығыҙ. Үҫенте еләккә киткән көсөн япраҡтарын ишәйтеүгә, төбөн ҙурайтыуға ебәрәсәк.
Күп баҡсасылар еләкте күсереп ултыртыу өсөн беренсе мыйыҡтарҙы ғына файҙаланырға була тип уйлай. Был, бер яҡтан, дөрөҫ тә, сөнки тәүгеһе ҙурыраҡ һәм көслөрәк була. Әммә, ауыл хужалығы белгестәре әйтеүенә ҡарағанда, бөтә “мыйыҡ”тар ҙа ултыртыуға яраҡлы. Тик уларҙы ергә күсерерҙән алда, бәлки, айырым стакандарға ҡуйып нығытыу кәрәктер. Иң мөһиме — дөрөҫ тәрбиәләү.
Еләктәрҙе ултыртҡанда нимәнән һаҡ булырға кәрәк? Күп баҡсасыларҙың хатаһы — ергә яңы тиреҫ һалалар. Быны эшләргә ярамай, сөнки тамыры серейәсәк. Икенсе хаталары — еләк үҫентеһенең үҙәген ер менән күмеп ҡуйыу. Был осраҡта яңы шытымдар ебәрә алмаясаҡ, һөҙөмтәлә еләге лә булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта үҙәген бөтөнләй асыҡ килеш ҡалдырырға ла ярамай. Ул ер менән тигеҙ булырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә