Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ите туйҙыра, йөнө йылыта
Ите туйҙыра, йөнө йылытаМин “Башҡортостан” гәзитен уҡып ҡына ҡалмайым, уларҙы тегеп, йылдар буйы һаҡлайым. Яҙышып торам. Бигерәк тә “Йорт-ҡура” битенә.

1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағас, мине Хәйбулла районына эшкә ебәрҙеләр һәм “Аҡъяр” игенселек совхозының баш ветеринар табибы итеп тәғәйенләнеләр. Иген үҫтереүгә махсуслашҡан совхоз булып һаналһа ла, унда бик күп һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа һәм йылҡы ла үрсетелде. Райондың эре хужалыҡтарының береһе ине ул. Йәмғеһе 14500 баш һарығы ла булды.
Хәйбулла районында алты совхоз һәм һигеҙ колхоз иҫәпләнде. Шул хужалыҡтарҙың барыһында ла һарыҡ үрсеттеләр. Көтөүлектәр етешмәһә лә, Фрунзе исемендәге колхозда ла өс меңгә яҡын ҡуй малы булды. 1984 йылғы иҫәп буйынса районда 81371 һарыҡ бар ине. Матрайҙа — 16000, Маҡанда — 11200, Хәйбуллала — 13000 баш. Ә инде “Таналыҡ” совхозында 21 меңгә етте.
Совет осоронда беҙҙең район һарыҡсылыҡ буйынса республикабыҙҙа алдынғылар рәтендә ине. Колхоз һәм совхоздар, шулай уҡ шәхси хужалыҡтар ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеген киң йәйелдерҙе.
Ғөмүмән, һарыҡ тотоуҙың файҙаһы һәм әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Бер нисәүһен генә атап үтәйем:
lИте — иң туҡлыҡлы аҙыҡтарҙың береһе, аҡһымы буйынса һыйыр һәм сусҡа итенә тиң.
lҺөтө туҡлыҡлы һәм еңел үҙләштереүсәнлеге менән айырылып тора. Ҡуйылығы – ете-ун процент. Сыр яһау өсөн ҡулланыла. Аҡһымға бик бай.
lТиреһенән йылы, еңел тун, бүрек тегәләр. Ә инде бер-өс көнлөк ҡаракүл тоҡомло бәрәстекенән ҡиммәтле пальто, яға, кәпәс тегергә мөмкин.
lҺарыҡ йөнөнөң файҙаһы иһә һанап бөтөрлөк түгел. Мәҫәлән, роман тоҡомло ҡуйҙыҡынан бәйләнгән кейемдәр йылы ла, еңел дә, матур ҙа.
Һарыҡ түҙемле, сыҙамлы булыуы һәм хәрәкәтсәнлеге менән айырылып тора. Уларҙың тештәре үткер. Ашҡаҙаны ҡылған үләненең бесәнен, һалам кеүек тупаҫ аҙыҡты тиҙ үҙләштерә. Шуға ла һарыҡ тәбиғәттәге 800 төр ҡырағай үҫемлектең 400-өн ашай, һыйыр малы – 150, ат 90 төрҙө генә үҙләштерә.
Ҡуй уртаса 10-12 йыл йәшәй. Шулай ҙа уны биш-ете йәштән оҙағыраҡ тоторға ярамай, юғиһә ҡарт һарыҡтың һөҙөмтәлелеге әҙәйә. Мәҫәлән, ите ҡаты була, тиреһе сырышып, йөнө ҡойола башлай.
Һарыҡ иртә өлгөрөүсән. Быуаҙлыҡ осоро – биш ай. Бәрәсен өс-дүрт ай имеҙә. Әгәр һөтөн һауырға кәрәк булһа, ике-өс ай имеҙеү ҙә етә. Йөҙ баш ҡуйҙан 120-140 бәрәс алырға мөмкин.
һарыҡсылыҡ колхоз һәм совхоздарҙа айырыуса 1961–1990 йылдарҙа алға китте. Үткән быуаттың аҙағында Башҡортостанда барлығы 1 миллион 200 мең самаһы ҡуй иҫәпләнгән. Бигерәк тә Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондары был тәңгәлдә дан ҡаҙанды.
Шул иҫәптән 1990 йылда Хәйбулла районының шәхси хужалыҡтарында 35000 баш ваҡ мал булды. Әлбиттә, элек бәрәс ҡараған һәм йөн ҡырҡҡан кешеләрҙең күбеһе юҡ.
Ленин орденлы “Матрай” совхозының билдәле һарыҡ көтөүсеһе Нәбиулла Ниғәмәтов үҙенең 25 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлай. Заманында һәр ҡуйҙан 4,5-5 килограмм йөн алыуға өлгәшә. Уның күкрәген Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм бер нисә миҙал биҙәй.
Яҙ аҙағында һарыҡ ҡырҡыу мәле үҙе бер байрам кеүек булды. Тәүге йылдары барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылды. Халыҡ көлөшөп-һөйләшеп, ярышып эшләне.
– Һәр хеҙмәткәр көнөнә 70-әр килограмм йөн ҡырҡты, ә норма 55 ине, – тип һөйләй торғайны йөн ҡырҡыу пунктының келәт мөдире Г. Әбйәлилова. — Мәҫәлән, Рабиға Йолошева биш көндә 200 һарыҡ ҡырҡып, 700 килограмм йөн алды, шуның менән планын ике тапҡырға арттырып үтәне.
Төккә бәйләнгән продукция, вагондарға тейәлеп, Ҡазан йөн туҡыу фабрикаһына оҙатыла ине. Элек йөн һәм тире йыйыу пункттары булды. Хатта ат егеп, өй буйлап шәхси хужалыҡтарҙан йыйҙылар. Хәҙер иһә ауыл хужалығы предприятиеларында һарыҡтар һаны шаҡтай кәмене.
Бөгөн дә, теләк көслө булһа, мәсьәләгә иғтибар көсәйһә, тармаҡтың киләсәге өмөтлө булыр тигән ышаныс бар. Күптәргә эш табылыр ине.

Хәйбулла районы.


Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә