Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙҙар “ожмах”ы
Ҡаҙҙар “ожмах”ыМәмбәт ауылында йәшәгән Әлибаевтар ғаиләһе меңләгән ҡаҙ аҫрай, тип ишеткәс, ул тиклем ҡошто нисек тәрбиәләп үҫтерәләр икән, тигән уй үтте баштан. Бер яҡтан аптыратһа, икенсе яҡтан һоҡланыу тойғоһо уятты. Ярай, үҫтерәләр икән, ти, меңләгән ҡаҙ. Ә бит уларҙы ҡайҙалыр алып барып һатырға, мамығын тапшырырға кәрәк. Йөҙләгән һорауға яуап алыу, тырыш ғаилә менән танышып, ҡаҙҙарҙы үҙ күҙебеҙ менән күреү өсөн Мәмбәт ауылына елдерҙек. Бар яҡлап та тырыш ғаилә күпләп ҡаҙ үҫтереү менән генә түгел, балыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнә икән.

Ҡош-ҡортто күреү теләге менән ҡаҙҙар йөрөгән күлгә юл тоттоҡ. Йәшел хәтфә үләнгә ап-аҡ ҡар түшәлгәнме ни? Ҡаҙҙарҙың күплеген күреп ғәжәпләндек. Ҡайһыһы күлдә йөҙә, бер төркөмө үлән йолҡа, берәүҙәре ял итә. Ысынлап та, ҡаҙҙар “ожмах”ы!
Юлыбыҙ уң булды, ҡошсолоҡ территорияһында йәш эшҡыуар Шамил Әлибаев һәм уның олатаһы Надим ағайҙы осраттыҡ. Һорауҙы ағайға бирәм. Баҡһаң, барыһы ла шәхси хужалыҡтан башланған икән.
– Бәпкәләрҙе бәләкәй саҡтарында ҡарауы ауыр. Бер-береһенең өҫтөнә менеп, тапап үлтереү ҡурҡынысы бар, шуға ла алмашлап, көнө-төнө ҡарайбыҙ. Үлтермәҫкә тырышабыҙ инде. Ҙурайһалар, ҡарау ауырлығы кәмей, алдарынан һыу, ем өҙмәҫкә кәрәк, – тине ул, быуаға ыңғайлаған ҡаҙҙарға ымлап. – Ҡаҙҙар һыуһыҙ тора алмай инде ул. Сәғәттәр буйы йөҙөргә әҙерҙәр...
— Ҡоштарҙы йәшел үләндә туйғансы йөрөтөү, быуала ҡойондороу – мотлаҡ үтәлә торған көндәлек эш. Улар көнөнә ике килограмм үлән ашарға тейеш, – тип һүҙгә ҡушыла Шамил.
Ошо әңгәмәнән генә лә ҡош-ҡорт үрсетеүҙең ғаиләнең һәр ағзаһы ҡыҙыҡһынған, үҙ өлөшөн индергән дөйөм шөғөл икәнлеген аңлайһың.
– Ҡаҙ үҫтереүҙең мәшәҡәте күп. Күпләп үрсетәм, үҫтерәм тиһәң, бының өсөн ваҡыт, тырышлыҡ, теләк кәрәк, — ти йәш эшҡыуар.
– Ҡаҙҙарығыҙҙың ҡош киҙеүе менән сирләгәне юҡтыр? – тип һорайым.
– Аллаға шөкөр, ундай хәлдәр булманы. Бер тәүлекле бәпкәне бәпкә үләненә сығарып, үлән тарттырабыҙ, сөнки ул төрлө витаминға бай. Бәпкә үләне тартып үҫкән ҡаҙ төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармай. Шулай уҡ витаминдар бирәбеҙ, ә теләһә ниндәй вакцина, дарыуҙар һалмайбыҙ. Экологик яҡтан таҙа ҡаҙ булып үҫәләр, – ти Әлибаев.
Артабан ул ҡыҫҡаса хужалығы менән таныштырҙы:
– 2014 йылда балыҡ үрсетеү хужалығын, ә ҡошсолоҡ йүнәлешен 2016 йылда астым һәм эште 700 баш ҡаҙ аҫрауҙан башланыҡ. Айырыуса нимә ашайҙар, нимәнән үләләр кеүек һорауҙарға ярайһы уҡ яуап табып, тәжрибә туплағандан һуң, ҡоштар һанын арттырҙыҡ. Бөгөн хужалыҡта “итальян” тоҡомло 4250 баш ҡаҙ иҫәпләнә. 240 гектар көтөү ере бар, биш гектар майҙанды биләгән күлдә йөҙәләр, мең квадрат метр ҙурлығындағы ферма төҙөнөк. Ҡаҙҙар йөрөгән күлдең тирә-яғы кәртәләп алынған.
Ҡаҙҙарға ҡатнаш аҙыҡты Гай ҡалаһынан алабыҙ. Был ҡиммәткә төшә, шуға күрә лә алдағы йылдарҙа үҙебеҙ етештерергә ниәт бар...
Тырыш эшҡыуар дәүләт ярҙамы, грант алып, балыҡ үрсетеү хужалығы ла асып өлгөргән. “Йыл һайын күлгә икешәр тонна балыҡ ебәреп торасаҡбыҙ”, — ти ул. Был күлдә һаҙан, суртан кеүек балыҡтар ҙа бар. Былтырғы йыл хатта балыҡсылар ярышы ойоштороп, күпләп балыҡ та тотҡандар.
Йәш эшҡыуарҙан киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынғас:
– Ҙур күлдә балыҡсылар өсөн бәләкәй өйҙәр төҙөргә, мунса һалып ултыртырға, ғөмүмән, ял урындары булдырырға иҫәп бар. Шулай уҡ күпләп һарыҡ аҫрарға теләйем, – ти Әлибаев.
Ҡаҙҙарҙы баҙарға сығарып һаталар, ә мамығын Мәскәү фабрикаһына куртка тегеү өсөн оҙаталар. Шулай уҡ киләсәктә ҡаҙҙы элек ата-бабалаларыбыҙ ҡаҡлағанса ҡаҡлап, халыҡҡа сығарып һатыу пландары ла бар тырыш эшҡыуарҙың.
“Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була…” тип йырлау ғына анһат. Ә бит меңәрләгән ҡаҙҙы ауырытмай, юғалтыуһыҙ тәрбиәләү, ай-һай, еңелдән түгел. Быны ҡаҙ тотҡан кеше генә беләлер, ҡыйынлыҡтарын аңлайҙыр.

Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң...

Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң... 21.11.2024 // Баҡса

Йәшел һуғанды йәй буйына баҡсанан өҙөп ашанығыҙ. Ә хәҙер тәҙрә төбөнән генә алып файҙаланырға...

Тотош уҡырға 10

Гөлгөнә Байегетованан ҡабаҡ һуты

Гөлгөнә Байегетованан ҡабаҡ һуты 31.10.2024 // Баҡса

Ҡабаҡ һуты тәмле генә түгел, файҙалы ла....

Тотош уҡырға 50

Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?

Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ? 27.10.2024 // Баҡса

Ул ҡыш уртаһында уҡ кипмәһен, серемәһен тиһәгеҙ, ошо ябай кәңәштәр тик файҙаға булыр....

Тотош уҡырға 66

142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән! 26.10.2024 // Баҡса

Виктория биш йыл элек ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ баҡсасылыҡ эшенә тотонған....

Тотош уҡырға 49

Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә

Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә 24.10.2024 // Баҡса

Беҙ тәҡдим иткән яҙманы уҡып, төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙ һыналған кәңәштәре менән уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 51

Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек

Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек 21.10.2024 // Баҡса

[thumb][/thumb]Кушнаренко районынан Зилә Иҙрисова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша....

Тотош уҡырға 59

Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға?
Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ!

Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ! 16.10.2024 // Баҡса

Соусты помидорҙан ғына эшләйҙәр икән тиһегеҙме, баҡтиһәң ҡабаҡтан да эшләйҙәр икән....

Тотош уҡырға 72

Бал шәкәрләнһә...

Бал шәкәрләнһә... 14.10.2024 // Баҡса

Халыҡ араһында ялған бал һатыусылар осрап тора. Нисек алданмаҫҡа, ысын бал ниндәй була? ...

Тотош уҡырға 81

“Икенсе икмәк” өҫтәлдән өҙөлмәһен

“Икенсе икмәк” өҫтәлдән өҙөлмәһен 09.10.2024 // Баҡса

Белгестәр быйыл картуф орлоғон тулыһынса алмаштырырға кәңәш итә. ...

Тотош уҡырға 100

Көҙ рекорд ҡуя!

Көҙ рекорд ҡуя! 07.10.2024 // Баҡса

 Был гигант ҡабаҡты нисек үҫтерҙеләр икән?...

Тотош уҡырға 87

“Картуф уңманы” тип көймәгеҙ

“Картуф уңманы” тип көймәгеҙ 06.10.2024 // Баҡса

Мин йәшелсәселек менән 35 йылдан ашыу шөғөлләнәм һәм был ваҡыт эсендә картуфтың бик күп сорттарын...

Тотош уҡырға 92