Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡат-ҡат тунлы...
Ҡат-ҡат тунлы... Кәбеҫтә — иң таралған йәшелсәләрҙән. Уны, ғәҙәттә, ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуялар. Кәбеҫтә тоҙлауҙың бер хикмәте лә юҡ кеүек, шулай ҙа тәҡдим ителгән ысулдарҙы белеү бер кемгә лә, бигерәк тә йәш хужабикәләргә ҡамасауламаҫ.
Боросло кәбеҫтә
10 килограмм кәбеҫтә, яртышар килограмм татлы ҡыҙыл, һары, йәшел борос, тоҙлоҡҡа 150 грамм тоҙ, 3 литр ҡайнаған һыу алына.
Кәбеҫтәне, татлы боросто нәҙек кенә туҡмаслап турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Укроп йәки әнис орлоғо өҫтәргә мөмкин. Тоҙлағас, өҫтөнә ауыр нәмә баҫтырып, һалҡында һаҡларға.

Кавказса кәбеҫтә
3,5 килограмм кәбеҫтә, 2-3 ҡыҙыл сөгөлдөр, япрағы һәм тамыры менән 5-6 петрушка, 2 әсе борос, 10 ҡарағат япрағы, 15 – 20 бөртөк ҡара борос, тоҙлоҡҡа 3 литр самаһы һыу, 220 г тоҙ алына.
Кәбеҫтәне 4, әгәр ҙур булһа, 8 өлөшкә бүлергә. Петрушка, укроп, сөгөлдөрҙө йыуып, таҙартып турарға.
Кәстрүл төбөнә күсәндән бүленгән кәбеҫтә япраҡтары, йәшел тәмләткестәр һалырға. Шулай ҡатлап тултырып, иң өҫтә кәбеҫтә була. Тоҙлоҡ өсөн һыуға тоҙ, лавр япрағы, борос һалып ҡайнаталар ҙа, аҙ ғына һыуынғас, кәстрүлгә ҡоялар. Ауыр әйбер ҡаплап, ике-өс көн йылыла тотҡас, һалҡынға ултырталар. Бер аҙнанан кәбеҫтәне ашарға ярай.

Сәскәле кәбеҫтә
Тоҙлау өсөн сәскәле кәбеҫтәнең көҙгө сорттары һәйбәт. Кәбеҫтәне айырым сәскәләргә бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡойола. 10 килограмм кәбеҫтәгә 5,5 литр һыу, 40 грамм тоҙ, 400 грамм аш һеркәһе алына. Ике аҙнанан кәбеҫтәне һалҡын урынға ҡуялар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ...

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ... 02.11.2026 // Баҡса

Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш ......

Тотош уҡырға 4

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 4

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 4

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 5

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә