Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Зөһрәнең мөғжизәле донъяһы
Ер үҙен ҡәҙерләгәндәрҙе ярата. Һуңғы егерме-утыҙ йылда халҡыбыҙҙың баҡса үҫтереүгә иғтибары ҡыуандыра. Ҡайһы ғына ауылға барма – тәҙрә алдын емеш ағастары биҙәй. Егәрлеләр элекке кеүек иғтибар биреп кенә ҡалмай, кәбеҫтәнән башлап бөтә төр аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелгәндә, үҙеңдең көсөң менән үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ғаилә бюджеттарында байтаҡ “тишекте ямағаны”н да аңлай.


Баҡсасылыҡты оло маҡсат, күңел талабы итеп күреүселәр һирәгерәк. Ә яратҡандар өсөн ер эшкәртеү, йәшелсә, емеш үҫтереү – аҙыҡ-түлек мәсьәләһен хәл итеү генә түгел, ә ысын-ысынында йәнгә ләззәт би­реүсе шөғөл. Район буйынса уларҙы бармаҡ менән һанай алам, ҡайһы берҙәре менән яҡындан аралашам. Ер эшенә мәкиббән бирелгән уңғандар ижад иткән мөғжизәле донъя мине сикһеҙ һоҡландыра, ҡанатландыра, үҙемә лә арымай-талмай баҡсала соҡсоноу өсөн көс бирә.
– Баҡсаһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Рәсәйҙең почетлы кинематографы, хеҙмәт ветераны Зөһрә Бүребай ҡыҙы Хәки­мова. – Йыл һайын яҙҙы һағынып көтөп алам. Йәшәүгә көс-дәрт биргән дә әлеге баҡсам…
Зөһрә – Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы. Атаһы Бүребай ағай – “ауыл Мичурины”, тирә-яҡта дан тотҡан баҡсасы булған. Ул яҡтарҙа һауа шарттары күпкә ҡырыҫыраҡ, күпселек еләк-емеште үҫтереп тә булмай, ҡыяр менән томатҡа мотлаҡ парник йә теплица кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, Бүребай Моталов тормош иптәше Мәрзиә апай һәм алты балаһы ярҙамында йылдың-йылы йәшелсә-емештән мул уңыш йыйыр булған. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ул баҡсала төрлө тәжрибәләр ҙә үткәргән. Кәбеҫтәне генә лә йөҙәр төп ултырта торғайны, тиҙәр бөгөн уның хаҡында.
Ергә мөхәббәт балаларына ла күскән: барыһы ла баҡса эшенә битараф түгел. Әммә Зөһрә, иң өлкән­дәре, был шөғөлгә бөтә күңел йылыһын биргән тәжрибәле баҡсасы. Әлбиттә, ғаиләһендә уны аңлайҙар, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торалар. Ире Раил ауыр эштәрҙе үҙенә алырға тырыша, ләкин Зөһрә өсөн көндәр буйы ер эшкәртеү – утау, йомшартыу, ашлау – үҙе бер донъяға тиң. Ул үҫемлектәрҙең “телен” белә, улар менән иркәләп һөйләшә, мохтажлыҡтарын аңлап-белеп тора. Яҙын, тирә-йүн терелгән мәлдәрҙә, бында емеш-еләк сәскәгә бөрөләнә, хуш еҫе менән йөрәкте елкендерә, йәйен-көҙөн, инде уңыш өлгөрә башлағас, әйләнә-тирәне емеш-еләктең күплеге хайран ҡалдыра. Алмағас ҡына бында ун бер төп. Ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағат, сейә, айыу баланы, груша, крыжовник һәм башҡа емеш ҡыуаҡлыҡтары… Баландың иһә әсеһе, шәкәрлеһе лә, ҡырҙа үҫкәне лә бар. Ғәҙәттә, беҙ ағасты ултыртабыҙ ҙа ул ниндәй генә уңыш бирһә лә ҡәнәғәт ҡалабыҙ. Зөһрә иһә яңы сорттар һайлай, алыштыра, ҡәҙерләп тәрбиәләй һәм мул уңыш үҫтерә. Ул үҫтергән ҡарағат баҡса сейәһе һымаҡ эре, татлы, еләге үҙенән-үҙе ауыҙҙа ирей. Баҡсала ҡый әҫәре күрмәҫһең. Бөтә төр йәшелсәнән тыш, бында артыш та, дарыу үләндәре һәм сәскәләр ҙә урын алған.
– Улыбыҙ Дим артышты тауҙан алып килеп ултыртҡайны, һуңғараҡ Баймаҡ яғынан да алып ҡайттыҡ, матур ғына үҫеп киттеләр, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Зөһрә Бүребай ҡыҙы.
Беҙҙең яҡтарҙа башлы һуған кинәндереп үҫә һалып бармай. Һәр хәлдә Иглин, Нуриман райондарын­дағыға көнләшергә генә ҡала. Зөһрә үҫтергән һуған иһә эре һәм һутлы була, күрәһең, был осраҡта ла уның үҙе генә белгән серҙәре барҙыр. Иң мөһиме – ул бер генә үҫемлекте лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Ә йәшел һуғандың ниндәй генә төрө юҡ Хәкимовтарҙың баҡсаһында!
– Нисек өлгөрәһең? – тип һорамай булдыра алманым Зөһрә Бүребай ҡыҙынан.
– Мин бит таңғы сәғәт дүрттә үк торам. Ҡояш ҡалҡҡансы байтаҡ эш башҡарып өлгөрәм. Йоҡларға, әлбиттә, башҡаларҙан иртәрәк ятам, – тип яуап бирҙе Зөһрә.
Бөгөн һәр төрлө кәңәш биргән журнал, китаптар бик күп. Ләкин баҡсасылыҡта мул уңышҡа күберәк үҙ тәжрибәң аша киләһең. Ҡайҙалыр килешкән кәңәштең беҙҙә, ҡырыҫ тәбиғәтле Урал аръяғында, ярамауы ла ихтимал. Зөһрә лә шундай фекерҙә.
Хәкимовтар Дауыт ауылында йәшәй. Донъялары матур, күркәм. Өләсәй менән олатай ейәндәренә лә ҙур терәк.
Хәстәрлекле хужа арбаһын ҡыш әҙерләй. Зөһрә лә яҙғы сәсеүгә әҙерлекте алдан хәстәрләй. Ҡайҙа нимә ултыртырға, ниндәй төр йәшел­сәгә өҫтөнлөк бирергә – үҙе өсөн ул күптән бөтәһен дә билдәләп ҡуйған. Шуға ла бөгөн уларҙың баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә, һутлы емеш-еләккә, һәр төрлө йәшелсәгә күмелеп ултыра.

Әбйәлил районы.


Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә