Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Умартасылыҡ серҙәре. 3-сө дәрес
Талаптар
Умарта ҡоро, йылы, яҡшы елләтелерлек, яуым-төшөмдән һәм тышҡы температураның киҫкен үҙгәреүенән бал ҡорттарын ышаныслы һаҡларлыҡ һәм ҡышҡы осорҙа уларҙың һәләк булмауын тәьмин итерлек булырға тейеш.
Бал ҡорттарының биологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бөтә типтағы умарталарҙың эске ояларының мотлаҡ тип иҫәпләнгән ҙурлығы (үлсәме) булырға тейеш:
— ике оя кәрәҙе араһындағы аралыҡ — 37 мм;
— йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы буш урындар, бал ҡорттары өсөн йөрөү юлы ҙурлығы — 12 мм (был ике бал ҡорто бейеклеге);
— рамдарҙың ҡабырғалағыһының планкалары, умартаның ситтәре (стенаһы) араһындағы аралыҡ — 7,5 мм;
— рамдарҙың өҫтөндәге аралыҡ — 8 мм;
— рамдар аҫтындағы бушлыҡ (рамдың аҫҡы планкаһынан умартаның төбөнә тиклем) — 20 мм.
Яһағанда мотлаҡ рәүештә ошо параметрҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр ҙә был үлсәмдәрҙе һаҡламаһаң, бал ҡорттарына үтеп йөрөү өсөн ҡыҫынҡы буласаҡ, ә Умартасылыҡ серҙәре. 3-сө дәресҙурайтыбыраҡ ебәрһәң, буш урында кәрәҙ төҙөй, балауыҙ оролары — “телсәләр” һаласаҡтар. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бал ҡорттары бушлыҡты яратмай, бының менән килешә алмай.
Умарталарҙы, рамдарҙы башлыса ылыҫлы, йомшаҡ япраҡлы ағастарҙан: ыҫмалаһыҙ ҡарағайҙан, шыршынан, йүкәнән, тирәктән, күк тирәктән һәм уҫаҡтан эшләйҙәр. Шулай уҡ һирәк осраҡта ҡыҙыл талдан, өйәңкенән һәм ҡараманан яһайҙар. Умарта эшләйбеҙ тип, ундай ағастарҙы һыу, йылға буйҙарынан йыҡмағыҙ. Ағастың еүешлеге 15 проценттан артырға тейеш түгел. Ул беренсе һәм икенсе сортлы булһын, ә рамдар өсөн 3 – 5-се сортлыһын да файҙаланырға мөмкин. Ҡаты ағастар (ҡайын кеүек) эшкә яраҡлы түгел, улар ауыр була һәм йылылыҡты насар һаҡлай. Ағас сирһеҙ, тура ҡатламлы, бөжәк
Умартасылыҡ серҙәре. 3-сө дәресйырғысламаған булырға тейеш, серегән, ярылған урындары булмаһын.
Тағы ла бер-ике кәңәш. Умарта яһау өсөн үтә йәш ағасты киҫмәҫкә кәрәк. Беренсенән, тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатынан сығып, икенсенән, ҡорт айырған осорҙа умарталыҡты ташлап осоп киткән бер күс тә, шулай уҡ ҡырағай ҡорттар ҙа йәш ағасҡа барып ҡунмай бит, ә ҡартырағының ҡыуышына һырый.
Умарта эшләгәс, уны оҙаҡ йылдар ҡулланыу, бал ҡорттары үҙ умартаһын тиҙерәк тапһын өсөн тәүҙә әлиф, шунан умартаның тышҡы яҡтарын аҡ, зәңгәр, күк, һары, йәшел төҫтәргә буярға кәрәк (ҡорттар ошо төҫтәрҙе яҡшы күрә һәм айыра). Май буяуын ҡулланыу һәйбәт. Эмаль буяу тиҙ ҡубыусан була.

Төп өлөштәре

Корпус — унда умартаның ҙур рамдары менән бал ҡорттарының оялары урынлаштырыла.
Магазин өҫтәлмәһе — бал йыйыу осоронда балды һалыу өсөн ярты магазин рамдары ҡуйыла.
Ҡапҡас — яҫы, бер яҡҡа иңкеү (ике яҡҡа иңкеү), корпусҡа йәки магазин өҫтәмәһенә кейҙерелә.
Аҫҡы ҡапҡас — умартаның түшәмен нығытыусы беркеткес, бында кәмәшәүҙәрҙе урынлаштыралар, өҫкә йылытҡыс материалды (яҫтыҡты) һалалар.
Төп — ысҡындырып алынмалы йәки түбәнге кейәһе менән осоп килеп ултырыу таҡтаһы тотош корпусҡа ҡағылған булырға мөмкин.

Умартасылыҡ серҙәре. 3-сө дәресРамдар

Оя һәм магазин рамдары була. Уларҙа бал ҡорттары кәрәҙ — ояларҙың нигеҙен һуҙа. Һәр рам өҫкө, аҫҡы бурсанан, ике ян-яҡ планканан тора. Өҫкө бурсаның ике башы рамды умартаға элеп ҡуйыу өсөн 10-ар мм оҙонлоҡҡа артып сығып тора. Бөтә төр умарталарҙа ла рамдың өҫкө бурсаһы менән ян-яҡ планкалары яҫылығы буйынса бер тигеҙ — 25 мм була (өҫкө өлөштә 1/3 бейеклеккә улар 37 миллиметрға тиклем киңәйтелгән); өҫкө бурсаның ҡалынлығы — 20–22 мм, ян-яҡтағылары —8–10 мм. Аҫҡы бурса оҙонлоғо буйынса рамдың асыҡлығына тигеҙ, ә киҫелеше буйынса 15х15 мм тәшкил итә. Ян-яҡ планкаларҙы өҫкө һәм аҫҡы бурсаларға 30–35 миллиметрлы ҡаҙау менән ҡағалар.
Стандарт оя рамдарының күләме 435х300 мм (оҙонлоғо һәм бейеклеге). (Һүрәттә ҡарағыҙ). Күп корпуслы умартаның рамдар үлсәме — 435х230 мм, ә магазиндың яртылаш рамдарының үлсәме — 435х145 мм; ошо һуңғы әйткән ике төрлө рамдарҙың башҡа үлсәмдәре (киңлеге, яҫылығы һ.б.) оя рамдары менән бер иш.
Умарта эшләргә йәки һатып алырға теләүселәргә тағы ла әйтер һүҙебеҙ бар: уны яһау өсөн шулай уҡ пенополистирол, пенопласт файҙаланалар. Ҡамыш, пресланған юнысҡы, ағас бетоны һәм башҡа материалдарҙан яһау осрағы ла бар. Шулай ҙа умарта өсөн иң һәйбәт материал — ағас.

Умартасылыҡ серҙәре. 3-сө дәресЭш ҡоралдары

Умартасыға күс ябыр өсөн иң тәүҙә, әлбиттә, умарта кәрәк. Хәҙерге көндә йыш таралғандары түбәндәгеләр: 12 рамлы дадан умартаһы, ике корпуслы умарта, умарта-лежак (йәғни горизонталь, киң 20–24 рамлы умарта) һәм күп корпуслы (4–5 корпустан торған) вертикаль умарта.
Беҙҙең Башҡортостанда предприятиелар, айырым урман хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар умарта эшләйҙәр. Стәрлетамаҡта һәм Таганрогта умартасылыҡ ҡорамалдары сығарыусы заводтар бар, ләкин улар умарта эшләп сығармай. Беҙгә улар Киров, Пермь өлкәләренән килтерелә. Ҡайһы бер урман хужалыҡтары, бәлки, үҙҙәре өсөн эшләп сығаралыр, ә күпләп яһау юҡ.
Шуның өсөн һеҙ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнер булғас, үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ.
Умартанан тыш тағы ла ошондай ҡоралдар кәрәк буласаҡ: күрек йәки төтәткес, битлек йәки күҙлек, умарталыҡ бысағы, аҡ халат — уны күс һәм оя ҡарағанда, умарта янында эшләгәндә кейәләр. Бал ҡорто ғаиләләрен ҡарағанда айырым рамдарҙы, баллы кәрәҙҙе ҡулда тотоп йөрөмәҫ өсөн айырым, рам һыйырлыҡ күсереп йөрөтә торған йәшник йә ҡап (пакет) кәрәк.
Ҡорт айырған осорҙа умартасының моҙғаһы булыуы шарт. Уның атамалары төрлөсә: ҡайһы бер райондарҙа, ауылдарҙа тубал тиҙәр, ҡайһылары тәгәс йә ҡаяҙ тип йөрөтә. Нисек кенә әйтмәһендәр, уның маҡсаты — берәй урынға ҡунған, һырыған күсте йыйып алыу өсөн яһалған һауыт, ә йыйыр өсөн ҙур ағас ҡалаҡ кәрәк. Моҙғаны завод эшләп сығара. Айырым умартасылар ҙур күстәр өсөн оло моҙға яһай, сөнки бәләкәйенә ҙур күс ябылһа, уның эсендә янып үлә.
Ҡорттарҙы ҡарағанда ҡаҙ, бигерәк тә өйрәк ҡанаты булһа яҡшы. Уның менән рамдағы, кәрәҙҙәге ҡорттарҙы һыпырып төшөрөргә уңайлы.
Ә бал алыу осоро еткәндә, бал ҡыуҙырғыс, ҡыуҙырыр алдынан кәрәҙҙе аса торған бысаҡ кәрәк. Был осраҡта өйҙәге кухня бысағы бармай.
Ҡыш осоронда умартаға сысҡан инмәһен өсөн кейәһенә (умарта ауыҙына) алюмин кейә япҡыс ҡуялар.
Умартағыҙ булып, ояға ҡуйырға рамдарығыҙ булмаҫҡа мөмкин. Уны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ.
Умартасы ҡоралдарының хаҡы арзан түгел. Хаҡтарға ҡарап, ниндәй сығым талап ителгәнен белеп, уйлап эш итһәгеҙ ине: умартасылыҡ менән шөғөлләнергәме, әллә юҡмы? Башлап китеүселәргә ҡыйынға тура киләсәк (бигерәк тә аҡса яғынан ҙур мохтажлыҡ кисерһәгеҙ). Етмәһә, эште башлап ебәреүселәр өсөн һәүәҫкәр умартасыларға бер ниндәй ҙә ташлама юҡ. Һеҙ яһалма балауыҙҙы ҡайҙан алырға тейешһегеҙ? Элек уны складта иретелгән балауыҙға алмаштырып ҡына бирәләр ине. Ә хәҙер, аҡсаң булһа, умартасылар өсөн магазиндан һатып алырға ла була.
Рафиҡ НОҒОМАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Еләкселәр, емештәрегеҙҙе ошонда алып барып һатығыҙ!
Июлдә баҡса еләген нисек тәрбиәләргә?

Июлдә баҡса еләген нисек тәрбиәләргә? 26.06.2025 // Баҡса

Уны уҡландырыу, күсереп ултыртыу, мыйыҡтарын ҡырҡыу, ҡоротҡостарға, сирҙәргә ҡаршы көрәшеү һ.б....

Тотош уҡырға 17

Ҡыярҙарығыҙ уңдымы? Әйҙә, тиҙ генә тоҙлап алайыҡ!

Ҡыярҙарығыҙ уңдымы? Әйҙә, тиҙ генә тоҙлап алайыҡ! 24.06.2025 // Баҡса

Һеҙҙең иғтибарға еңел һәм тиҙ тоҙлана торған ҡыяр рецебы тәҡдим итәбеҙ...

Тотош уҡырға 22

Тәме - туңдырма кеүек

Тәме - туңдырма кеүек 18.06.2025 // Баҡса

Баҡса еләгенән ҡышҡылыҡҡа тәмлекәс әҙерләп ҡуйығыҙ....

Тотош уҡырға 31

Баҡса еләгенән мохито

Баҡса еләгенән мохито 17.06.2025 // Баҡса

[thumb][/thumb]Ҡышҡылыҡҡа ныҡ тәмле!...

Тотош уҡырға 33

Баҡса еләге ҡайнатмаһы

Баҡса еләге ҡайнатмаһы 16.06.2025 // Баҡса

Баймаҡ районынан аш-һыу оҫтаһы, уңған хужабикә Гөлгөнә Байегетова:"Әйткәндәй, үткән йыл әҙерләгән...

Тотош уҡырға 32

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ!

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ! 15.06.2025 // Баҡса

[thumb][/thumb]Бик файҙалы ашлама рецепты менән уртаҡлашабыҙ....

Тотош уҡырға 37

Турғай еләге бешкән

Турғай еләге бешкән 13.06.2025 // Баҡса

[thumb][/thumb]Иң беренселәрҙән булып турғай еләге өлгөрә. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡта уны нисек атайҙар?...

Тотош уҡырға 34

Был ҡыяр кетерҙәп кенә торасаҡ

Был ҡыяр кетерҙәп кенә торасаҡ 13.06.2025 // Баҡса

Кемгәлер уксус йә шәкәр ярамай. Ә бындай ҡыярҙы һәр кем ашай аласаҡ....

Тотош уҡырға 30

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр 12.06.2025 // Баҡса

[thumb][/thumb]Уңған хужабикәләр яңы ҡыяр ашап ҡына түгел, уны тоҙлап та өлгөрҙөләр...

Тотош уҡырға 28

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы 11.06.2025 // Баҡса

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!...

Тотош уҡырға 33

Помидорҙар кесерткән һыуы ярата

Помидорҙар кесерткән һыуы ярата 07.06.2025 // Баҡса

Был ашламаларҙы ҡулланып, уңышты бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкин. ...

Тотош уҡырға 65