Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Йәй эсендә... 100 мең һум
“Башҡортостан” гәзитен күптән алдырып уҡыйым. “Баҡса” махсус битен асыуығыҙҙы хуплап ҡабул иттем. Ни генә тимә, шул беҙҙе туйындыра. Теләгем дә бар: нисек еләк-емеш үҫтереү тураһында ғына түгел, ә иртә уңыш алып, аҡса эшләү тәжрибәһе менән дә бүлешһәгеҙ ине.

Өфө эргәһендәге ауылда йәшә­йем. Баҡса миңә гел ярҙамсы булды. Эшләгән саҡта емеш-еләкте хеҙмәт­тәштәремә һаттым. Тәжрибә уртаҡ­лашыу эстафетаһын башлап ебә­рергә булдым. Исем-шәрифемде атамауымды ғәфү итерһегеҙ. Шуны ла билдәләп үткем килә: әлеге ваҡытта хаҡлы ялдамын. Иркенләп яратҡан эшем менән шөғөлләнергә мөмкин.
Иртә яҙҙан баҡса үҫтереүгә төплө әҙерләнәм. Өс теплицам бар. Тәү сиратта бында йәшелсә – һуған, әнис, редисты помидор менән аралаштырып ултыртам. Тәүгеләре өлгөрөү менән һатыуға сығарам, помидорға ла иркенләп үҫергә урын ҡала. Тәмләткес үлән һатып ҡына ла 20 мең һум тирәһе аҡса эшләйем.
Артабан 20-25 майҙа картуф ултыртам. Үҫентеһе күренә башлау менән уны күмеп ҡуям. Шулай итһәң, картуфҡа ҡырау ҡурҡыныс түгел. Иртә өлгөрә торған сортҡа өҫтөнлөк бирәм, сөнки ул өлгөрөү менән йәнә баҙар юлын тапайым. Әйткәндәй, картуфты ике тапҡыр, тәүге уңышты йыйыу менән йәнә ултыртам. Унан инде һарымһаҡ менән һуғанды алғас та, шул урынға картуф ултыртабыҙ. Икенсе уңыш һаҡлауға яраҡһыҙ булһа ла, көҙгә тиклем ашауға һәйбәт була. Ә йәш картуфтың хаҡы баҙарҙа ҡыйбат: былтыр килограмы 35 – 40 һум булды. Хатта тәүге аҙнаһында 50 һумға ла барып баҫты. Кеҫәгә 40 мең һум тирәһе аҡса инеп ятты. Быйыл мулыраҡ уңышҡа иҫәп тотам.
Аҡса “һуғыуҙың” тағы бер ысулы – күпләп еләк ултыртыу. Бынан бер нисә йыл элек күрше әбей ауыл ситендәге баҡсаһын ташларға булды. Алты сутый ерҙе эшкәртергә хәленән килмәй башланы. Шул баҡсаны алдым да буйынан буйына еләк ултырттым. Уны һәйбәт итеп тәрбиәләп торам. Тәмлекәстәр бе­шеү менән пластик стакандарға йыйып, һатыуға сығарам. Әйткәндәй, шулай һатыу күпкә отошлораҡ. Йәһәт кенә һатылып та бөтә, иҙелмәй ҙә, стаканы үтә күренеп торғас, һатып алыусыға ла һайлап алыуы үҙе бер кинәнес. Еләк һатып 15 – 20 мең килем алам. Еләге бөтөү менән, үҫентеләрҙе ҡырҡып, көҙгөлөккә әҙерләп ҡуям да, көҙөн йәнә бер “мыйыҡ”тарҙы алғас, был баҡсамда эшем бөтә.
Емештәрҙән тағы ла ҡыҙыл, аҡ ҡарағатты стаканлап һатыуға сы­ғарам. Шул уҡ ваҡытта йәшелсә, ҡуҙғалаҡ, бөтнөк бәйләмдәрен алам. Ҡара ҡарағат һәм ҡурай еләге лә мул уңыш бирһә, шул сама табыш алам. Былтыр ҡурай еләгенең бер килограмы 250 һумдан төшмәне, ҡарағат 200 һум булды.
Алманы былтырға тиклем баҙарға сығармай инем. Ауыр ҙа, хаҡы ла әл­лә ни күп түгел. Ә былтыр уны һатыуҙан ғына ла алты мең һум кеҫәгә төштө. Килограмын – 50 һумдан.
Әлбиттә, бензинға ла аҡса китә. Бабай менән бергә йөрөйбөҙ. Ошо юл менән алынған табыш пенсия­быҙҙы тотонмай, йыйыбыраҡ тотоуға булышлыҡ итә. Ҡулға аҡса инеү менән, уны башлыса аҙыҡ-түлеккә бөтөрәһең инде. Шәкәр, дөгө ярма­һы, ҡарабойҙай, туҡмас, боҙолмай торғандарҙан йәнә һабын, кер онтағы һәм башҡаһын ҡыш буйына етерлек итеп алып ҡуябыҙ.
Ҡайһы берәүҙәрҙән ошондай фекер ҙә ишеткәнем бар: йәнәһе, баҙарҙа меҫкенләнеп һатып алыу­сыңды көтөп тораһың, оҙаҡ һайла­налар, әллә күпме яфа сигәһең. Был – ялған фекер. Әгәр тауарың сифатлы, таҙа булһа, икенсе тапҡыр һатып алыусыларың йә тағы үҙҙәре килә, йә күрше-таныштарын ебәрә. Әллә ҡайҙан танып, һаулыҡ һора­шып, тик минән генә тауар алғандар ҙа етерлек. Хатта телефондарҙы алмашып, улар теләгән урынға тауа­рыбыҙҙы илтеп бирәбеҙ. Был ысул ике яҡ өсөн дә уңайлы.
Һүҙҙе баҙар һәм һатыуҙан баш­лағас, тағы ла ошо мәсьәләне күтәр­гем килә: беҙҙең ише һатыусыларға Өфөлә уңайлы һатыу урыны булдырыу ҡала халҡы өсөн дә, беҙҙең өсөн дә отошло түгелме һуң? Бынан ун йыл самаһы элек Үҙәк баҙарға тауарыңды алып киләһең дә, санитар экспертиза үткәс, уңайлы урынға ултырып һатаһың. Урын өсөн күпмелер түләй торғайныҡ, әммә ул хаҡ ҡурҡыныс түгел ине.
Хәҙер иһә был баҙарҙың эргәһенә яҡын барырлыҡ та түгел, шуға баш­ҡаларына йөрөргә тура килә. Тәү сиратта, улар эргәһендә туҡталҡа мәсьәләһе ауыр тора – машинаны ҡуйырға яйлы урын юҡ. Икенсе мәсьәлә – тауар хаҡы. Үҙәк баҙар менән сағыштырғанда, күпкә ҡайты­шыраҡ. Был һатып алыусы өсөн йәтеш булһа ла, һатыусы өсөн шәп түгел.
“Урамда һатып тороусыларҙан емеш-еләк, йәшелсә алмағыҙ”, – тип йыш тылҡыйҙар. Был фекер менән дә килешеп бөтә алмайым. Әлбиттә, арала алдарға маташыусылар ҙа бар. Әммә күпселек осраҡта халыҡ баҙарға баҡсаһында үҫтергәнен сығарып һата. Беҙ химия һиптермәй генә, таҙа емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙең балаларға, ейәндәргә ашатҡанды һатып алыу­сыға ла тәҡдим итәбеҙ. Был насармы ни?!
Булған уңышыңды баҙарға сы­ғарғас, үҙеңә ҡаламы һуң, тип һораусылар ҙа булыр. Хәҙер балалар башлы-күҙле булды. Студент саҡтағы һымаҡ уларға ҡайтҡан һайын тиҫтәләгән банка аҙыҡ һалып ебәрмәйбеҙ. Үҙебеҙгә етәрлеген әҙер­ләйбеҙ. Олоғайғас, элекке һы­маҡ тоҙло йә һеркә ҡушып мари­над­ланған помидор-ҡыяр хәҙер ашалмай. Туңдырыу камераһы ал­ғайныҡ. Барлыҡ еләкте, ҡабаҡ, кә­беҫтәне, хатта помидорҙы шунда туңдырырға һалам. Кәрәк саҡта сығараһың да ашайһың. Сейә, ҡарағат, ҡурай еләге яңы ғына өҙөлгән һымаҡ хуш еҫле була.
Хәҙер һығымта яһарға ваҡыт. Яҙ-йәй айҙарында баҡсала бил бөгөп, яҡынса 100 мең һум аҡса эшләйбеҙ. Хаҡлы ялдағы кешеләр өсөн ярайһы ғына килем. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?





Автор: СӘЛИМӘ апайығыҙ. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс...

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс... 28.04.2026 // Баҡса

Йә ер ҡаты, йә һыулы... Таулы яҡтарҙа яҡшы уңыш алып булмай. Әммә балсыҡлы йә, киреһенсә, һаҙлыҡлы ......

Тотош уҡырға 1

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ...

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ... 28.04.2026 // Баҡса

Бының өсөн апрелдә нимә эшләргә кәрәк?.. Май айында нимә эшләргә?.....

Тотош уҡырға 1

Айғырбатҡан ниңә күркәм?

Айғырбатҡан ниңә күркәм? 28.04.2026 // Баҡса

Тиҙҙән бында урман барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 1

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна 25.04.2026 // Баҡса

Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе ......

Тотош уҡырға 1

Гортензияны бик иртә асмағыҙ

Гортензияны бик иртә асмағыҙ 24.04.2026 // Баҡса

Улар йәй буйы сәскә атып ултырһын өсөн эште яҙҙан уҡ башлағыҙ...

Тотош уҡырға 1

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы 21.04.2026 // Баҡса

Был йәшел тәмләткес колит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауы­рыу­ҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, ......

Тотош уҡырға 1

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы 19.04.2026 // Баҡса

Ҡыуаҡҡа һәм буласаҡ уңышҡа зыян килтермәйенсә, ыуыҙ ғына япраҡтарҙы нисек дөрөҫ йыйырға?...

Тотош уҡырға 3

Ҡыҙыл картуфтың иң яҡшы сорттары

Ҡыҙыл картуфтың иң яҡшы сорттары 17.04.2026 // Баҡса

Һуңғы ваҡытта баҡсасылар ҡыҙыл сорттарға күберәк өҫтәнлек бирә. Һәм был осраҡлы түгел. Һайлайбыҙ!...

Тотош уҡырға 2

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә 14.04.2026 // Баҡса

Эштәр 17,5 саҡрым оҙонлоҡтағы 14 юлда башланасаҡ. Өфө һәм Нефтекаманан тыш, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, ......

Тотош уҡырға 4

Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға?

Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға? 13.04.2026 // Баҡса

Баҡса миҙгеле етте. Ә һеҙ теплицаны яҙғы миҙгелгә нисек әҙерләйһегеҙ?...

Тотош уҡырға 2

Сода баҡсала ҙур ярҙамсы була ала

Сода баҡсала ҙур ярҙамсы була ала 13.04.2026 // Баҡса

Әлеге ҡатнашма бөтә емеш ағастары өсөн файҙалы, уларҙы япраҡ ашаусы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Ә ......

Тотош уҡырға 1

Картуфтың иң тәмһеҙ дүрт сорты

Картуфтың иң тәмһеҙ дүрт сорты 10.04.2026 // Баҡса

Уңдырышлы, матур булһалар ҙа ашауға бик тәмле түгел улар....

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә