Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Самаһын белеп кенә...
Баҡсасылар йыш ҡына ашламаны теүәл миҡдарҙа тупраҡҡа индереү өсөн үлсәгес юҡлыҡҡа зарлана. Бының өсөн стаканды, аш ҡалағын файҙаланырға мөмкин.

Ҡырлы стаканға күпме ашлама һыя?
Түбәндәге таблицала ауырлыҡ грамдарҙа бирелә.

Аммиак селитраһы 160–180 Эзбиз 120
Суперфосфат 190–200 Ағас көлө 90–120
Фосфорит оно 310–360 Торф көлө 80
Калий тоҙо 185–190 Аммофоска 180–120

Бер ҡырлы стакан күләме буйынса 13 аш ҡалағына, ә бер аш ҡалағы өс балғалаҡҡа торошло.
Биҙрәгә 10 л һыу һыя, ул 10 килограмға тиң.
Бер йоҡа стакандың күләме 250 грамға тиң булһа, бер ҡырлы стакандыҡы 200 грамға тиң.
Бер аш ҡалағына 25 грамм һыя.
Бер балғалаҡ 5 грамға тиң.

Бер куб. метр ашлама күпме тарта? (килограмдарҙа)
Яңы тиреҫ — 400 Сиҙәм ере — 1000
Тығыҙланған тиреҫ — 800 Ҡом — 1600
Серегән тиреҫ — 900 Торф — 800
Ер серетмәһе — 800 Эзбиз — 900

Үҫемлектең төҫөнә ҡарап,
ашламаға мохтажлығын билдәләү

1. Азот ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, уның япрағы аҡһыл төҫкә инә, һарғая, ҡойола, үҫемлек насар үҫә, кәрлә булып ҡала.
2. Фосфор ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, үҫемлек япрағы ҡара йәшел, күкһел төҫкә инә, япраҡта ҡыҙғылт таптар барлыҡҡа килә. Ҡорой, улар һорғолт төҫкә инеп ҡарая, емеш сифатһыҙ була.
3. Азот менән фосфорға мохтажлыҡ кисерһә, ғәҙәттәгесә сәскә атып, һеркәләнгәндә сәскә аналығы ҡойола.
4. Калий ашламаһы етешмәгәндә, япраҡ уртаһы бер аҙ ҡытыршылана, бөгәрләнә, ялтырауыҡлы ҡыҙғылт таптар хасил була, япраҡ ситтәре һарғая башлай, һорғолт таптар барлыҡҡа килә. Иң өҫтәге үҫеш бөрөһө һәм тамыры зарарлана. Үҫемлектең калийға ҡытлыҡ билдәләре аҫҡы ботаҡтағы япраҡтан башлана.
5. Магний элементы етешмәһә, япраҡтар төҫһөҙләнә, һарғылт, ҡыҙыл төҫкә инә.
6. Тимер элементына мохтажлыҡ кисерһә, япраҡтар аҡһыл йәшел төҫкә инә. Япраҡ һөлдәләре араһында хлороз барлыҡҡа килә.
7. Баҡыр элементы етешмәһә, япраҡ осо ағара, хлороз барлыҡҡа килә.
8. Бор етешмәһә, үҫеш нөктәһе ҡорой — сәскә атмай.
С. ХАЖИЕВТЫҢ “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә