Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ » Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары Каринэ Хәбирова менән осрашты
Фото: Валерий Шахов

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары Каринэ Хәбирова менән осрашты

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Үҙ көсөң» проектының икенсе ағымында ҡатнашыусылар проекттың төбәк координаторҙарының береһе Каринэ Хәбирова менән осрашты.


Беренсе ағымда фронтта яҡындарын юғалтҡан 100 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Ул 1 октябрҙә Рәсәйҙең ете төбәгендә: Ҡалмыҡстанда, Мари Эл Республикаһында, Башҡортостанда, Һамар, Мәскәү, Томск һәм Орел өлкәләрендә старт алды. Республикабыҙҙан проекттың тәүге ағымында 31 тыңлаусы: махсус хәрби операцияла һәләк булған геройҙарҙың әсәләре, тол ҡатындары, атайҙары уҡыны. Проекттың маҡсаты – ҡатнашыусыларға тормошта терәк-таяныс табыуҙа һәм яңы һөнәр алыуҙа ярҙам итеү.


«Үҙ көсөң» проектының икенсе ағымы 7 февралдә башланды. Бөгөн улар проект етәкселәре менән рәсми булмаған шарттарҙа әңгәмә ҡороу өсөн сәй табынына йыйылды.


— Араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бар. Улар – һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, атайҙары һәм ҡатындары. Бөгөн беҙ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һәм ир-егеттәребеҙгә уларҙың ғаиләһенә килгән ҡайғыны еңеп сығырға ярҙам итеү өсөн уйланылған проекттың һөҙөмтәләре тураһында һөйләй алабыҙ. Еңеп сығыу ғына түгел, ә артабан йәшәргә көс табыу, үҙеңде кәрәкле итеп тойоу. Уларҙың туплаған тәжрибәһе ошондай хәлдә ҡалғандар өсөн бик мөһим. Башта, тәүге ағымды йыйғанда, проектта ҡатнашыусылар менән аралашыу ҡыйыныраҡ булды. Улар бындай осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген белмәй ине, — тине Каринэ Хәбирова.


Проект авторы һәм етәксеһе – Мари Эл Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы даими вәкиле Ольга Бадма-Халгаева билдәләүенсә, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған пилот проекты башҡаларынан айырыла, анығыраҡ әйткәндә, унда ир-егеттәр ҙә әүҙем ҡатнаша.


— Был беҙҙең дөйөм эшебеҙ, барығыҙға ла рәхмәт белдерәбеҙ. Әлеге көндә Башҡортостан тыңлаусылар һаны буйынса беренсе урында. Һеҙҙең проект ир-егеттәрҙең ҡатнашыуы менән айырылып тора. Был бик мөһим, сөнки һеҙ беҙгә терәк булып тораһығыҙ. Күләмле курс, ҡатмарлы, етди проект, ике белем биреү ойошмаһы алып бара. Мәскәүҙең ғәмәли психология мәктәбе Томск дәүләт педагогия университеты булышлығында махсус программа яҙҙы. Беренсе пилот был программаның ни тиклем әһәмиәтле һәм кәрәкле булыуын, төрлө категорияларға ҡараған ғаиләләрҙе йәлеп итеүҙең мөһимлеген күрһәтте. Беренсе ағымда һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары бар. Был ете төбәк, 100 кеше, биш ай дауамында төрлө төбәктәрҙән шылтыратыуҙар булды, — тине Ольга Юрьевна.


Уҡыуҙар тамамланғас, ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыла, уларҙың хатта сығарылыш кисәһе үткәрелә, тине проект етәксеһе. Шулай уҡ арт-терапия буйынса дәрестәр була. Проектта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, аралашыу һәм яңы белем уларға тормошта бик ныҡ ярҙам итә.


— МХО-ла улымды юғалттым, ул хәрби кеше ине, тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Был проектҡа мине «Ватанды һаҡлаусылар» фонды саҡырҙы. Бында килеүемә шатмын. Ошо проектта мин терәк таптым, беҙгә үҙебеҙҙе аңларға ярҙам итәләр. Башҡа әсәләр, ҡатындар менән аралашабыҙ, улар беҙҙе үҙҙәренең идеялары менән илһамландыра, — тине Өфөнөң Дим районынан Рәсилә ханым Батырова. — Йыш ҡына «Ватанды һаҡлаусылар» фондында йыйылабыҙ, сөнки унда яҡшы мөхит, йәнле аралашыу.


Проекттың төбәк координаторҙарының береһе, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина проектта ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне.


— Бөгөн беҙ һәләк булған геройҙарыбыҙҙың әсәләрен, тол ҡатындарын, атайҙарын йыйҙыҡ. Икенсеһенә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың хәләл ефеттәрен һәм әсәләрен саҡырабыҙ. Уларҙы социаль координаторҙар аша һайлап алабыҙ. Яҡын кешеһен юғалтҡандан һуң бирешмәҫкә, ныҡ булырға, башҡаларға ярҙам итергә үҙҙәрендә көс тапҡан улар, — ти Гөлнур Ҡолһарина.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-02-27/v-ufe-chleny-semey-uchastnikov-svo-vstretilis-s-karine-habirovoy-4138439



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты

Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты 14.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырырға ҡушты...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ветеран-хәрби хәбәрселәр шифахана-курорттарҙа дауаланырға мөмкин

Башҡортостандан ветеран-хәрби хәбәрселәр шифахана-курорттарҙа дауаланырға мөмкин 09.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ......

Тотош уҡырға 2

«Башҡорт» позывнойлы яугир дуҫтары менән МХО-ға киткән
Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовты хөрмәтләп иҫкә алды

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовты хөрмәтләп иҫкә алды 07.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Бөгөн Асҡар ауылында Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына сәскәләр һалды. 2025 ......

Тотош уҡырға 6

Шаранда ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған
МХО яугиренең ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән
МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан

МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан 02.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан...

Тотош уҡырға 6

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде 01.04.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

МХО ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан хөкүмәте департаменты етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостан яугирҙәре ВСУ һалдаттарын әсиргә алған
Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән
Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған

Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған 27.03.2026 // Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Өфөлә МХО яугиренең ҡатыны иренә һәм уның иптәштәренә ярҙам итеүҙәрен һораған...

Тотош уҡырға 6

Яҡташыбыҙ ире артынан алғы һыҙыҡҡа юлланған

Комментарий өҫтәргә