Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Спорт » Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында БДБ илдәренең беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында БДБ илдәренең беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә

Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең беренсе ҡышҡы Спартакиадаһын ҡабул итә. Был хаҡта йома, 14 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашыуында билдәле булды. Рәсәй Спорт министрлығы ҡарары буйынса спартакиада 2025 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола.


Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, осрашыу барышында спорт инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ төбәктә күләмле саралар уҙғарыу мәсьәләләре тикшерелде.


Радий Хәбиров Башҡортостанда төрлө дисциплиналарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ халыҡты физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре тураһында һөйләне.


— Күп кенә әһәмиәтле ярыштарҙы ҡабул итеүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Әлеге ваҡытта барған һаңғырауҙар спорты буйынса Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы оло ваҡиғаға әүерелде. Ярыштарҙа илдең 30 төбәгенән иң көслө спортсылар ҡатнаша. Беҙ республиканың иң яҡшы спорт майҙансыҡтарын әҙерләнек, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Быйыл декабрҙә Башҡортостан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә. Уны уңышлы үткәреү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.


Одес Байсолтанов Башҡортостандың Рәсәйҙең спорт инфраструктураһын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.


 — Төбәк спорт объекттары һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инә, республика биләмәһендә ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороуығыҙға беҙҙә һис кенә лә шик булманы. Тармаҡты үҫтереүгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлемен, — тип билдәләне Одес Байсолтанов.


Радий Хәбиров Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса саралар тураһында ла һөйләне:


— Мөмкин тиклем күберәк кешене спортҡа йәлеп итеү өсөн төрлө программаларҙы бойомға ашырабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әүҙем яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү программаһы бар. 60 йәштән өлкән кеше ГТО нормаларын үтәһә, уға спорт объекттарына йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. 


Республикала спорт инфраструктураһын үҫтереү эшен дауам итәбеҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Әле 16 ҙур объектты проектлау һәм төҙөү бара.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-14/ufa-primet-pervuyu-zimnyuyu-spartakiadu-stran-sng-sredi-detey-s-ovz-4122282



Автор: Әлфиә Әһлиуллина / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан шашкасыһы Александр Георгиев – донъя чемпионы

Башҡортостан шашкасыһы Александр Георгиев – донъя чемпионы 15.09.2026 // Спорт

Александр Георгиев тарихта беренсе булып дүрт шашка системаһы буйынса донъя чемпионы исемен яуланы....

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ Роман Михалев полиатлон буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы

Яҡташыбыҙ Роман Михалев полиатлон буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы 14.09.2026 // Спорт

Яҡташыбыҙ Роман Михалев полиатлон буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ йөҙөүселәре Европа чемпионатында 7 миҙалға лайыҡ булды

Республикабыҙ йөҙөүселәре Европа чемпионатында 7 миҙалға лайыҡ булды 14.09.2026 // Спорт

Республикабыҙ йөҙөүселәре Европа чемпионатында 7 миҙалға лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 0

«Салауат Юлаев» миҙгелде еңеүҙән башланы

«Салауат Юлаев» миҙгелде еңеүҙән башланы 11.09.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» миҙгелде еңеүҙән башланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан спортсыһы Рәсәй флагын Европа пьедесталына ҡайтарҙы

Башҡортостан спортсыһы Рәсәй флагын Европа пьедесталына ҡайтарҙы 10.09.2026 // Спорт

Башҡортостан спортсыһы Рәсәй флагын Европа пьедесталына ҡайтарҙы...

Тотош уҡырға 0

Өфөнән Адлан Амриев – Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының бронза призеры

Өфөнән Адлан Амриев – Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының бронза призеры 10.09.2026 // Спорт

Өфөнөң Көрәш һарайында «классик» стиль көрәшселәре араһында ярыштар тамамланды. Республиканың өс ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баскетбол легендаһы Иван Едешконы ниндәй кеше итеп хәтерендә ҡалдырыуы тураһында һөйләне

Радий Хәбиров баскетбол легендаһы Иван Едешконы ниндәй кеше итеп хәтерендә ҡалдырыуы тураһында һөйләне 31.07.2026 // Спорт

Радий Хәбиров баскетбол легендаһы Иван Едешконы ниндәй кеше итеп хәтерендә ҡалдырыуы тураһында ......

Тотош уҡырға 0

«Салауат Юлаев»тың яңы миҙгелгә тренерҙар штабы билдәле булды

«Салауат Юлаев»тың яңы миҙгелгә тренерҙар штабы билдәле булды 29.07.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев»тың яңы миҙгелгә тренерҙар штабы билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө йөҙөүсеһе – Рәсәй беренселегенең бронза призеры

Өфө йөҙөүсеһе – Рәсәй беренселегенең бронза призеры 28.07.2026 // Спорт

Өфө йөҙөүсеһе – Рәсәй беренселегенең бронза призеры...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ Ханчжоуҙа Донъя кубогында бронза призер булды

Яҡташыбыҙ Ханчжоуҙа Донъя кубогында бронза призер булды 27.07.2026 // Спорт

Яҡташыбыҙ Ханчжоуҙа Донъя кубогында бронза призер булды...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо асылды

Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо асылды 27.07.2026 // Спорт

Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красниковтың исемле йондоҙо асылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бокс буйынса тренер Алексей Евстигнеев вафат

Башҡортостанда бокс буйынса тренер Алексей Евстигнеев вафат 21.07.2026 // Спорт

Башҡортостанда бокс буйынса тренер Алексей Евстигнеев вафат...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә