Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында БДБ илдәренең беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә14.02.2025
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте

Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында БДБ илдәренең беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә

Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең беренсе ҡышҡы Спартакиадаһын ҡабул итә. Был хаҡта йома, 14 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашыуында билдәле булды. Рәсәй Спорт министрлығы ҡарары буйынса спартакиада 2025 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола.


Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, осрашыу барышында спорт инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ төбәктә күләмле саралар уҙғарыу мәсьәләләре тикшерелде.


Радий Хәбиров Башҡортостанда төрлө дисциплиналарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ халыҡты физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре тураһында һөйләне.


— Күп кенә әһәмиәтле ярыштарҙы ҡабул итеүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Әлеге ваҡытта барған һаңғырауҙар спорты буйынса Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы оло ваҡиғаға әүерелде. Ярыштарҙа илдең 30 төбәгенән иң көслө спортсылар ҡатнаша. Беҙ республиканың иң яҡшы спорт майҙансыҡтарын әҙерләнек, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Быйыл декабрҙә Башҡортостан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә. Уны уңышлы үткәреү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.


Одес Байсолтанов Башҡортостандың Рәсәйҙең спорт инфраструктураһын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.


 — Төбәк спорт объекттары һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инә, республика биләмәһендә ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороуығыҙға беҙҙә һис кенә лә шик булманы. Тармаҡты үҫтереүгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлемен, — тип билдәләне Одес Байсолтанов.


Радий Хәбиров Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса саралар тураһында ла һөйләне:


— Мөмкин тиклем күберәк кешене спортҡа йәлеп итеү өсөн төрлө программаларҙы бойомға ашырабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әүҙем яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү программаһы бар. 60 йәштән өлкән кеше ГТО нормаларын үтәһә, уға спорт объекттарына йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. 


Республикала спорт инфраструктураһын үҫтереү эшен дауам итәбеҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Әле 16 ҙур объектты проектлау һәм төҙөү бара.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-02-14/ufa-primet-pervuyu-zimnyuyu-spartakiadu-stran-sng-sredi-detey-s-ovz-4122282



Вернуться назад