Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балтасҡа йәш белгестәр эшкә ҡайта

Һуңғы өс йылда Балтас районында сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә ҙур эштәр башҡарылды. Улар йәш белгестәрҙе районға эшкә ҡайтарыу, төпкөлдәге ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың ихтыяжын ҡайғыртып, уларға заманса, уңайлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡағыла.

Районда быйыл өс өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Мата, Тутағас ауылдарында модулле заманса ФАП-тар, тиҙҙән асыласаҡ Штәнде ауылындағы өлгөлө фельдшер пункты Ауыл хужалығы ми­нистрлығы программаһы буйынса тергеҙелде. Усман ауылында модулле ФАП төҙөлөшө дауам итә.

Район хакимиәте, үҙәк район дауа­ханаһы хәстәрлеге менән башланған ҙур эште урындағы халыҡ һөйөнөп ҡабул итә. Декабрь башында Тутағас ауылында модулле өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Балтас үҙәк район дауаханаһының элекке баш табибы, бөгөн ошо төбәк дауаханаларына кураторлыҡ иткән Бөрө үҙәк район дауаханаһы баш табибы Арсен Ғарипов белдереүенсә, алдағы ике-өс йылда Балтас районында унға яҡын заманса ФАП төҙөләсәк. 2016 — 2018 йылдарҙа районға йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә маҡсатлы эш алып барылды һәм ул бөгөн дә дауам иттерелә. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда Балтас районына эшкә 11 табип күсенеп килгән. Шулар араһында береһе — Өфө ҡалаһынан, дүртеһе — күрше райондарҙан. Ете фельдшер Балтаста даими эш урыны менән тәьмин ителгән. “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса Тутағас фельдшер-акушерлыҡ пунктына мөдир булып ҡайтҡан Артур Сәйетов — шундай белгестәрҙең береһе.

Иҫке Балтас ауылында тыуып үҫкән Артур Фәрит улы Бөрө ҡалаһындағы медицина училищеһында уҡый. Бер йыл Бөрө үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлегендә эшләй. “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, тыуған районына күсеп ҡайта. Аҙ ғына ваҡыт арауы­ғында халыҡтың ышанысын яулаған егет бөгөн ауыл кешеһенең сәлә­мәтлеге һағында уяу тора.

— Ауылда йәштәр бар. Балалар һаны 54-кә етә. Яңы тыуған сабый­ҙарҙы һөйөнөп ҡабул итәбеҙ. Тәүлек­тең ниндәй сәғәтендә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, ярҙамға килергә әҙербеҙ. Ауыл еренә ҡайтып урынлашыуыма һис кенә лә үкенмәйем. Тормош иптәшем Альбина Иҫке Балтас ауылында дауаханала эшләй. Арина исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ, — ти Артур Фәрит улы.

Бөгөн Тутағас ауылында 144 йорт, хужалыҡта 263 кеше йәшәй. Уҙған аҙнала Тутағаста өр-яңы ФАП асылыу тантанаһында пенсионер Зөлфирә Ғәйниева, йәш белгестең эшмәкәр­леген баһалап, ауылдаштары исеме­нән рәхмәт белдерҙе. Ә тантанала ҡатнашҡан ҡунаҡтар фельдшер-акушерлыҡ пунктындағы шарттар менән танышты.

Заманса пункт иркен, йылы, яҡты. Процедура кабинеты, дарыухана пункты, ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙар консуль­тацияһы бүлмәләре, өҫ кейемдәрен элеү урындары, санузел — барыһы ла урындағы халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатынан булдырылған.

Ауыл ерендә заман медицинаһында киҫкен һаналған проблемаларҙың береһе — кадрҙарға ҡытлыҡ Балтас ерендә уңышлы хәл ителә. Белгестәр халыҡтың тыныс холҡон, әҙәплелеген баһалай, тәжрибә туплау өсөн мөмкинлектәр етерлек булыуын билдәләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 15

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 13

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 13

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын...

Тотош уҡырға 11

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 15

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 14

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана