Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Страховка номеры – ғүмерлек

Пенсия страховкаһы танытмаһы өлкәндәрҙең һәр береһендә барҙыр. Был “йәшел” карточканы рәсми телдә “шәхси иҫәптең страховка номеры” йәки ҡыҫҡаса СНИЛС тип йөрөтәләр. Йыл һайын илдә биш миллиондан ашыу кеше Рәсәй Пенсия фондында теркәлгәндән һуң ҡулына ошо документты ала. Уны нисек алырға, алмаштырырға мөмкин? Юғалтҡан осраҡта уны нисек тергеҙергә?

Хеҙмәт килешеүе төҙөгәндән һуң эш биреүсе ике аҙна эсендә яңы хеҙмәткәрҙең мәғлүмәттәрен һәм тултырылған анкетаны Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә ебәрә. Страховка танытмаһы биш көндә әҙерләнеп, эйәһенә тапшы­рылырға тейеш. Он-лайн тәртибендә лә уны алырға мөмкин. Күп функциялы үҙәктәргә (МФЦ) мөрәжәғәт иткәндә, танытманы биш көн эсендә әҙерләп тапшырасаҡтар.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, СНИЛС һәр гражданға бер тапҡыр, ғүмерлеккә бирелә. Был номерға бары һеҙ генә хужа. Ә “йәшел” карточканы юғалтҡан осраҡта уны тергеҙеү ҡыйын түгел. Эшләгән урынығыҙҙа кадрҙар бүлегенә, дубликатын биреүҙе һорап, ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ. Ә шәхси шөғөллө кешеләр – эшҡыуар, адвокат, нотариус һ.б. – үҙҙәре теркәлгән урындағы Пенсия фондына ғариза тапшырырға тейеш. Эшләмәгән граждандар страховка танытмаһын тергеҙеү үтенесе менән теркәлгән йәки йәшәгән урыны буйынса Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

Фамилияһын үҙгәрткән кеше мотлаҡ страховка танытмаһын алмаштырырға тейеш, сөнки паспорттағы мәғлүмәт “йәшел” карточкалағы мәғлүмәткә тап килергә тейеш. Уға шул уҡ страховка номеры бирелә, әммә үҙгәртелгән яңы фамилия менән.


Өлкәндәр рекорд ҡуя

Хаҡлы ялға сығыу ваҡыты етһә лә, рәсәйҙәрҙең ярайһы ҙур өлөшө, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы ла, эшләүен дауам итә. Сәбәптәре етерлек: лайыҡлы пенсия булмауы, бала-сағаһына йә иһә ейәндәренә ярҙам итеү теләге, кредиттар һәм ипотеканан тиҙерәк ҡотолоу уйы һ.б.

Әлеге көндә республиканың 200 меңдән ашыу пенсионеры төрлө тармаҡтарҙа эшләй. Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәренән күрене­үенсә, илебеҙҙә бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған биш йөҙйә­шәрҙең эшләп йөрөүе билдәле.
Пенсия фондына улар өсөн страховка иғәнәләре килеүен дауам итә. 2018 йылдың майына алынған мәғлүмәттәрҙән, Өфөлә 93 йәшлек ханымдың һин дә мин эшләп йөрөгәнен белеп, күптәр хайран ҡалғайны.


Сит илдә лә түләнә

“Сит илгә йәшәргә киткәндәргә пенсияға хоҡуҡ һаҡланасаҡмы?”

А. ХӘЛИТОВ.

Октябрьский ҡалаһы.

– Хәҙерге ваҡытта йәшәү урындарын алмаштырғандар күбәйҙе. Рәсәй Пенсия фонды донъяның 128 илендә йәшәгән 305 меңдән ашыу ватандашыбыҙға пенсия түләй.

Күп илдәр менән пенсия килешеүҙәре төҙөлгән, шуға күрә, ҡайһы илгә күсеүенә ҡарап, граждандарҙы пенсия менән тәьмин итеү шарттары ла төрлөсә булыуы мөмкин.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә