Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сынығып үҫәләр
Сынығып үҫәләрҺуңғы йылдарҙағы ҡулайлаштырыу балалар баҡсаларын да урап үтмәне. Шулай, Учалы ҡалаһында ла бынан өс йыл элек 9-сы, 10-сы, 12-се баҡсалар берләштерелеп, 9-сы һанлы тип йөрөтөлә башлай. Исемдәре үҙгәрһә лә, әлбиттә, социаль учреждениеларҙың төп тәғәйенләнештәре үҙгәрмәй, тәрбиәселәр, баҡса хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәр үҙҙәрен тыуған өйҙәрендә кеүек хис итһендәр өсөн барыһын да эшләй.

Шул уҡ йылда республиканың маҡсатлы социаль программалары фондынан 9-сы балалар баҡсаһының өс корпусын да ремонтларға аҡса бүленә.
“Дюймовочка” корпусын былтыр ремонтлайҙар. 300 балаға иҫәпләнгән бина дүрт айға ябыла, был осорҙа балалар күрше баҡсаларға йөрөп тора.
— 1971 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарафынан төҙөлгән бина бик иҫкергәйне, даими уҙғарылған косметик ремонт мәсьәләне хәл итә алманы. Республика, район етәкселегенең хәстәрлеге арҡаһында хәҙер бинаны танырлыҡ та түгел, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, 33 йыл педагогик стажға эйә булған баҡса мөдире Хәсибә Ҡадирова.
Социаль учреждение, ысынлап та, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән: ҡыйығы, һыу үткәргес, йылылыҡ системалары ремонтланған. Иҫкереп, яңаҡтары серей башлаған тәҙрәләр “евро”ларға алмаштырылған, бүлмәләргә яңы ишектәр ҡуйылған. Аҙыҡ-түлек блогы ла санитария талаптарына яуап бирерлек итеп ремонтланған, сантехника яңыртылған, өлөшләтә иҙәндәр замансаға алмаштырылған, төркөмдәр яңы мебель менән йыһазландырылған.
— Барлығы һигеҙ миллион һум тирәһе аҡса тотонолдо. Аукцион һөҙөмтәләре буйынса ремонтты Өфөнөң “Башидельстрой” йәмғиәте башҡарҙы. Подрядсылар, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, эште ваҡытында һәм еренә еткереп үтәне, — ти Хәсибә Мөхәмәҙей ҡыҙы.
Бинала 1988 йылда сафҡа индерелгән бассейн да капиталь ремонтланған. Балаларҙың яратҡан ял итеү һәм һаулыҡтарын нығытыу урыны үҙгәртелеп, өр-яңы төҫ алған. Бассейнда, стеналарҙа, душ бүлмәләрендә кафель плитәләре яңыртылған, тәҙрәләр замансаға алмаштырылған, “йылы иҙән” түшәлгән. Ремонт өсөн миллион ярым һум аҡса тотонола.
“Дюймовочка” балалар баҡсаһында йөҙөү буйынса инструктор булып бына өс тиҫтә йыл инде Рәйлә Абдрахманова эшләй. Бар хеҙмәт юлын ул ошо баҡсаға бағышлаған. Тәжрибәле педагог кескәйҙәрҙе йөҙөргә өйрәтеү буйынса үҙ методикаһын да уйлап сығарған.
— Баланы иң тәүҙә һыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтергә кәрәк. Һыу эсендә үҙен иркен тотҡан, уйынсыҡтар менән уйнап күнеккән бала тиҙ генә йөҙөргә лә өйрәнә, — ти Рәйлә Әхмәтйән ҡыҙы.
Бассейнда дүрт йәштәре тулған кескәйҙәр — аҙнаһына бер тапҡыр, ә мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәр ике тапҡыр 20-25-әр минут шөғөлләнә.
— Балалар бик теләп йөрөй. Тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: бассейнға йөрөүселәр сынығып үҫә, һирәк ауырый. Шөкөр, эш дәүеремдә бер ғәҙәттән тыш хәл дә, күңелһеҙ ваҡиға ла теркәлмәне. Артабан да шулай булырына ышанам, — ти инструктор.
Әйткәндәй, Рәйлә Абдрахманованың улы менән ҡыҙы ла бәләкәй саҡтарында тап ошо учреждениела тәрбиәләнә, ейән-ейәнсәрҙәре лә был баҡсаға йөрөй.
Балаларын алырға килгән ата-әсәләрҙең дә фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынам:
— Улыбыҙҙы бассейн булған өсөн тап ошо баҡсаға йөрөтәбеҙ. Кесе йәштән һыуҙа йөҙөү организм өсөн бик файҙалы, бала сынығып үҫә. Улыбыҙ бассейндағы дәрестәр тураһында ҡайтҡас, тәьҫирләнеп һөйләй. Учреждение етәкселегенә, тәрбиәселәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, — ти Эльвира Фәйзуллина.
Эйе, һәр ата-әсә өсөн балаһының һаулығынан да ҡәҙерлерәк ғәмәл бармы икән донъяла?! Ә Учалы ҡалаһының 9-сы балалар баҡсаһында кескәйҙәр сәләмәт булып үҫһен өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 22

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 21

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 24

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 33

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 26

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 66

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 30

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 32