Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың июль ултырышында түбәндәге закон про­ект­тарын беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡараны. Ентеклерәк әҙер­ләү һәм мөмкин тиклем ками­лыраҡ итеү өсөн улар артабан өсөнсө уҡыуҙа ла ҡараласаҡ, шул арауыҡта уларға үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал.
“Умартасылыҡ тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы проект үтә ҡиммәтле башҡорт бал ҡорто генофондын һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы үрсетеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ҡорт сирҙәренең таралыуын кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

* * *

“Башҡортостан Респуб­ликаһы­ның Һайлауҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы проект даими (штаттағы) нигеҙҙә эшләгән һәм хәл иткес тауышҡа эйә булған комиссия ағзаларын, коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте күҙәтмәгән осраҡта, үҙ бурыстарынан ҡотҡарырға тәҡдим итә. Проект ошондай комиссия ағзалары өсөн федераль закондар билдәләгән ҡағиҙәләрҙең үтәлеүе мотлаҡ тип таба.

* * *

“Башҡортостан Республикаһын­дағы бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәреш­тәр индереү тураһында”ғы проект муниципаль райондар һәм ҡала округтары ҡаҙналарының тәьмин ителешен республика ҡаҙнаһынан дотация биреп еңеләйтеүҙе, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының ошо дотация буйынса Финанс министрлығы менән килешеү төҙөй алыуын күҙ уңында тота.

* * *

“Башҡортостан Республикаһын­да халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты республиканың дәүләт власы органдарына хеҙмәт баҙарына мониторинг һәм прогноз яһауҙан тыш теге йәки был һөнәрҙәргә мохтажлыҡтың ниндәй булыуына ла анализ эшләргә ҡуша. Был яңылыҡ федераль ҡануниәттең “Һөнәрҙәр белешмәһе” тигән мәғлүмәт ресурсы менән тулыланыуына бәйле. Белешмә хеҙмәт баҙарында ҡайһы һөнәрҙәргә ихтыяж артыуын йәки кәмеүен, уларҙың киләсәген һәм яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килеүен хәбәр итеп торорға бурыслы.

* * *

“Башҡортостан Республика­һында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортос­тан Республикаһы Законының 23.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты торлаҡ буйынса ҡануниәтте күҙәтеү алып барыусы дәүләт органының вәкәләттәренә коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса норматив­тың нигеҙле булыу-булмауын тикшереүҙе лә өҫтәй. Бынан тыш ошо талаптың үтәлешен күҙәтеү маҡсатында уны планлы һәм пландан тыш, тикшереү өсөн нигеҙҙәр ҙә билдәләнә.

* * *

“Коррупцияға ҡаршы тороу маҡ­сатында Башҡортостан Республи­ка­һының урындағы үҙидара даирәһендәге айырым ҡануни акттарға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы проект “Баш­ҡортостан Республикаһындағы урындағы үҙидара тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы закондарға яңылыҡ индерә: урын­дағы хакимиәт башлығына һәм муниципаль вазифаларға дәғүә итеү­селәр үҙҙәренең килеме, сығымдары, мөлкәте һәм бурыстары буйынса декларация тапшырырға тейеш.

* * *

“Башҡортостан Республика­һының 2017 йылға һәм 2018-2019 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында”ғы Башҡорт­остан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы проект түбәндәге шарттар тыуыу сәбәпле ҡабул ителә:
1) федераль ҡаҙнанан маҡсатлы сығымдар өсөн 2861,5 миллион һум өҫтәмә аҡса алыныуы;
2) республиканың адреслы инвестиция программаһының структураһы үҙгәреүе һөҙөмтәһендә, быйыл уның күләменең төбәктең өҫтәмә бюджет ассигнованиелары ярҙамында – 2081,2, 2018 йылға – 63,3, 2019 йылға 75,2 миллион һумға артыуы;
3) бюджет өлкәһендә эшләгән айырым категория хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға бәйле, уларға түләү фондына 3911,7 миллион һум бүленеүе;
4) муниципаль райондар ҡаҙна­һына бирелгән кредиттарҙы кире ҡайтарыу күләмен аныҡлау.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә