Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ғәҙеллеккә ышаныс ҙур
Ғәҙеллеккә ышаныс ҙурБашҡортостан Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙер. Ил ҡануниәтенә ярашлы барлыҡ тейешле эштәр башҡарылып бөткән тиерлек. Был хаҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе. Электән килгән йола буйынса, һайлау алдынан матбуғат конференцияһы ойошторолдо, унда журналистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап алды.

Һандарға мөрәжәғәт иткәндә, күрһәткестәр түбәндәгесә: Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы 110 депутат урыны өсөн дәғүәләшәсәктәр. Бынан тыш, ҡала округтарында, ауыл биләмәләрендә 211 һайлау кампанияһы үтә, унда 295 депутат мандаты өсөн көрәш булыуы көтөлә. Бер мандатлы 55 округ буйынса 383 кандидат тәҡдим ителгән. Республикала 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3452 һайлау участкаһы бар, уларҙың 34-е һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған ерҙәрендә эшләйәсәк (тәфтиш изоляторҙары, аэропорт, тимер юл вокзалы, дауахана, шифаханалар һ.б.). Тауыш биреүселәр һаны буйынса Башҡортостан илдә тәүге ун төбәк иҫәбендә: беҙҙә 3 064 501 һайлаусы теркәлгән. Беренсе тапҡыр тауыш бирергә 47 мең самаһы кеше киләсәк.
Артабан да һандар менән әйткәндә, парламент һайлауында сәйәси партияларҙың республикала теркәлгән 39 бүлексәһенең 19-ы ҡатнаша. 12 партияның төбәк бүлексәләре кандидаттар исемлеген теркәгән. Был исемлектә — 1 мең 232 кандидат. Барлығы 6 миллион 14 мең бюллетень әҙерләнгән, уларҙың яртыһы — берҙәм округ, ҡалғаны бер мандатлы округтар өсөн. Улар 3 сентябрҙә округ комиссияларына тапшырылды, ә бөгөндән участка һайлау комиссияларына биреләсәк. Бюллетендәр, йола буйынса, өс телдә — урыҫса, башҡортса һәм татарса — эшләнгән.
— Һайлау — кандидаттар һәм партиялар араһындағы көрәш, шуға күрә бәхәс һәм низағтарһыҙ ҙа булмай, — тине Хәйҙәр Арыҫлан улы. — Беҙҙең өсөн уларҙың барыһының да ҡануниәткә ярашлы үтеүе мөһим. 5 сентябргә ҡарата беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһына төрлө йөкмәткеле 88 мөрәжәғәт килде. Кемдер һайлау ҡануниәтен аңлатыуҙы һорай, икенселәре урындағы комиссияларҙың кандидаттарҙы теркәү ҡарары менән ризаһыҙлығын белдерә. Улар шулай уҡ судтарға ла мөрәжәғәт итә. Был — һәр кемдең хоҡуғы.
Дөйөм алғанда, республикала һайлау кампанияһы тыныс бара. Ниндәй ҙә булһа низағ, бәхәс һәм аңлашылмаусанлыҡтар тыуыу менән, уларҙы суд аша билдәләнгән тәртиптә хәл итәләр. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Берҙәм тауыш биреү көнө лә тыныс һәм закон сиктәрендә үтеренә ышаныс белдерә. 8 сентябрҙә тәртип һаҡлауҙы һәм хәүефһеҙлекте эске эштәр органдарының туғыҙ мең самаһы хеҙмәткәре тәьмин итәсәк.
— Йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарҙың да һайлау хоҡуғы бар. Шулай беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында теркәлмәгән граждандар, берҙәм республика округы буйынса тауыш биреп, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлай ала. Тауыш биреү 119-сы һайлау участкаһында, Өфө ҡалаһының Посад урамындағы, 26-сы йортта ойошторола, — тине Хәйҙәр Вәлиев.
Физик мөмкинлеге сикләнгән, сирле кешеләр ҙә конституцион хоҡуғын үтәй аласаҡ. Башҡортостанда 300 мең самаһы инвалид йәшәй. Берҙәм тауыш биреү көнөндә һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған биш участка эшләйәсәк. Уларҙың өсәүһе — Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, ә икәүһе Бәләбәй ҡалаһында урынлаша. “Һайлау участкаһына юл” пилот программаһы ла тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Бөгөнгә 12 мең инвалидтың паспорты әҙер. Тауыш биреү биналарын пандустар менән йыһазландырыу йәһәтенән дә эш туҡтамай.
Һаулығы буйынса үҙ участкаларына килә алмаған гарждандар өйөндә тауыш бирә ала. Бының өсөн 8 сентябрҙә сәғәт 2-гә тиклем участка һайлау комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Хәйҙәр Вәлиев һәм уның урынбаҫарҙары Наилә Алтынова менән Марина Долматова журналистарҙың барлыҡ һорауҙарына төплө яуап бирҙе.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә