Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов: “Һөҙөмтәлерәк эшләргә кәрәк”
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” тапшырыуында журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Республика етәксеһе менән бындай тура бәйләнеш алтынсы тапҡыр ойошторола. Сәғәт ярым самаһы барған тапшырыуҙа Рөстәм Хәмитов төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Сара барышында яңғыраған һүҙҙәргә ҡарағанда, халыҡты социаль торлаҡ төҙөлөшө, төбәккә киләсәк инвестициялар күләме, эш хаҡын күтәреү, ауыл хужалығы үҫеше, Өфөләге халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек мәсьәләләре айырыуса борсоуы күренә.

Йөрәк тибеше — төп яңылыҡ

“Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиевтең: “”Башинформ”дың мәғлүмәттәре менән даими танышып барыуығыҙ мәғлүм. Һуңғы көндәрҙең төп яңылығы тип ниндәй ваҡиғаны баһалайһығыҙ?”– тигән һорауына яуап биреп, Президент республика медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр баш ҡала табиптарының пациентҡа икенсе йөрәк күсереп ултыртыу ваҡиғаһын билдәләне.
— Әлеге ҡатмарлы операцияны кардиодиспансерҙа эшләгәндәр. Яңы йөрәкле 50 йәшлек ир үҙен һәйбәт тоя, – тине Рөстәм Хәмитов һәм был яңылыҡты тарихи әһәмиәткә эйә ваҡиғаларҙың береһе тип баһаланы.

Тәрбиәселәр 28 мең һум аласаҡ!

Тапшырыуҙы алып барыусы Азамат Әлмөхәмәтов төбәк башлығының мәғариф мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Президент вазифаһына тәғәйенләнеү менән балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәрҙең эш хаҡын күтәреү тураһындағы Указға илдә тәүгеләрҙән булып ҡул ҡуйҙығыҙ. 2015 – 2017 йылдарға был күрһәткесте 28 мең һумға еткерергә тигән талабығыҙ бар. Быға өлгәшергә мөмкинме?”– тип һораны ул.
— Мәғариф өлкәһенә һәр саҡ ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүебеҙгә шигем юҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә — мәктәптәрҙең ябылыуына — ҡарата ла Президент үҙ фекерен белдерҙе. “Ҡулайлаштырыу — Федераль үҙәктән килгән талап. Был сара 2006 йылдан уҡ башланғайны. Рәсәйҙә бер уҡытыусыға 15 уҡыусы тура килергә тейеш тигән норматив индерелде. Ошонан сығып, уҡыусылар һанын педагогтар иҫәбенә бүлделәр. Совет заманында республика мәктәптәрендә 730 мең бала уҡыһа, әле ни бары 430 мең уҡыусы белем ала. Ә уҡытыусылар, киреһенсә, ошо арауыҡ эсендә әллә ни аҙаймаған. Быйылдан мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу туҡтай тиһәк тә була. Шулай ҙа уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең һайлау мөмкинлеге булырға тейеш тип уйлайым. Улар йә өйө эргәһендәге мәктәпте һайлай, йә балаһын заман талаптарына тап килгән, көслө уҡытыусылары булған, тулыһынса йыһазландырылған мәктәпкә алып бара. Тик, икенсе вариантта туҡталған хәлдә, балаға автобуста йөрөргә кәрәк буласаҡ. Үҙемә ҡалһа, уҡыусыларҙың һәйбәт белем алыуы яғындамын”, – тип фекере менән уртаҡлашты республика башлығы.

Һаҡсыллыҡ — заман талабы

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәренә һылтанды. Ил башлығы, атап әйткәндә, яңыраҡ иҡтисади үҫеш тиҙлеге һүлпәнәйеүен билдәләп, сығымдарҙы ҡулайлаштырыу кәрәклеген әйткәйне. “Һеҙ ҙә Хөкүмәт ағзаларын был мәсьәләгә иғтибарлы булырға саҡырҙығыҙ. Ҙур социаль проекттар, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тураһында һөйләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта сығымдарҙы ҡыҫҡартыу талабы көн үҙәгендә тора. Был ниндәй иҫәпкә башҡарыласаҡ?” – тип һорау бирҙе журналист.
— Эш хаҡы тураһында әйтеп үткәйнем инде. Уҡытыусы, табиптарҙың, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең хәле ярайһы уҡ һәйбәт. Шулай ҙа дөйөм хәлдең һөҙөмтәләре генә ҡыуандыра. Халыҡтың яртыһы 20 мең һумдан кәм эш хаҡы ала бит. Эшләп йөрөгән кешеләрҙең 14 проценты 10 мең һумдан кәмерәккә бил бөгә. Шуға ла хеҙмәт хаҡын арттырыуға йүнәлтеү өсөн гел генә өҫтәмә ресурстар эҙләү мотлаҡ. Бюджет өлкәһендә лә 5 — 7 мең һум эш хаҡы алыусылар һаман бар әле. Башҡортостан — нефть, нефть продукттары, нефть химияһы, химия буйынса иң ҙур экспортлаусыларҙың береһе. Һуңғы һигеҙ айҙа сәнәғәт етештереүе күләме буйынса былтырғы күрһәткестәрҙән күпкә алға киткәнбеҙ. Шулай ҙа илдә хәл көсөргәнешле. Ошо сәбәпле ресурстарҙы самалап тотоноу кәрәк. Аҡса бар, тик уны юҡ-барға тәләфләмәү — заман талабы. Шуға ла ҡулайлаштырыу тураһында һөйләгәндә, мин тәү сиратта үҙ эшебеҙҙе мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк итеүҙе күҙ уңында тотам. Төҙөлөштөң хаҡын көйләргә тейешбеҙ, сығымдарҙы кәметеп, күберәк йорт һалыу юлдарын эҙләргә, һөҙөмтәлерәк эшләргә өйрәнеү кәрәк. Ә социаль өлкәгә бирелгән барлыҡ вәғәҙәләр, һис шикһеҙ, үтәләсәк, – тип ышандырҙы республика башлығы.

Көслө ун төбәк иҫәбендәбеҙ

Президент тура эфир барышында Рәсәй субъекттарының социаль һәм иҡтисади үҫеше буйынса яңы статистик мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. “Башҡортостан — илдең иң ныҡ үҫешкән һәм көслө ун төбәге иҫәбендә. Мәскәү, Татарстан, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы менән бер рәттә киләбеҙ. Төрлө күрһәткестәрҙә бишенсе, алтынсы, етенсе, һигеҙенсе урындарҙы биләйбеҙ. Тик ябай кешене әлеге проценттар, һандар, квадрат метрҙар, километрҙар, тонналар ҡыҙыҡһындырмай. Уны үҙ тормошо күберәк борсой. Эш, кеҫәһендә аҡса булыуы, хеҙмәт хаҡын ваҡытында алыуы, уның күләме, подъезының, урамының таҙалығы, юлға асфальт түшәлеүе — тәү шарт. Ябай кешенең тормошо тап ошо күрһәткестәргә бәйле. Ауыл һәм ҡалаларҙа уңайлы шарттар булдырыу, төҙөкләндереү йәһәтенән алға китеш күҙгә күренә”, – тине Президент.

Саммиттар үҫешкә этәргес бирәсәк

“Российская газета” хәбәрсеһе Альфред Әһлетдинов “ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан өсөн инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән этәргес бирәсәкме?”– тигән һорау менән мөрәжәғәт итте.
— Былтырғы һөҙөмтәләр ҡыуандыра. 54 — 55 миллиард һум — Өфө өсөн һәйбәт күрһәткес. Дөйөм капитал иһә былтыр 233 миллиард һум тәшкил итте. Екатеринбруг ҡалаһы был саммиттарҙы 2009 йылда ҡабул иткәйне, әле иһә улар ошо эштең һөҙөмтәһен күрә. Халыҡ-ара йыйындарҙың Башҡортостанда үтеүе — республика өсөн ҙур ҡаҙаныш. Ике йылдан бөтә донъя Өфө, Башҡортостан тураһында һөйләй башлар, был беҙҙең баш ҡалаға шаҡтай ҙур реклама буласаҡ”, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.

“Зимагорҙар” арта

Бөгөн Башҡортостанда 30 меңгә яҡын эшһеҙ рәсми теркәлгән. Президент иһә ысынбарлыҡта буш ятҡандар күберәк булыуын әйтте.
— Эш урындары булдырыу — мөһим мәсьәлә. Кешеләрҙең “оҙон” аҡса артынан сит төбәктәргә китеүен күреү аяныс. Халыҡ Төмән өлкәһенә, Ханты-Манси автономиялы округына, Ямалға күпләп юллана. Был йәһәттән беҙ — донор. Шул уҡ ваҡытта республикаға килеүселәр Башҡортостандан Себер тарафтарына сығып киткәндәргә ҡарағанда күберәк. Ауыл хужалығының бөлгөнлөккә төшөүе, совхоз һәм колхоздарҙың бөтөрөлөүе — эшһеҙлектең төп сәбәбе, – тине Рөстәм Зәки улы һәм хәлде үҙгәртеү өсөн кисектергеһеҙ саралар күрергә кәрәклеген белдерҙе. Тәү сиратта заманса ауыл хужалығы комплекстарын булдырыу талап ителә, тине ул.

Ит тә, һөт тә мул буласаҡ

“Инвестиция проекттарының тәүгеләре тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Улар араһында иң ҙуры — Благовар районында сусҡа ите етештереү буйынса мегакомплекс төҙөү. Унда йыл һайын 42 мең тонна продукция эшләп сығарыу планлаштырыла. Мәләүез районында күркә ите етештереүсе комплекстың икенсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бүздәк районында “ДАМАТЕ” компанияһы ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Уның ярҙамында республикала йыл дауамында етештерелгән һөттөң күләме яҡынса 100 мең тоннаға артасаҡ. Шулай уҡ ауыл ерендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү — мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Мәҫәлән, “500 ферма” республика программаһы ярҙамында быйыл йөҙгә яҡын һөтсөлөк фермаһын яңыртыу планлаштырыла”, – тине республика етәксеһе һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа

Тура бәйләнеш мәлендә күтәрелгән тағы бер мөһим мәсьәләләрҙең береһе — әле республикала барған һайлау кампанияһы. “Әгәр был йүнәлештә эш ыңғай юҫыҡта дауам итә икән, тимәк, халыҡ киләсәккә ышаныс белдерә. Дөйөм алғанда, әлеге һайлау кампанияһы республикала 2011 йылда үткән кампанияға оҡшаш тип баһалайым”, – тине Башҡортостан Президенты һәм парламент эшмәкәрлегенең еңел түгеллеген билдәләне. “Пленар ултырыштар, ғәҙәттә, тыныс үтһә лә, комиссияларҙа һәм комитеттарҙа ҡыҙыу фекер алышыу, бәхәстәр килеп тыуыуы — тәбиғи хәл”, – тип билдәләне республика етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 428

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 386

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 518

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 420

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 384

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 458

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 380

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 375