Берҙәм тауыш биреү көнөнә бер аҙнанан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡалып килә. Тауыш биреүселәрҙә һаман да аңлашылмаған мәсьәләләр ҡалыуы ихтимал. Ошоно иҫәпкә алып, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Бер сәғәт эсендә уға өс тиҫтәгә яҡын һорау бирҙеләр.
Иң әүҙемдәр Өфө ҡалаһында йәшәй икән. Шулай уҡ Баймаҡ, Сибай, Яңауыл ҡалаларынан, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Туймазы һәм башҡа райондарҙан шылтыратыуҙар булды. Әлбиттә, рәйескә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеген һайлау буйынса ҡануниәт, шәхси хоҡуҡтары, үҙгәртелгән закондар ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр кем Хәйҙәр Арыҫлан улынан аңлайышлы һәм аныҡ яуап алды.
Рәйескә һайлауға ҡағылмаған мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итеүселәр булды. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы урамдарына газ үтмәүгә зарланһалар, Әбйәлил районының Хәлил ауылы халҡы һыу баҫыуға бәйле проблемалары менән уртаҡлашты, кәңәш һораны. Кемдер хатта яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙын эшкә урынлаштырыу йәһәтенән ярҙамға өмөт итеүен белдерҙе. Тимәк, республика халҡы Үҙәк һайлау комиссияһының абруйына ышана, тип һығымта яһарға булалыр.
Түбәндә ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарҙы бирәбеҙ.
— Ни өсөн һайлау тап 8 сентябрҙә ойошторола? Элек бит яҙлы-көҙлө тауыш бирә торғайныҡ. Был һорау беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра. (Альвира Аҡбулатова, “Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире).
— Берҙәм һайлау көнөн индереү тураһындағы Федераль закон 2012 йылда ҡабул ителде. Хәҙер, уға ярашлы, һайлау элекке кеүек йылына ике тапҡыр түгел, ә бер генә мәртәбә, сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелә. Быйылғы кампания 8 сентябргә тура килде. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайланған йылдарҙа төбәк кимәлендәге һайлауҙар бер юлы ойоштороласаҡ.
Тауыш биреү өсөн берҙәм көн билдәләү идеяһы 2012 йылдың апрелендә Рәсәйҙең ул саҡтағы Президенты Дмитрий Медведев партиялар вәкилдәре менән осрашҡан ваҡытта әйтелгәйне. Дәүләт башлығы быны хупланы.
— Кандидаттар тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға була? (Әлфиә Булатова).
— Һайлау участкаларында кандидаттар, партиялар тураһында мәғлүмәт плакаттары эленгән. Бынан тыш, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында “Һайлау-2013” тигән бүлексә бар. Унда әлеге сара буйынса, шул иҫәптән кандидаттар тураһында бөтә мәғлүмәттәр ҡуйылған.
— Әсәйем ауыр операциянан һуң яңы ғына дауахананан сыҡты. Мин йәки башҡа яҡын кешебеҙ уның өсөн тауыш бирә аламы? (Рәмзиә, Яңауыл ҡалаһы).
— Юҡ. Һәр граждан үҙе генә һайлай ала. Һеҙ алдан уҡ участка комиссияһына әсәйегеҙҙең өйҙә тауыш бирергә йыйыныуы тураһында хәбәр итергә тейешһегеҙ. Был мәғлүмәтте 29 августан 8 сентябргәсә (көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем) телефон йәки туғандарығыҙ аша еткерә алаһығыҙ. Һайлауға бара алмаған кешенең өйөнә комиссия ағзалары бюллетень һәм тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән килә. Шул саҡта яҡын кешегеҙ үҙенең һайлау хоҡуғын тормошҡа ашыра аласаҡ. Ғаризала фамилияһы, исеме, атаһының исеме, йәшәү урынының адресы һәм һайлау участкаһына килә алмауы сәбәбе яҙылырға тейеш.
— Рәсәй паспортынан тыш, һайлау участкаһында бюллетень алыу өсөн тағы ниндәй документ күрһәтергә ярай? Сит ил паспорты, водитель танытмаһы... (Әлфиә Әйүпова, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе).
— Бюллетень паспортын йәки уны алмаштырған документын күрһәткәндә генә бирелә. Мәҫәлән, армияла хеҙмәт итеүселәр хәрби билеты буйынса һайлай ала. Шулай уҡ эске эштәр органдарынан махсус белешмә менән тауыш биреп була, мәҫәлән паспорт алмаштырылған саҡта ул ҡулығыҙҙа булмағанда.
— Һайлау көнөндә ситтә булһаң, тауыш бирергә яраймы?
— Эйе, мөмкин. Бының өсөн алдан уҡ һайлау участкаһына яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итеп, ситтән тороп һайлау хоҡуғы биргән танытма алырға кәрәк. Уның менән теләһә ҡайһы һайлау участкаһында тауыш бирә алаһығыҙ. Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтәм: бындай танытма Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау өсөн һәм республика территорияһында ғына бирелә. Урындағы һайлау өсөн улар әҙерләнмәй.
— Ситтән тороп һайлау хоҡуғы биргән танытманы ҡайҙан алырға була? Уны участкаға килмәй генә ҡулға төшөрөргә мөмкинме? (Үрге Тәтешлелә йәшәүсе һайлаусы).
— Бындай танытманы 29 августан 7 сентябргә тиклем участка комиссияһынан алырға мөмкин. Рәсми теркәлгән урынға килмәйенсә лә алырға хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн һеҙҙең исемдән киләсәк кеше исеменә нотариуста раҫланған ышаныс ҡағыҙы эшләтеү кәрәк.
— Йортом ниндәй һайлау участкаһына ҡарағанын нисек асыҡларға була? Бындай мәғлүмәтте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының сайтынан табырға мөмкинме? (Искәндәр Шакиров, Өфө).
— Беҙҙең сайтта “Үҙеңдең участкаңды тап” тип аталған эҙләү серверы бар. Унда үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки районды, урамығыҙҙың исемен һәм йортоғоҙҙоң һанын яҙыу кәрәк.
— Үҙ исемеңдән теге йәки был кандидат өсөн агитация үткәрергә яраймы? Мәҫәлән, район буйлап үҙең эшләгән листовкаларҙы элеп сығыу йәки машинаңдың тәҙрәһенә плакат яҙып элеү? Ниндәй юл законлы һәм законһыҙ булып иҫәпләнә? (Ғәлиә Нәбиева, “Башинформ” агентлығы).
— Иң мөһиме — агитация өсөн матди сығым түгәһегеҙме-юҡмы икәнен асыҡлау. Закон теге йәки был кандидатты яҡлап ҡулдан яҙылған плакат тотоп тышҡа сығыуҙы йәки исемен машинаға яҙып элеүҙе тыймай. Ә бына аҡса түләп реклама һуҙмаһы йәки баннер яһатыу рөхсәт ителмәй.
— Һайлау участкаһы сәғәт 8-ҙә ябыла, ә мин Мәскәүҙән 8 сентябрҙә сәғәт алтыларҙа ғына ҡайтып төшәм. Тауыш бирә аламмы? (Надежда Шакурова, Өфө ҡалаһы).
— Эйе, әгәр алдан уҡ ситтән тороп һайлау хоҡуғы биргән танытма алып ҡуйһағыҙ. Һайлау участкалары аэропортта ла, тимер юл вокзалында ла эшләйәсәк.
— Ваҡытлыса теркәлеү документы буйынса тауыш бирә аламмы?
— Законға ярашлы, һайлаусылар исемлегенә индерелгән граждандар ғына тауыш бирә. Өҫтәмә рәүештә был исемлеккә паспортында әлеге участка территорияһында йәшәүен раҫлаусы штамп булған һайлаусыларҙы ла индерергә була. Шулай итеп, ваҡытлы теркәлеүегеҙ ҡағыҙында аныҡ адрес күрһәтелһә, йортоғоҙ ҡараған участка комиссияһында тауыш бирә аласаҡһығыҙ.
— Инвалидҡа бюллетенен тултырыша аламмы? Мәҫәлән, ул һуҡыр булһа.
— Эйе, бындай хоҡуғығыҙ бар. Шул уҡ ваҡытта һеҙ күҙәтеүсе, һайлау комиссияһы ағзаһы, кандидат йәки уның ышаныслы кешеһе булырға тейеш түгелһегеҙ. Ярҙамға мохтаждар был хаҡта һайлау комиссияһы ағзаларына телдән әйтергә тейеш. Шулай уҡ закон буйынса һайлаусылар исемлегенең тейешле графаһына ярҙам күрһәтеүсенең исем-фамилияһы һәм паспорт күрһәткестәре яҙыла.
— Тауыш биреү кабинаһына бер нисә кеше инә аламы? Мәҫәлән, ирем йәки балам.
— Һайлау ҡануниәтенә ярашлы, тауыш биреү — йәшерен процесс. Һәр кем уны шәхсән үҙе генә башҡара ала. Законда бер генә иҫкәрмә бар: мөмкинлектәре сикләнгән кешегә ярҙам иткәндә.
— 8 сентябрҙә миңә 18 йәш тула. Һайлау хоҡуғым бармы?
— Эйе. Һеҙҙе һайлаусылар исемлегенә индергәндәрҙер, моғайын.
— Бер нисә партия өсөн тауыш бирһәң, нимә була?
— Һеҙҙең бюллетень ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнәсәк һәм тауышығыҙҙы бушҡа юғалттығыҙ тигән һүҙ. Һайлауға бөтөнләй килмәгәндәр ҙә тауышын юғалта.
— Танышым менән күңелһеҙ хәл булды: ул, бер кандидаттың листовкаларын элеп йөрөгәндә, полицияға тотолған. Егеткә әле 18 йәш тә юҡ. Был осраҡта кем ғәйепле — кандидатмы, әллә танышыммы?
— Кандидат бәлиғ булмағандарҙы һайлау алды агитацияһына йәлеп итергә ярамағанлығын белергә тейеш. Закон буйынса, кандидат менән бәлиғ булған агитатор араһында килешеү төҙөлә, унда эштең түләүле йәки түләүһеҙ башҡарылыуы хаҡында яҙылған була.
— Төрмәлә ултырған кешеләр тауыш бирә аламы? Белеүемсә, уларҙың ваҡытлыса булған урындарында 34 һайлау участкаһы асыласаҡ.
— Тәфтиш изоляторҙарында тотолған кешеләрҙең тауыш биреү хоҡуғы бар. Ваҡытлыса булдырылған участкалар улар өсөн. Ә инде суд ҡарары буйынса хөкөм ителгәндәр тауыш бирә алмай.
— Сентябрҙә Өфөлә буласаҡмын. Ситтән тороп һайлау хоҡуғы биргән танытмам бар. Миңә нисә бюллетень бирәсәктәр? (Гөлнара Билалова, Әбйәлил районы).
— Танытма буйынса тауыш бирәһегеҙ икән, ҡулығыҙға берҙәм республика округы буйынса тауыш биреү бюллетенен генә бирәсәктәр. Бер мандатлы округ буйынса ала алмайһығыҙ, сөнки һеҙ үҙ округығыҙҙа түгел.
— Быйыл тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр күпме? Уларҙы ҡотлау йолаһы дауам итәме? (Марина Шумилова).
— Беренсе тапҡыр тауыш биреү өсөн республиканың һайлау участкаларына 47 меңдән ашыу кеше киләсәк. Был көндө хәтерҙәрендә ҡалдырһындар өсөн уларға мөрәжәғәт менән хат һәм Рәсәй Конституцияһы брошюраһы әҙерләнде.
— Һайлауға тәүге тапҡыр барам. Атай-әсәйем бер кандидат өсөн тауыш бирергә өгөтләй, таныштарым — икенселәр өсөн, ә үҙем бөтөнләй башҡа кешене һайламаҡсымын. Нимә эшләргә? (Петров, Сибай ҡалаһы).
— Һайлаусы кем өсөн тауыш бирергә икәнлеген үҙе генә хәл итә. Туғандар, яҡындар баҫым яһарға тейеш түгел. Һәр хәлдә, бюллетень алып, кабинаға бер үҙең инәһең, шул саҡта теләгән кеше өсөн тауыш бирерһең.