Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » КПРФ ғәҙеллек, яҡшы тормош яҡлы
КПРФ  ғәҙеллек, яҡшы тормош яҡлыБеҙ, 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһенән кандидаттар, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәттәренең хеҙмәтсән халыҡҡа, пенсионерҙарға, уҡыусы һәм студент йәштәргә ҡаршы йүнәлтелгән курсы менән риза түгелбеҙ.
Беҙ үҙебеҙҙе ниндәй упҡынға этәргәндәрен һәм бының ни өсөн эшләнгәнен аңлайбыҙ. Беҙ иҡтисадтың, мәғарифтың, ауыл хужалығының тарҡалыуын, Хөкүмәттең коррупцияға ҡаршы көрәшергә һәләтһеҙ булыуын күрәбеҙ. Ә Рәсәй Фәндәр академияһын үҙгәртеп ҡороу һуң?! Ул беҙҙең данлыҡлы фәнде, уның нигеҙен, барлыҡ фәнни донъя өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған 300 йыллыҡ эшмәкәрлеген тар-мар итәсәк.
Ҡасандыр алға киткән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ҡеүәте булған Башҡортостанды ғына алығыҙ. Уның нефть сығарыу һәм эшкәртеү тармағы хәҙер инде беҙҙеке түгел, машиналар эшләү, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте юҡ ителә, үҙгәртеп ҡорола. Республикала ауыл хужалығын баҙар шарттарына күсереүгә маташыу 1990 йылда ауыл хужалығында эшләгән 305 мең кешенең әлеге көндә ни бары 50 меңе генә ауыл хужалығы тармағында ҡалыуына килтерҙе. Колхоздарҙың, совхоздарҙың һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларының тарҡалыуы 1,4 миллион гектар ауыл хужалығы ерҙәренең ташландыҡ хәлгә килеүенә: ҡый үләндәре, ваҡ ағастар баҫыуына, урыны-урыны менән һаҙлыҡҡа әйләнеүенә, ауыл хужалығының матди-техник базаһының емерелеүенә килтерҙе. Коммунистарҙы йыш ҡына, һеҙ фәҡәт тәнҡитләй генә беләһегеҙ, тип әрләйҙәр. Юҡ, беҙ аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһайбыҙ, ләкин улар, ҡағиҙә булараҡ, ҡабул ителмәй. Мәҫәлән, "Һуғыш балалары", коммуналь түләүҙәрҙе сикләү тураһындағы закон проекттары, ғаиләне яҡлау тураһында закондар пакеты менән ана шулай булды. Әлбиттә, беҙ үҙ көсөбөҙ менән миҫалға балалар баҡсаһы төҙөй алмайбыҙ (әйткәндәй, уларҙың күпмеһе үҙ заманында ябылды, үҙгәртеп ҡоролдо, ләкин бының өсөн бер кем дә яуап бирмәне), ләкин беҙҙә ғәмәли бурыстарҙы уңышлы хәл итә торған кешеләр, хужалыҡтарҙы яҡлап алып ҡалған етәкселәр бар. Депутат мандаты өсөн көрәш башлап, беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының артыуына, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең төбәктәргә ҡалдырған былай ҙа аҙ аҡсаһын туҙҙырыуға, сәскә атыу өсөн шарттар тыуҙыраһы урынға ҡалған предприятиеларҙы яһалма рәүештә бөлгөнлөккә төшөрөүгә, ҡиммәтле ерҙе теләһә кемгә һатыуға, мәктәптәрҙе ябыу һәм артабан "оптималләштереү"гә, юғары уҡыу йорттарын, техникумдарҙы һәм һөнәри техник училищеларҙы үҙгәртеп ҡороуға, өлөшләтә төҙөлөштө контролһеҙ алып барыуға, "арзан торлаҡ" программаһын башҡарыуҙа формализмға нөктә ҡуйыу өсөн тырышлыҡ һаласаҡбыҙ. Депутат итеп һайланған осраҡта, беҙ тәүге көндән үк онотолған һәм хоҡуҡһыҙ "һуғыш балалары" өсөн льготаларҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итеүгә өлгәшәсәкбеҙ. Беҙ республика Хөкүмәтенең данлы тарихыбыҙҙы ҡайтанан ҡарау, совет дәүерендәге батырҙарҙы кәмһетеү буйынса эшмәкәрлегенә ҡаршы сығыш яһаясаҡбыҙ. Беҙ һаҡланып ҡалған күмәк ауыл хужалығы предприятиеларына, фермерҙарға, һәр төрлө етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән һәм халыҡты эш менән тәьмин иткән ваҡ һәм урта эшҡыуарҙарға һиҙелерлек ярҙам күрһәтеү өсөн сығыш яһайбыҙ. Беҙ мәҙәниәт һарайҙары, түләүһеҙ шөғөлләнеү өсөн спорт залдары урынына сираттағы сауҙа-күңел асыу комплекстары төҙөүгә ҡаршы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын юҡ итеп, ихаталарҙа йорттар төҙөүгә ҡаршы көрәшәсәкбеҙ. Беҙ сифатлы, түләүһеҙ мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау яҡлы! Беҙ намыҫлы һайлау, административ ресурсты файҙаланғанда намыҫлы суд ҡарарҙары яҡлы, енәйәтсел фальсификацияға ҡаршыбыҙ! Беҙ һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуы яҡлы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә