Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәйҙәр Вәлиев: “Дәғүәселәрҙең күплеге эште йәнләндерҙе”
Хәйҙәр Вәлиев:  “Дәғүәселәрҙең күплеге  эште йәнләндерҙе”Башҡортостан ҙур сәйәси сараға әҙерләнә: 8 сентябрҙә бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ. Тауыш биреү быйыл үҙгәртелгән ҡануниәт нигеҙендә ойошторола, шуға бәйле, электән килгән йола буйынса, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән махсус әңгәмә үткәрелде. Һөйләшеүҙә “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Молодежная газета”, “Өмет” һәм “Вечерняя Уфа” гәзиттәре, “Башинформ” агентлығы журналистары ҡатнашты.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, “йәйге” һайлау кампанияһы нисек үтә? Урындағы комиссиялар бөгөнгәсә ниндәй эш башҡарҙы?
— Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты булырға теләүселәр өсөн тауыш биреү буйынса кампания ике ай самаһы элек башланды. Ә беҙҙең, ойоштороусыларҙың, был тәңгәлдә эше әллә ҡасандан — 2012 йылдың көҙөнән үк — бара. Төп һөҙөмтә — участка комиссияларының төҙөлөүе. Яңы ҡануниәткә ярашлы, уларҙың барыһы ла 1 мартҡаса формалашты һәм 28 августан эшкә тотонасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәм: быйыл яҙ 3 452 участка һайлау комиссияһы булдырылды. Бының өсөн республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, сөнки элек ауыл-ҡалаларҙа һайлауҙы ойоштороусыларға ике урында эшләргә, өҙгөләнергә тура килде. Был йәмәғәт башланғысында, йәғни түләүһеҙ башҡарылды. Хәҙер иһә һәр кемдең тәғәйен эше лә, хеҙмәт хаҡы ла бар. Был команда менән киләсәктә теләһә ниндәй кимәлдәге һайлауҙы һис бер ауырлыҡһыҙ үткәрергә мөмкин, тип уйлайым.
Дөйөм алғанда, әҙерлек планға ярашлы бара. Бөгөнгә һайлау кампанияһының мөһим саралары үтте. Әйткәндәй, берҙәм республика округы һәм бер мандатлы округтар буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләк белдергән 12 партияның бөтәһенең дә кандидаттары исемлеге теркәлде. Тағы алты партия кандидаттарын бер мандатлы округ буйынса ғына күрһәтте.
Бер мандатлы 55 округ буйынса 391 кандидат теркәлгәйне, ә 42 кандидатты иҫәпкә ҡуйыуҙан закон нигеҙендә баш тарттыҡ. Теркәү үткәндән һуң ике кеше үҙ теләге менән кандидатураһын алды. Шулай итеп, бөгөн бюллетендәрҙә — 389 кандидат. Уларҙың 17-һе — үҙ-үҙен күрһәтеүселәр, ҡалғандары — сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре.
Бөгөн һайлау бюллетендәрен баҫабыҙ. Барлығы 6 миллион 14 мең бланк әҙерләнәсәк, уларҙың 3 миллион 7 меңе — берҙәм округка, ҡалған шул уҡ тиклеме бер мандатлы округтарға тәғәйенләнә. Улар өс телдә эшләнә: 80 проценты — урыҫса, 370 мең 200-ө — урыҫ һәм башҡорт, 237 мең 600-ө — урыҫ һәм татар телдәрендә.
Тауыш биреү көнөндә үҙҙәренең һайлау участкаларына килә алмағандар өсөн ситтән тороп һайлау мөмкинлеге биргән 70 мең бланк баҫылды. Уларҙы 28 авгусҡа тиклем — территориаль һайлау комиссияларынан, ә 29 августан 7 сентябргәсә участка һайлау комиссияларынан барып алырға мөмкин.
— 8 сентябргә тиклем беҙҙе һайлау кампанияһының тағы ниндәй мөһим этаптары көтә?
— Яҡын көндәрҙә комиссиялар һәм һайлаусылар өсөн иң мөһиме — тауыш биреүселәр исемлеге буйынса эшләү. Территориаль һайлау комиссияларында һәр участка буйынса исемлек төҙөлөп бөтөп килә. Тәүге нөсхәләр 28 августан да һуңламай тейешле участкалағы һайлау комиссияһына тапшырылырға тейеш. Шул көндән алып һайлау хоҡуғына эйә һәр граждан, ниндәйҙер сәбәп буйынса исемлеккә инмәгән булһа, үҙен тауыш биреүселәр иҫәбенә индереүҙе һорап, участка комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә хаҡлы. Ул шулай уҡ үҙе тураһындағы мәғлүмәттәрҙәге хата хаҡында хәбәр итә ала.
Кандидаттарға килгәндә, бөгөндән улар үҙҙәрен партия исемлегенән һыҙып ташлай алмаясаҡ. Партияларға ла ошо көндән һуң исемлектәге кандидаттарынан баш тартырға ярамай.
— Һуңғы йылдар тарихында быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа 12 сәйәси партия һәм 1200-ҙән ашыу кандидат ҡатнаша. Был эште ни тиклем ауырлаштыра? Көсөргәнеш һиҙеләме, әллә барыһы ла ғәҙәттәгесәме?
— Ғәҙәттәгесә эш, тип әйтһәм, бигүк дөрөҫ булмаҫ, сөнки партияларҙың артыуы һайлауҙы ойоштороусыларға мәшәҡәттәр өҫтәне. Икенсе яҡтан ҡарағанда, эшләүе ҡыҙығыраҡ. Берҙәм тауыш биреү көнөндә әлеге Рәсәй тарихындағы иң киң ҡоласлы һайлау үтәсәк. Тауыш биреү илебеҙҙең Ингушетия, Ҡабарҙа-Балҡар һәм Санкт-Петербургтан башҡа бөтә төбәктәрендә лә ойошторола.
Дөйөм алғанда, республикала партияларҙың әүҙемлеге юғары. Беҙ быға шатланабыҙ ғына. Һайлау комиссиялары сәйәси партияларҙың һәм кандидаттарҙың һәр береһенә демократик ҡарашта, тауыш биреүҙә ҡатнашһындар өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Беҙҙең комиссияларҙың ишеге һәр кемгә асыҡ. Улар консультация үткәрҙе, документтарҙың күсермәһен эшләп бирҙе. Беҙҙең маҡсат — һәр ҡатнашыусыға ҡарата законды теүәл үтәү. Мин үҙем дә кандидаттар араһында аҡыллы, тәрән фекерле кешеләрҙең күп булыуын беләм. Улар менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек алаһың. Ғөмүмән, һайлауҙы элек-электән ҡыҙыҡлы, фәһемле бер осор тип көтөп алам. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләгән ике ярым йыл эсендә биш кампания ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаштым, партияларҙың күптәренә ихтирамым артты.
— Дәғүәселек кимәле нисек?
— Һис шикһеҙ, юғары. Депутат мандатына дүрт округта 11-әр, өс округта — 10-ар, тағы өс округта — 9-ар, туғыҙ округта — 8-әр, 14 округта — 7-шәр, 13 округта — 6-шар, алты округта 5-әр кандидат дәғүәләшә. Бер мандатлы өс округта ғына “конкурс” түбәнерәк — бер урынға дүрт кеше.
Әлеге һайлауға ҡыҙыҡһыныу ҙур, һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты булыу өсөн халыҡтың төрлө ҡатламдары көрәшә. Араларында хатта ваҡытлыса эшләмәгәндәр һәм хужабикәләр ҙә бар. Кандидаттар араһында — 407 ҡатын-ҡыҙ. Төрлө кимәлдәге власть органдарында эшләүселәр ҙә байтаҡ. Әле беҙҙең парламентҡа депутат булыу өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһының — өс, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 36 һәм урындағы советтарҙың 75 депутаты дәғүәләшә.
— Тауыш биреү сентябрь башында үтә. Бик көсөргәнешле мәл: халыҡ уңыш йыя, пенсионерҙар баҡсанан ҡайтмай, уҡыу йылы башланған саҡ... Белеүебеҙсә, участка комиссиялары ағзаларының күбеһе — уҡытыусылар. Һайлауға әҙерлек уларҙың йәйге ялы осорона тура килә. Ошоға бәйле ауырлыҡтар юҡмы? Был һайлаусыларҙың әүҙемлегендә сағылыш тапмаҫмы? Ул көндө күсереү башланғысы менән сығыш яһарға уйламайһығыҙмы?
— Ай яҡшы: көн оҙон, йылы, кешеләрҙең кәйефе лә шәп. Биналарҙы ут яғып йылытырға, юлдағы ҡарҙы көрәргә кәрәкмәй. Уҡытыусылар зарланмай, сөнки әле улар бушыраҡ. Һайлау сентябрҙә тәүге тапҡыр үтә, шуға күрә әле кире йәки ыңғай эҙемтәләр тураһында әйтергә иртә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был көн рәсәйҙәрҙең күбеһендә бәхәс тыуҙыра.
Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлегенә килгәндә, 2006 йылда федераль законға ярашлы, һайлаусыларҙың ҡатнашыу сиге бөтөрөлдө. Хәҙер төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге һайлау теләһә ниндәй хәлдә, хатта тауыш биреүселәр бик әҙ килгәндә лә ойошторолдо тип иҫәпләнә. Әлбиттә, беҙ халыҡтың күберәк килеүе яҡлы. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы һәр һайлаусыға тауыш биреүҙең үҙ яҙмышыңды хәл итеү сараһы икәнен аңлатырға тырыша.
Һайлаусыларҙың килеү-килмәүе күп нәмәгә бәйле. Мәҫәлән, агитация ҡыҙыҡлымы, һайлаусыларҙы быға әүҙем йәлеп итәләрме икәненә ҡарап та билдәләргә була һөҙөмтәләрҙе. Бына әле Ишембай һәм Салауат ҡалаларына Лановой килеп китте, Нефтекамала — Маркова. Бик шәп реклама! Иң мөһиме — тауыш биреүсе мәғлүмәтле булырға тейеш. Был эшкә беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һәм урындағы комиссиялар ҙур иғтибар бүлә.
Әлбиттә, төп таянысыбыҙ — өлкән быуын. Уларҙың күбеһе заманында үҙе депутат булған, яуаплы вазифа биләгән. Ғөмүмән, береһе лә һайлауға битараф ҡалмай. Ил яҙмышын уйлайҙар. Йәштәрҙең күбеһе иһә “беҙһеҙ ҙә хәл ителер” тигән ҡарашта. Шуныһын беләм: беҙҙе һайлауға йөрөмәгәндәр генә тәнҡитләй. Граждан була тороп, ил яҙмышына нисек битарафлыҡ күрһәтергә мөмкин? Был бит — һинең тыуған ерең, Ватаның! Уның киләсәген алдан ҡайғыртыуҙа ҡатнашмағас, аҙаҡ йоҙроҡ болғауҙан ни мәғәнә?
— Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр нисек тауыш бирәсәк?
— Беҙҙә мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңдән ашыу граждан бар. Күп кенә райондарҙа “Асыҡ мөхит” маҡсатлы программаһы эшләй, һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Әлеге тауыш биреүҙә һуҡырҙар өсөн махсуслашҡан биш участка эшләйәсәк: Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Белоретта — берәр, Бәләбәйҙә — икәү.
900-ҙән ашыу участка пандус, рельстар, тотоноу өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының “Һайлау участкаһына юл” пилот программаһына ярашлы, Башҡортостанда 1906 һайлаусы-инвалидтың паспорты төҙөлгән. Ошоноң кеүек тағы 28 мең паспорт эшләү талап ителә. Унда инвалидтың категорияһы күрһәтелә, һайлау участкаһына тиклемге юл, унда осраясаҡ ҡаршылыҡтар ҙа теркәлгән.
— Элекке һайлауҙарҙағы кеүек “ҡыҙыу линия” ойоштороласаҡмы?
— Эйе, ундай элемтә 1 июлдән үк эшләй. Был турала мәғлүмәт республика гәзиттәрендә һәм беҙҙең рәсми сайтта баҫылды. Күп каналлы 8-800-347-54-54 телефоны буйынса һайлаусы үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала. “Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡытын иҫегеҙгә төшөрәйек: 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем эш көндәрендә — көндөҙгө 4-тән 6-ға тиклем, 2 — 7 сентябрҙә — иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, 8 сентябрҙә — иртәнге 8-ҙән киске 8-гәсә.
Бынан тыш, киләһе аҙнала “тура бәйләнеш” үткәрергә йыйынабыҙ. Тауыш биреүселәрҙе нимә борсоуын, уларҙың ниндәй кимәлдә мәғлүмәтле булыуын белгебеҙ килә. Унда бөтәһен дә ҡатнашырға саҡырам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 431

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 388

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 481

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 519

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 421

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 385

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 402

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 459

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 383

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 376