Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Киҫеп эшкәртелгән урман ғына — байлыҡ
Киҫеп эшкәртелгән урман ғына — байлыҡ“Кроношпан” тәбиғәткә зыянһыҙ эшләйәсәк

Башҡортостан — илдең үҫешкән төбәктәренең береһе. Иң мөһиме — иҡтисади яҡтан тағы ла нығыныр мөмкинлектәре бар. Малсылыҡ, игенселек, ауыл хужалығы тармаҡтарының башҡа төрөн үҫтереү менән бер рәттән сәнәғәтте күтәреү, етештереүҙе арттырыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Ситтән матур күренә лә ул...

Тәбиғәтебеҙ бик бай. Иң ҙур хазинабыҙ — урман. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың 44,1 процент ерен "йәшел ҡалҡан" тәшкил итһә лә, 6,3 миллион гектар майҙанда үҫкән ағастан аҙ файҙа күрәбеҙ. Белгестәр фекеренсә, урмандарҙа 765 миллион кубометр ағас запасы иҫәпләнә. Шуларҙың 534 миллионын (70 процент) — ҡайын, йүкә, уҫаҡ, 175 миллионын (23 процент) — ылыҫлы ағастар, 56 миллионын (7 процент) имән, йыла, саған биләй. Бөгөндән киҫергә өлгөргән һәм киҫеү ваҡыты уҙған 410 миллион кубометр ағас иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа ғына ла был төркөмгә ингәндәр 32,8 миллион кубометрға артҡан. Төп сәбәп — ағас ваҡытында киҫелмәй. Мәҫәлән, 1988 йылда 5,6 миллион кубометр әҙерләнһә, 2012 йылға ни бары 2,6 миллионы ғына (2,2 тапҡырға аҙыраҡ) эшкәртелгән. Был — үтә хәүефле хәл, шул уҡ ваҡытта экология йәһәтенән дә.
Беҙҙең күп урмандар ситтән генә матур булып күренә, эсенә инһәң, ауған, серек ағастар араһынан йөрөрлөк түгел. Һуңғы йылдарҙа ҡоторған янғындар ҙа нәҡ ошондай урындарҙы һайлап йөрөй тиерһең. Ағастарҙы йәшәртеү өсөн уларҙы киҫергә, таҙартырға, яңыһын ултыртырға кәрәк. Тик бер кем дә буштан-бушҡа ул эштәрҙе башҡармаясаҡ. Төҙөлөшкә ярамаған ағас бер кемгә лә кәрәкмәй...

Яңы мөмкинлектәр

"Кроношпан" компанияһы менән килешеү төҙөп, инвестиция йәлеп итеү һис тә сәбәпһеҙ барлыҡҡа килмәгән. Нәҡ ошондай ағасты яңы технология буйынса эшкәртһәң, шул уҡ ваҡытта файҙаһын күрһәң генә ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ. Предприятие түбән сортлы материалдың онтағынан осһоҙ, шул уҡ ваҡытта заманса төҙөлөш материалдары (ОСП-ориентированно-стружечная плита) етештерәсәк. Беҙ уны ДСП тип тә йөрөтәбеҙ. Ләкин ул әлегенән бөтөнләй тиерлек айырыла, ныҡлы буласаҡ. Өҫтәмә рәүештә завод йылына 2,9 миллион кубометр өлгөргән һәм ҡартайған ағасты эшкәртәсәк.
Предприятиены үҙҙәрендә төҙөтөү өсөн Рәсәйҙең һигеҙ төбәге теләк белдергәйне, шул иҫәптән күрше Свердловск өлкәһе, Пермь крайы һәм Татарстан. Төрлө экспертизаларҙан һуң, Башҡортостанда туҡталдылар. Бында, әлбиттә, сеймалдың, тимер юлының, газ, һыуҙың яҡынлығы ла булышлыҡ итте. Республика буйынса иһә төҙөлөш өсөн 13 майҙансыҡ ҡаралды. Өфө районы хакимиәте тәҡдим иткән урынға өҫтөнлөк бирелде.
"Кроношпан-Башҡортостан" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тирә-яҡ тәбиғәткә зыян килтермәйенсә эшләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә ала: һыу, һауаға зарарлы матдәләрҙе сығармаҫ өсөн заманса фильтрҙар ҡуйыласаҡ, башҡа төр һаҡланыу саралары күреләсәк.
Тағы бер бик мөһим әйбер: заводтың үҙендә эшләүселәрҙән тыш, урман әҙерләүсе ойошмаларҙа өҫтәмә 800-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. ДСП етештереү линияһында ғына ла 250 кеше эшләйәсәк. Ҡатнаш етештереү тармағында (ағасты әҙерләү, урмандан сығарыу, мебель яһау, һатыу һ.б.) тағы алты меңгә яҡын кеше йәлеп ителәсәк тип күҙаллана. Ҡорамалдар тулыһынса Европанан килтерелә, шуға инженер эштәренә сит ил белгестәре (3 процент) йәлеп ителә, әммә ҡалған барлыҡ эшселәр үҙебеҙҙеке буласаҡ.
Завод төҙөлөшө бюджеттың бөтә өлкәһен тулыландырыуға һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышасаҡ. Был инде яңы мәктәп, балалар баҡсалары, дауаханалар тигән һүҙ. Мәҫәлән, 2013 йылға ғына ла Өфө районына республика бюджетынан 40-тан ашыу социаль һәм 13 юл төҙөлөшө объекттарын проектлауға, төҙөүгә 700 миллион һум аҡса бүленгән. Был һан киләсәктә тағы ла үҫәсәк...

Һыуҙы болғатыуҙан ни файҙа?

Һәр башланғыс хуплау менән бергә ҡаршылыҡтар, шик-шөбһәләр, имеш-мимештәр ҙә тыуҙырыусан. Был тәбиғи. Ләкин ошо шиктәрҙе үҙ яғына ауҙарырға, болғансыҡ һыуҙы тағы ла болғатып, йәмәғәтселек алдында күренеп ҡалырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Бигерәк тә һайлау алдынан. Шулай тимәҫ инең, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Kronospan Holdings East Ltg компанияһының эшсе төркөмө етәксеһе Петер Кайндл 2012 йылдың 17 авгусында уҡ республикала ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү өсөн эре предприятие төҙөү буйынса инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Шул саҡтан алып бер йыл ваҡыт үтте. Ерҙе файҙаланыу буйынса халыҡ вәкилдәре урындағы, атап әйткәндә, Өфө районының Кириллов ауыл Советы хакимиәте етәкселәре менән ике тапҡыр осрашыу үткәрелде. Былтыр октябрҙә үк ошо осрашыуҙарҙа "Ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш барышы ҡағиҙәһе" ҡабул ителде. Унан һуң экологтар, ер эштәре комитеттары менән эш алып барылды. Күптән түгел — 9 августа дәүләт һәм бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаларынан эколог-эксперттар, Өфө районы халҡы вәкилдәре, журналистар төркөмө Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһындағы "Кроношпан" предприятиеһында булып ҡайтты. Бер уйлаһаң, тынысланырға, ең һыҙғанып эшкә тотонорға, шик-шөбһәләрҙе алып ташларға ваҡыт һымаҡ. Юҡ, алда әйткәнемсә, һайлау алды марафоны финишҡа яҡынлашҡан һайын, халыҡ аңында уйнаусылар ҙа табылып тора. Иманым камил: сираттағы компания үтеп китһен, "Кроношпан" тураһында иҫләүсе лә булмаясаҡ, һәм эре предприятие төҙөү ғәҙәти хәл һымаҡ ҡабул ителәсәк. Заманында, "Бөтә Союз удар төҙөлөшө" иғлан итеп, Ағиҙел ҡалаһын төҙөнөләр. Ләкин Башҡортостан атом электр станцияһы реакторҙарына нигеҙ генә һалғайнылар, "йәшелдәр" күтәрелеп сыҡты. Дөрөҫөрәге, улар исеменән башҡалар йөрөнө. Һөҙөмтәлә төҙөлөш туҡталды. Ә йәштәр ҡалаһы халҡы эшһеҙ ҡалды. Бөгөн Ағиҙел ошо эшһеҙлектән интеккән урта йәштән уҙыусылар һәм киләсәктә тыуған ерендә перспективаһы булмаған яңы быуын ҡалаһына әйләнде. Тик шундай һорауға ғына һаман яуап биреүсе юҡ: атом станцияһы төҙөүгә ҡаршы сығыусыларҙың ҡайһыһы эшһеҙ ҙә балаларының киләсәге билдәһеҙ икән? Чернобыль ҡабатланыр тип хәүефләндек, ә Уралда ғына "Маяҡ" урынлашыуын оноттоҡ. Өйҙәргә газ, электр үтеп ингән, төрлө тарафтарҙан мейегә меңдәрсә зарарлы тулҡындар ябырыла (кеҫә телефондары, телевидение, радио, компьютер һ.б.) — улар ҡурҡыныс түгелме? Бынан ярты быуат элек төҙөлгән, иҫкергән завод-фабрикаларҙың төтөнө, һауаға көн дә Менделеев таблицаһының байтаҡ өлөшөн алып осҡан матдәләр файҙағамы? Урамға һыйыша алмаған, юл саты һайын тығын хасил иткән машиналарҙан ниңә ваз кисмәйбеҙ? Һорауҙар, һорауҙар...
Кешелектең ике генә юлы бар: йә заманса технологиялар ҡулланып, киләсәккә табан атлау, йә... Хәйер, хәҙер әҙәм балаһы киренән һуҡа менән ер һөрөп, ат арбаһына ултырмаясаҡ. Әгәр беҙҙең заманса цивилизацияға атлауыбыҙ тәбиғәткә, кешелеккә ҡаршы бармаһа, әлбиттә...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 30.04.2026 // Сәйәсәт

Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде 30.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә рус-ҡырғыҙ мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының комитет етәкселәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе
Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы 29.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә

Радий Хәбиров: Башҡортостанда демографик хәл тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә 28.04.2026 // Сәйәсәт

Республика етәксеһе демография өлкәһендә даими пропагандалау системаһын формалаштырыу буйынса әүҙем ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе 27.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай 23.04.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай...

Тотош уҡырға 3

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне 22.04.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне...

Тотош уҡырға 3

Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы

Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы 21.04.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров һәләк булған янғын һағы водителенең ғаиләһенә ярҙам тураһында әйтеп үтте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан Президенты менән осрашыу хаҡында ентекләберәк һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстан Президенты менән осрашыу хаҡында ентекләберәк һөйләне 21.04.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров  Милли медицина   тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты

Радий Хәбиров Милли медицина  тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты 16.04.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә академик Евгений Шляхто төбәктең кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ......

Тотош уҡырға 6


  1. ЗИНИЯ
    ЗИНИЯ от 26.08.2013, 19:24
    Хөрмәтле, Рәлис Ураҙғолов! Һеҙҙең йортоғоҙ Дорогино ауылындамы? Ә бына минең балаларымдың йорто төҙөләсәк заводтан 350 метрҙа ғына. Бер ниндәй ҙә программаға инмәй, баштан - аяҡ бурысҡа батып, алдылар ул йортто.Бөгөндән һатып китергә ризалар, тик ипотеканың 50 процентын да ҡаплай алмаясаҡ, сөнки хаҡ ныҡ түбән төштө.Һеҙ үҙегеҙ шул тирәлә йәшәһәгеҙ, былай тип яҙмаҫ инегеҙ тип уйлайым.Ә минең иманым камил, һайлауҙың ҡыҫылышы юҡ,һайлау үткәс тә тынысланмаясаҡ, әгәр ҙә "өлкән ағайҙар" көс ҡулланып туҡтатмаһалар. Кроношпан катастрофа для Уфы и Уфимского р-на төркөмөнә инеп, ныҡлабыраҡ өйрәнегеҙ әле, хәҙер халыҡ - ҡара һарыҡ түгел, күҙ йомоп, кемдеңдер артынан эйәрергә.

Комментарий өҫтәргә