Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Яңырыу юлынан бара беҙҙең ҡала
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер нисә сәнәғәт һәм социаль объекттың эшмәкәрлеге менән танышты.
Статистика буйынса, бер кешенән йылына 2-3 кубометр сүп-сар өйөлә. Был хәл, экологик күҙлектән ҡарағанда, әлбиттә, ҡыуандырмай. Көнкүреш ҡалдыҡтарын юҡ итеү буйынса хәҙер төрлө ысулдар уйлап табыла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы сүп-сар эшкәртеү станцияһы йылына 100 тоннанан ашыу көнкүреш ҡалдығын юҡ итә. Предприятиеның былтыр ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, бихисап сүп-сар эшкәртелгән дә инде. Тәүҙә уны туплайҙар, шунан айыралар. 40 төр файҙалы компонентлы ҡалдыҡ икенсе ҡат эшкәртелә. Яраҡһыҙ сүп, пресланғандан һуң, алты тапҡырға кесерәйеп ҡала, уны полигонда һаҡлайҙар. Алдағы йылдарҙа станция күрше райондарҙы ла хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
— Ҙур эш башҡарғанһығыҙ, — тине Президент предприятиеның эшмәкәрлеген өйрәнгән арала. — Ҡыйынлыҡтар булһа, ярҙам итербеҙ!
Артабан Рөстәм Зәки улы «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһында булды. Унда төбәк башлығы бинаны реконструкциялау, ремонт эштәре менән танышты. Барлығы 150 миллион һум талап ителә, әлегә бинаның 65-70 проценты әҙер. Стәрлетамаҡ тирәләй туризм үҫешһә, ҡунаҡхананың киләсәге өмөтлө буласаҡ, тип билдәләнде осрашыу ваҡытында.
Президент был көндө ағас эшкәртеү предприятиеһында, тиҙ рәүештә йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән материалдар етештереүсе компанияла, мебель эшләү фабрикаһында ла булып, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышты, ниндәй ҡыйынлыҡтар осрауы хаҡында һорашты. «Медведь» компанияһы, мәҫәлән, 2006 йылдан алып имән, ҡарағай, кедр ағастарынан йорт өсөн төрлө кәрәк-яраҡ, иҙән, ишек яңаҡтары етештерһә, «Стәрлетамаҡ Профиль М»-да иһә тиҙ һалына торған өйҙәргә профилдәр сығарыла. Предприятиеларҙың икеһен дә киләсәктә үҫеш көтә. Улар — ысын мәғәнәһендә яңырыуға юл алған, көслө сәнәғәт коллективтары.
«Антарес» фабрикаһында Рөстәм Хәмитов үҙебеҙҙә сығарылған йыһаз менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. «Продукция йәш ғаиләләр өсөн отошло — сифатлы, ҡиммәт тә түгел, — тине ул. — Шуға күрә урындағы етештереүселәргә ярҙам итергә кәрәк».
«Өс капитан» тип аталған, төҙөлөп бөтмәгән балалар баҡсаһы, 1-се ҡала дауаханаһы менән танышыу Президентты шатландырманы. Ошо йылдың февраль айынан Стәрлетамаҡта 3-сө төбәк ҡан тамыры үҙәге эшләй башланы. Әлеге көнгә унда 60-тан ашыу кешегә операция яһалған да инде. Июлдән үҙәк сирлеләрҙе тәүлек әйләнәһенә ҡабул итә. Иң мөһиме — унда яҡын-тирәләге ҡала-райондарҙан да мөрәжәғәт итә алалар. Әммә үҙәктә белгестәрҙең етешмәүе, йәштәрҙең эшкә килмәүе асыҡланды. Президент ҡала хакимиәтенә йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, ҡалаға ылыҡтырыу мәсьәләләрен бурыс итеп ҡуйҙы.
Балалар баҡсаһында иһә төҙөүсе компанияның эшен еренә еткереп башҡармауы Президентты борсоуға һалды. «Минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе» тип башҡарылған хеҙмәт әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора шул.
— Мал һарайы түгел, балалар баҡсаһы төҙөйһөгөҙ бит! Ә һеҙгә тейешле сумманы тиҙерәк кеҫәгә һалырға ла тайыу яғын ҡарарға, — тип шелтәләне ғәйеплеләрҙе төбәк башлығы.
Көндөң икенсе яртыһында республика етәксеһе Стәрлетамаҡ халҡы менән осрашты.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ, «Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә