Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Яңырыу өсөн ыңғай ҡараш кәрәк
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында “Өфөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙандарын ҡараны.

Предприятиела айына 120 миллион һумлыҡ тауар етештерелә, унда 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 31 мең һум тәшкил итә. Етештерелгән мебель 600 салонда һатыла. Бынан тыш, предприятие үҙенең һатыу селтәрен дә үҫтерә. Ул 26 мең квадрат метрлыҡ яңы етештереү майҙаны асыу ниәте менән йәшәй. Был маҡсатҡа 1,2 миллиард һум аҡса тотонолған. Проект 2014–2015 йылдарҙа тормошҡа ашыр тип көтөлә, аныҡ ҡына ваҡыты кешенең мебелгә ихтыяжына бәйле.
Предприятие директоры Сергей Жетенев, сеймалдың етмәүе төп проблема булып тора, тип билдәләне. “Был мәсьәләлә, атап әйткәндә, инфраструктураны ойоштороуҙа республика властарының ярҙамына таяна алаһығыҙ”, — тине Президент.
“Өфөмебель” 1999 йылда ойошторолған. Ул нигеҙҙә торлаҡ һәм офис йыһаздары эшләүгә йүнәлеш тота. Уның административ үҙәге, етештереү һәм келәт майҙандары Михайловка ауылында урынлашҡан. Әле предприятие Рәсәй, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Украина һәм Белоруссияның 350 ҡалаһына үҙ продукцияһын һата.

* * *
Республика Президенты Өфө районы буйлап эш сәфәре аҙағында Алексеевка ауылының мәҙәниәт һарайында халыҡ менән аралашты. Ул торлаҡ төҙөлөшө, сәнәғәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәргә туҡталды, халыҡтың һорауҙарына яуап бирергә тырышты. “Өфө районы республиканың бүтән райондары менән сағыштырғанда өҫтөнлөккә эйә, сөнки ҡеүәтле ауыл хужалығы һәм сәнәғәт етештереүе бар һәм территориаль яҡтан Өфөгә бик яҡын”, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, баш ҡала кеүек, Өфө районына ла ҡасандыр юҡ ҡына хаҡҡа ҡулға төшөрөлгән ерҙәрҙе муниципаль милеккә ҡайтарыу мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Ерҙе ҡайтарып алыу хөкөм эше менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, “социаль торлаҡ төҙөү һәм шуның иҫәбенә фатирҙарға, йорттарға хаҡтарҙы кәметеү өсөн ерҙәрҙе ҡайтарып алырға кәрәк”.
Республикала сәнәғәт етештереүе, дөйөм Рәсәйҙәге кеүек үк, көрсөктән сыға алмай, уның индексы 101,5 процент кимәлендә һаҡлана. 2012 йылдың ғинуар-июне менән сағыштырғанда табышҡа һалым да әҙерәк йыйылды. Президент бының сәбәбен байтаҡ сәнәғәт предприятиеларының етештереү күләмен кәметеүендә күрә, сөнки һатыу баҙарҙары аҙайҙы, табыш юҡ кимәлендә.
— Илебеҙҙәге алға киткән төбәктәр инвестор өсөн иң уңайлы шарттар тыуҙыра, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Әгәр ҙә беҙ бер нәмә лә төҙөмәһәк, алға китеште тәьмин итмәһәк, аҡсаны ҡайҙан алырбыҙ ҙа өҫтәмә килемде һәм һалымды ҡайҙан табырбыҙ? Һыу үткәргестәрҙе һәм юлдарҙы нимә иҫәбенә төҙөрбөҙ?
Ауыл хужалығы үҫеше буйынса Өфө районы республикала иң көслө бишәү иҫәбенә инә. Урып йыйыу барышына ямғырҙар ҡамасаулаһа ла, урындағы хужалыҡтар иген уңышының биштән бер өлөшөн йыйып алған да инде.
Президент, ауыл хужалығын яҡлау программаһын финанслау дауам итәсәк, тип билдәләне. Быйыл “500 ферма” программаһы буйынса тәүге йөҙ ферма рәткә килтерелде һәм заманса техника менән йыһазландырылды. Хужалыҡтарға киләсәктә лә машиналар, механизмдар һәм ҡорамалдар алыуға субсидиялар биреләсәк.
— Өс йыл эсендә сама менән 9 миллиард һумлыҡ ҡорамал алынды, — тине Рөстәм Хәмитов. — Нисек кенә ҡыйын булмаһын, бюджет ниндәй генә ҡытлыҡ кисермәһен, был эш киләсәктә лә дауам итәсәк.
Президент район өсөн өҫтәмә килем сығанағы булырҙай объекттарға иғтибарҙы йүнәлтте. Улар араһында — 119-сы йылҡысылыҡ заводы менән “Йоматау” шифаханаһы. Тәүгеһен әлегә муниципаль милеккә ҡайтарып булмай, икенсеһе хәҙерге шифаханалар менән ярышырлыҡ хәлдә түгел.
Осрашыуҙа Президент шулай уҡ республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошона иғтибарҙы йүнәлтте. Атап әйткәндә, ул, 2011–2012 йылдарҙа медицинаға 16 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелде — яңы медицина учреждениелары төҙөлдө, иң заманса аппаратура һатып алынды, тип билдәләне. Президенттың фекеренсә, һәйбәт медицина объекттары төҙөү генә аҙ, табиптар менән ныҡлап эшләргә кәрәк, уларҙың кешеләргә мөнәсәбәте кешеләрсә булырға тейеш.
Йыл аҙағына Өфөләге онкология үҙәгендә яман шеште башланғыс мәлендә асыҡларға мөмкинлек биргән яңы диагностика ҡорамалы барлыҡҡа киләсәк.
Республиканы яңыртыу өсөн яңы объекттар һәм шәп проекттар ғына түгел, бәлки йәмғиәттә ыңғай ҡараш та булырға тейеш, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

* * *
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов “Николаевка” агросәнәғәт комплексының теплица хужалығында ла булды. Унда йәшелсәне асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта үҫтерәләр. Күптән түгел тамсылап һуғарыу ҡорамалы һатып алғандар. Белгестәрҙең фекеренсә, был йәшелсә уңышын бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Хужалыҡ ике гектар майҙанда заманса технологиялар буйынса яңы теплица комплексы төҙөргә ниәтләй. Был саҡта уңышты йыл әйләнәһенә үҫтерергә мөмкин буласаҡ. Бер гектарҙан 700 центнерға тиклем сөгөлдөр алыныр тип көтөлә.
Яҡын арала хужалыҡ шулай уҡ биогаз ҡорамалы һатып алырға йыйына. Ул ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡалдыҡтарынан теплицаны йылытыу өсөн йылылыҡ етештермәксе. Ҡорамалдың хаҡы — 170 миллион һум, уның ҡеүәте бер нисә хужалыҡты йылытырға етәсәк.
— Был ҡорамалды һатып алырға ярҙам итергә кәрәк. Ни тиһәң дә, ҡошсолоҡ фабрикаһының хәүефле ҡалдыҡтары эшкәртелеп, унан файҙалы энергия алынасаҡ, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәренә.
Хужалыҡта хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, муниципаль милектәге йәшелсә һаҡлағысҡа йыл һайын ҡуртымды рәсмиләштереп, ҙур ғына аҡса түләргә кәрәк. Президент был мәсьәләне лә хәл итте. Хәҙер йәшелсә һаҡлағысты ҡуртымға алыу ун йылға бер тапҡыр ғына рәсмиләштереләсәк.


Автор: Т. ДИНИСЛАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


  1. Анвар агай
    Анвар агай от 07.08.2013, 08:56
    Нишлап макалала Авдон ауылы турахында бр суз да юк!? Авдон ауылы халкынкуптан борсоган проблема турахында лам-мим! Куптан беззенякка рспублика етакселеге аяк баскан юк ине. Балки, был сафардан хун халдар якшырыр?

Комментарий өҫтәргә