Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һәр мөрәжәғәт — иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең даими контролендә тотола.

Республика граждандарынан мөрәжәғәттәр почта һәм факс, республика власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе, электрон почта аша килә һәм туранан-тура тапшырыла.
Яҙма мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Президенты, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе тарафынан ҡарала һәм республика башҡарма власть органдары, ойошмалар етәкселәренә үтәүгә ебәрелә.
2013 йылдың тәүге яртыһында (артабан — отчет осоро) Башҡортостан Хөкүмәтенә 5 568 яҙма мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 796-һы торлаҡ мәсьәләһенә ҡағыла. Ундайҙар дөйөм һандың 14,3 процентын тәшкил итә. Мөрәжәғәттәрҙең күпселегенең авторы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, запастағы офицерҙар, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡ хужалары. Уларҙа йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, торлаҡ алыуға субсидия, кредит биреү мәсьәләләре күтәрелә. Алданған өлөшсөләр төҙөүселәр тарафынан килешеү шарттарын үтәмәүгә зарлана.
Уҙған осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының ҡыйыҡты йүнәтеү, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү, төҙөкләндереү, ҡаланың санитария торошо, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ҡағылышлы эшенән ҡәнәғәтһеҙлек белдереп 277 мөрәжәғәт (5 %) килгән.
Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Бындай мөрәжәғәттәр дөйөм һандың 6,6 процентын (368) тәшкил итә.
Бынан тыш, мәғариф мәсьәләләре (мәктәптәрҙе үҙгәртеп ойоштороу, төҙөкләндереү, уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса компенсация биреү, баланы мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыу) буйынса — 221 (4 %), торлаҡ йорт, социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөү буйынса — 61 (1,1 %), агросәнәғәт комплексын үҫтереү (крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреү, агрофирмаларҙағы хәл, ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән тәҡдимдәр буйынса — 148 (2,7%), шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер биреү, ер участкаларын милеккә алыу, уның статусын үҙгәртеү буйынса — 540 (9,7 %), һаулыҡ һаҡлау, медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина учреждениеларын тейешенсә финансламау, дарыу хаҡының ҡиммәт булыуы, бушлай һәм ташлама менән һатылған препараттар күләменең һәм ассортиментының ҡырҡа кәмеүе, дарыуханаларҙа уларҙың юҡлығы буйынса — 174 (3,1 %), хеҙмәт һәм эш хаҡы буйынса — 39 (0,7 %), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, уларға дөйөм ятаҡтан бүлмә биреү, китап нәшерләүҙә ярҙам күрһәтеү, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү буйынса — 36 (0,6 %), сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса — 18 (0,3 %), тирә-яҡ мөхитте бысратыу буйынса — 62 (1,1 %), юлдарҙың торошона һәм транспорттың эшенә бәйле 98 (1,8 %) мөрәжәғәт килгән.
Анализдан күренеүенсә, хат-хәбәрҙең күбеһе Өфө (1353 — 24,3 %), Стәрлетамаҡ (274 — 4,9 %), Октябрьский (125 — 2,2 %), Салауат (112 — 2 %) ҡалаларынан, шулай уҡ Иглин (36 — 0,6 %), Туймазы (34 — 0,6 %), Стәрлетамаҡ (30 — 0,5 %) райондарынан килгән.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Интернет селтәрендәге (http: /www.pravitelstvorb.ru) рәсми порталында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеү, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан күсмә ҡабул итеү графиктары, республика Хөкүмәте регламенты, ярты йыл һәм бер йыл эсендә килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә Интернет аша мөрәжәғәт итеү алымы күрһәтелгән. Мәҫәлән, отчет осоронда Башҡортостандағы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе аша 145 мөрәжәғәт (2,6 %) килгән.
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәтенә граждандар 250-46-78 номеры буйынса факс аша мөрәжәғәт итә. Хөкүмәт Аппаратындағы дөйөм бүлектең граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү секторы халыҡты шәхси ҡабул итеүҙе ойоштора.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары граждандарҙы ҡабул итә. Хөкүмәттең ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ҡабул итеү графигы эленгән. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн бинаға айырым ишек бар. Көн һайын бында 20-25 кеше мөрәжәғәт итә.
Мөрәжәғәттәр менән эшләүҙе артабан да камиллаштырыу маҡсатында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан киләһе кварталда күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Киң мәғлүмәт сараларында муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында ҡабул итеү саралары хаҡында алдан хәбәр ителә.
Отчет осоронда Башҡортостандағы дәүләт органдары етәкселәре 116 күсмә ҡабул итеү сараһында 768 кешенең мөрәжәғәтен ҡараған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә