Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Власть ысын хаким булһын
Рәсәйҙәге ил башлыҡтары быға ҡәҙәр Федераль Йыйылышҡа традицион Мөрәжәғәтнамә менән төрлө ваҡыт — йә ағымдағы сәйәси хәлгә ҡарап, йәиһә үҙе шәхсән уңай тип тапҡан мәлдә, сығыш яһай килде. Вазифаһынан китәсәк Президент Дмитрий Медведевтың әлеге ғәҙәттән тайпылыуын һәм Мөрәжәғәтнамәне йәмәғәтселеккә еткереүҙе сәйәсәт һәм хужалыҡ йылы тамамланған саҡҡа тура килтереүен осраҡлы тип баһалап булмайҙыр. Әгәр ике ир-уҙаман юғарыла идара итеү теҙгене менән алмашырға ҡарар иткән һәм ошо маҡсат “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе йыйынында, ахыр килеп, Закондар сығарыу Палаталарында хупланған икән, тимәк, Дмитрий Анатольевичтың Президент сифатындағы сығышын хисап биреү тип тә, сәйәси васыят рәүешендә лә ҡабул итергә мөмкиндер.
Дәүләт Думаһына һәм алдағы мартта ил башлығын һайлау Рәсәй етәкселегенең сәйәси һәм идара итеү эшмәкәрлеген бермә-бер әүҙемләштерҙе. Медведев та, Путин да, теге йәки был мәсьәләләр буйынса үҙ фекерен әйтеп ҡалыу өсөн, һәр кәңәшмәне, төрлө форматтағы теләһә ниндәй осрашыуҙы файҙаланырға тырышты. Бындай әүҙемлек ахырҙа маҡсатлы һайлау алды кампанияһы төҫөн алып китте һәм, ошо күҙлектән ҡарағанда, тышҡы сәйәсәтте формалаштырыуҙамы, илдең эске тормошо мәсьәләләрен хәл итеүҙәме, Хөкүмәт рәйесенең һүҙе һәм ҡарарҙары тосораҡ, үтемлерәк булыуы һис кемгә лә сер түгел ине.
Йәнә шуныһы: ике хаким да, юғарыла әйтелгән ижтимағи әүҙемлек осоронда ил, халыҡ, хужалыҡ, сәйәсәткә ҡағылышлы бихисап мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы. Медведевтың төп өс телеканал етәкселәре менән әңгәмәһендә лә, Путиндың халыҡ вәкилдәре менән тура эфирҙа һөйләшеүендә лә барыбыҙҙың да зитына тейгән “ниңәләр?” күтәрелде.
Дмитрий Анатольевичтың Мөрәжәғәтнамәһе телеэфир аша яңғыраны, һәм унда әйтелгән тезистарҙы ҡабаттан тәҡрар итеү зарурлығы юҡ. Әммә шуныһын раҫламау ҙа дөрөҫ булмаҫ: Медведевтың президентлыҡ йылдары ифрат ҡатмарлы осорға тап килде. Был юлы Көньяҡ Осетия һәм Абхазия менән бәйле ваҡиғалар, Грузия менән мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүе иғтибар үҙәгендә түгел. Тик шуныһы, Саакашвилиға һабаҡ бирәм тип, әлеге ике республиканың мөстәҡиллеген таныу ашығыс аҙым булманымы икән? Һәр хәлдә, теләктәшлек Рәсәй бюджетына өҫтәмә йөк булып ятты. Ә бына хужалыҡты яңыртыу һәм технологик камиллыҡҡа ынтылыу идеяһы, дәүләт доктринаһы рәүешендә генә иғлан ителһә лә, ысынбарлыҡ ишеге янында күптән көтөп торған мәсьәлә ине. Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) ҡабул ителеүен тарихи уңыш тип баһаларға ашыҡмайыҡ. Был ойошмала йәшәп килеүсе ҡағиҙәләр Рәсәй хужалығын нығытыуға һәм илебеҙҙең милли мәнфәғәттәренә йүнәлтелмәгән. Ағзалыҡ өсөн беҙ иҡтисадтың шаҡтай тармаҡтарын ҡорбанға килтерәбеҙ.
Башлыса илдең эске тормошо, дәүләт институттары, сәйәси ҡоролош мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтелгән булһа ла, Президент вазифаһы буйынса тышҡы сәйәсәт өсөн яуап биреүсе булараҡ, уға ғафил ҡала алмай. Бик ҙур тәбиғи байлыҡтарға, ғилми һәм зыялы мөмкинлектәргә эйә булһа ла, Рәсәй донъялағы хәл-ваҡиғалар, шарттар менән тығыҙ бәйләнгән. Был ғына ла түгел, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек Советының даими ағзаһы булараҡ, ул Ер йөҙөндәге һәммә нәмә өсөн әхлаҡи яуаплылыҡ та алған. Ғәрәп донъяһындағы радикаль үҙгәрештәр, нефть һәм газ өсөн көрәштең яңы көс менән ҡыҙып китеүе Рәсәйҙең ғәрәп һәм, ғөмүмән, мосолман илдәре даирәһендәге хәлен киҫкенләштерҙе. Хәҙер был йүнәлештә сәйәси процестарға тәүәккәлерәк йоғонто яһарға кәрәк.
Бәләләребеҙҙең башын крепостнойлыҡта ла, инҡилап, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы, парламентаризмды еректереүҙең тәүге ынтылыштарының барып сыҡмауында, ауыл хужалығын ирекһеҙләп коллективлаштырыуҙа ла күрәбеҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһы ил тарихында ҡанлы, аһ-зарлы эҙ, халыҡтар яҙмышында уңалмаҫлыҡ йәрәхәт ҡалдырған, әлбиттә. Ләкин, ниндәй генә ҙур булмаһын, уларҙың береһе лә һәм тотош факторҙар йыйылмаһы ла Рәсәйҙең әлеге хәлен аңлата алмай. Беҙ илебеҙҙең бөйөк дәүләт мәртәбәһен кисә генә юғалта башламаныҡ. Ялҡаулыҡ, эшлекһеҙлек, яуапһыҙлыҡ, милли фекерләү ҡеүәһенең хурлыҡлы һыҙаттары булып өлгөргәнсе, билдәле бер социаль-сәйәси, әхлаҡи мөхиттә шытым алған, ижтимағи аңда ныҡлап урынлашҡан. Халыҡта заманса белем, ғилем етмәүе лә ихтимал, ләкин ул ялҡау ҙа, эскесе лә, демагог-бюрократ та булып тыумай. Тарихыбыҙҙағы яҡты, фәһемле сәхифәләрҙе йәнә тергеҙә алһаҡ, күршеләрҙең яҡшы ғәмәлдәренә күҙ һалырға ғәрләнмәһәк, беҙ ҙә кеше рәтенә инербеҙ ул. Бары власть ысын мәғәнәһендә хаким булһын ине. Бөгөнгө властың бөтә тармаҡтары ла, юғары принциптар тураһында һүҙ ҡуйыртып, уны ғәмәлгә ашырмай. Матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе бар итеүсе кеше милли байлыҡтарҙы ҡулға төшөргән олигархтарҙан, үҙе өсөн генә ҡағыҙ ҡыштырлатыусы чиновниктарҙан, депутаттарҙан кәм булғанда, дәүләт мандымаясаҡ.
Ил башының парламентҡа һәм, унан уҙып, халыҡҡа шундай асыҡлыҡ менән мөрәжәғәт итеүе, ундағы ихласлыҡ, борсолоу тойғоһо ғафил ҡалдырмай. Әммә ул эш менән нығытылмаған сираттағы декларация булмаһын ине.
Ә. ИХСАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә