Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...
Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Башҡортостан Башлығы БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республикала бензинға бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Хәбиров һүҙҙәренсә, автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәл «халыҡты ныҡ борсой һәм көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙыра».
«Уҙған аҙнала беҙ заправкаларҙы тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрҙек. Трассаларҙа, ҙур ҡалаларҙа һәм тораҡ пункттарҙа, Өфөлә хәлде тотороҡландырҙыҡ, ләкин алыҫ райондарҙағы һәм ҡайһы бер ауыл биләмәләрендәге хәл мине бик борсой, Илшат Илдус улы, (БР вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов — ред. иҫкәрмәһе) һеҙгә бының менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. Хәҙер ураҡ өҫтө башлана, ҡайһы бер ауылдарҙың заправкаларында дизель юҡ. Ә бөгөн иртән миңә Өфө эргәһендәге бер нисә заправкала бензин булмауын әйттеләр. Дизель бар, ә бензин юҡ. Беҙгә ошо хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк. Бер үк ваҡытта террористик һөжүмгә ҡаршы торорға. Оператив штабта предприятиеларҙың пассив һәм әүҙем хәүефһеҙлеген артабан көсәйтеү тураһында һөйләшербеҙ. Бының менән иртәнән кискә тиклем шөғөлләнергә кәрәк, хәҙер халыҡты ошо мәсьәлә генә борсой», — тине ул.
БР вице-премьеры — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, әлегә халыҡтың социаль ихтыяждарын тәьмин итеү, шулай уҡ экстрен һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең эше тәүге урында тора.
«Оперштаб яғыулыҡты канистрҙарға һәм башҡа һауыттарға ҡойоп һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Иң көсөргәнешле хәл 26-28 июндә күҙәтелде. Өфөлә генә һәр заправкала яҡынса 50 машина сиратта торҙо. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Күмертауҙа ла хәл ҡатмарлы булды, ләкин ҡарарҙар ҡабул ителгәндән һуң хәл яйға һалынды. 7 июлдә Өфөлә бер АЗС-та унлаған машина сиратта тора ине. Эре ҡалаларҙа һәм күпселек муниципалитеттарҙа хәл тотороҡланды», — тине Шельдяев.
Ләкин, Шельдяев һүҙҙәренсә, 10 июлдән АЗС-тарҙа автомобилдәрҙең артыуы күҙәтелә.
«Был 26-28 июндәге күрһәткестәрҙән кәмерәк, әммә шул уҡ ваҡытта заправкалағанда водителдәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шәхси АЗС-тар биржала яғыулыҡ һатып алыу менән ҡыйынлыҡтар кисерә, шуға күрә ошо компанияларҙың яғыулыҡ ҡойоу станциялары ябыҡ. «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт»тың логистик ҡатмарлыҡтар арҡаһында үҙенең заправкаларында физик шәхестәргә бензин биреүҙе кәметеүе лә был хәлгә йоғонто яһаны. Райондарҙа республиканың власть органдары һәм муниципаль хакимиәттәр менән берлектә хәлде контролдә тотабыҙ. Иртәгәнән «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» поставкаларҙы иҫәпкә алып АЗС-тарға бензин оҙатыуҙы арттырырға ниәтләй», — тип белдерҙе Шельдяев.
Башҡортостан Башлығы идара итеү командаһына ҙур нефть эшкәртеү заводтары менән тығыҙ эш алып барырға ҡушты.
«Беҙҙең биләмәлә ике ҙур нефть эшкәртеү үҙәге – ГПНС һәм «Башнефть» бар. Беҙҙә яғыулыҡ булһын өсөн улар менән эште дауам итергә кәрәк. Ошо предприятиеларҙың эшләүенә ҡарамаҫтан, ни өсөн беҙҙә бензиндың етмәүе халыҡта аптырау тыуҙыра», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская мәғлүмәттәре буйынса, республика халҡын ауыл хужалығында яғыулыҡҡа бәйле хәл ныҡ борсоуға һала.
«Урта һәм эре компаниялар яғыулыҡ менән тәьмин ителгән, АЗС-тарҙа заправкаланған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ғына ҡала. 12 нефть базаһы беҙгә ваҡ күмәртә менән һата», — тине БР вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......
Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......
Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......
Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт
Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....
Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт
21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......
Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт
Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....
Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт
Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....
Башҡортостан Башлығы Ташкентта технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе 22.10.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Башлығы Ташкентта технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе...
Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе 21.10.2026 // Сәйәсәт
Баш ҡала хакимиәте командаһында яңы белгес....