Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Сит илдән ҡатын алдым...

— Сит илдә практика үткән саҡта бер ҡыҙ менән танышып, өйләнешергә булдыҡ. Башҡортостанда йәшәргә ниәтләйбеҙ. Буласаҡ ҡатынымдың Рәсәй гражданлығы юҡ. Уны алыу өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк?
Морат.
Өфө ҡалаһы.

— Ҡатынығыҙ Рәсәй гражданлығы алыр алдынан тәүҙә бында ваҡытлыса йәшәү өсөн рөхсәт алырға тейеш, аҙаҡ ҡына йәшәп тороу танытмаһына дәғүә итә ала. Бындай танытма алғандан һуң ябайлаштырылған тәртиптә гражданлыҡ алыуға өмөт итә ала, уның өсөн “Рәсәй Федерацияһы гражданлығы тураһында”ғы Закондың 14-се статьяһы 2-се бүлегендә ҡаралған шарттарҙың береһен үтәү кәрәк, сөнки закон буйынса гражданлыҡ алыу өсөн кәмендә биш йыл Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәү ҡаралған. Ә ҡатынығыҙ, Рәсәй гражданына кейәүгә сыҡҡас, һеҙҙең менән өс йыл өҙлөкһөҙ никахта торған осраҡта ябайлаштырылған тәртиптә бындай хоҡуҡҡа эйә буласаҡ.

Акцияны ни эшләтергә?

— Атай-әсәйемдән ҡалған “Восток” фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бик күп акциялары бар. Үҙем акциялар тураһында аныҡ ҡына бер нәмә лә белмәйем. Уларҙан берәй файҙа алып буламы? Мәҫәлән, һатырға йәки аҡсаға алмаштырырға? Ғөмүмән, был йәмғиәт бөгөн эшләйме, Интернетта ҡараштырғайным, аныҡ ҡына мәғлүмәт таба алманым.
Рөстәм.
Шаран районы.

— Был фонд “Восток” махсуслаштырылған хосусилаштырыу инвестиция фонды” асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте (АООТ) булараҡ барлыҡҡа килгәйне. Артабан бер-бер артлы “Восток” фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, “Урал-Себер фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә (“УралСиб” компаниялар төркөмө менән бутамағыҙ) һәм, ниһайәт, “Оҙаҡ ваҡытлы һаҡлыҡ фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләндерелде. Ул 2008 йылдың 8 авгусында юҡҡа сығарылды һәм юридик ойошмаларҙың берҙәм дәүләт реестрынан төшөп ҡалды.
Өлөшсөләрҙең һәм акционерҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд был ойошманың акциялары хаҡын ҡайтармай.
Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексындағы 63-сө статьяға ярашлы, ябай һәм өҫтөнлөклө акцияларҙың хужалары йәмғиәт юҡҡа сығарылған осраҡта һуңғы сират кредиторҙары булып иҫәпләнә. Банк эшләүҙән туҡтаған саҡта уҡ үҙ ваҡытында өлөшөгөҙҙө талап иткән булһағыҙ, ниндәйҙер аҡса алыр инегеҙ, бәлки. Әммә йыш ҡына кеше өлөшһөҙ тороп ҡала.
Ғөмүмән, бөгөн был предприятие юҡ, һәм уның акциялары бер тин дә тормай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә