Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙа
Берҙәм тарих дәреслеген төҙөү мөмкин булған хәлме?

Рәсәй мәктәптәре өсөн тарих буйынса берҙәм дәреслек булдырыу зарурлығы тураһында быйыл ҡайһы бер даирәләрҙә ҡыҙыу бәхәстәр барҙы. Ул 1 июлдән тарихи-мәҙәни концепция буйынса йәмәғәтселек ҡатнашлығында фекер алышыу, ә 1 ноябрҙән яңы дәреслеккә бәйле эште башлап ебәреү хаҡында килешеү менән логик ахырына етте шикелле.

Ни өсөн берҙәм дәреслек кәрәк, бығаса файҙаланғандарына ни булған? СССР тарҡалып, элекке рәсми сәйәсәт ҡайтанан ҡарала башлағандан һуң, тарих фәнендә «аҡ таптар»ҙың күплеге асыҡланып, уларға һәр тарихсы үҙенсә аңлатма бирергә тотондо, һәм бик күп аңлашылмаусанлыҡ тыуҙы. Был күренешкә сик ҡуйырға теләп, ил башлығы сағында Д. Медведев хатта Рәсәй тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы указ да сығарып өлгөрҙө.
Ысынлап та, ҡайһы бер тарихи күренештәрҙе, мәҫәлән, Рәсәй империяһы йылъяҙмаһында тулып ятҡан һуғыштарҙы теге йәки был халыҡ вәкиле, йә иһә социаль ҡатлам кешеһе булараҡ, төрлө юҫыҡтан баһаларға мөмкин. Мәҫәлән, Боронғо урыҫ дәүләтенең барлыҡҡа килеүендә рус-варягтарҙың («Приходите к нам княжить») ҡатнашыуы хаҡында тарихсылар араһында берҙәм генә фекер юҡ. Берәүҙәр урыҫ дәүләте Киев Русенән башланған, ә унда поляк, древлян, кривич, вятич кеүек славян ҡәбиләләре (СССР дәүерендәге дәреслектәрҙә тап шулай ине) йәшәгән тигән ҡарашты алға һөрһә, икенселәр, шул иҫәптән башҡорт тарихсылары ла, Византия, ғәрәп һәм Ҡытай сығанаҡтарына таянып, әле «Көньяҡ урыҫ далалары» тип аталған киңлектәрҙә төрки ҡәбиләләрҙең күп быуаттар көн итеүен, «Киев Русе» тип аталған киңлектәрҙең Дәшти-Ҡыпсаҡ дәүләтенең көнбайыш өлөшө булыуын раҫлай. Ысынлап та, ҡайһы яҡ хаҡлы һуң? Был һорауға яуап алыу өсөн иң элек ғалимдарҙың ниндәй сығанаҡтар менән эш итеүен асыҡлау мотлаҡ.
Тәүге төркөм Н. М. Карамзиндың — әйткәндәй, ул Ҡырым мырҙалары нәҫеленән — «Урыҫ дәүләте тарихы»на таяна. Көнбайыш тарихсыларының ҡайһы берҙәренең нигеҙле ризаһыҙлығынан сығып ҡарағанда, Карамзин тарихи ысынбарлыҡты сағылдырмай. «Ҡыпсаҡ далаһының әреме» тигән китабында Морат Аджи, йөҙгә яҡын сығанаҡҡа мөрәжәғәт итеп, рәсми Рәсәй тарихының, атап әйткәндә, Несторҙың «Повести временных лет» тигән хеҙмәтенең XII быуатта уҡ В. Мономах ҡушыуы буйынса Выдубицкий монастырында яңынан яҙылыуын асыҡлай. "Был хеҙмәттә, — ти Аджи, — Киев хатта 200 йылға «йәшәргән». Автор Киев Русенең ғәмәлдә варягтар идара иткән дәүләт булыуы, Новгород урынында варягтарҙың Холмгард ҡалаһы урынлашыуы, Олег, Ольга, Игорь кеүек урыҫ кенәздәренең Хельг, Хельга, Ингвар исемле варягтар икәнлеге хаҡында ла әйтеп үтә. Быны шулай уҡ Рәсәйҙең тарихи концепцияһы проектын әҙерләүселәр ҙә таный. «Независимая газета»ла яҙылыуынса, ғалимдар араһында берҙәм ҡараш тапмаған һорауҙар өс тиҫтәнән ашыу йыйыла. Әйткәндәй, унда боронғо урыҫ дәүләте барлыҡҡа килеүҙә варягтарҙың ҡатнашлығы хаҡында проблема беренсе булып аталған. Ысынлап та, Рәсәй империяһының иң күп һанлы халҡының (көнсығыш славяндарының) тарихын ысынбарлыҡтан сығып асыҡламағанда, тарихи хәҡиҡәттең аҙым һайын боҙоласағы көн кеүек асыҡ.
Кемдәр һуң ул «көнсығыш славяндары»? З. Вәлидиҙең «Төрк вә татар тарихы» тигән китабында был һорауға бер ни ҡәҙәр яуап бар. Хәҙерге урыҫтарҙың боронғо ата-бабалары, V быуатта Аттила етәкселегендәге төркиҙәрҙең Европаға походынан һуң үҙҙәре төйәк иткән Висла менән Одер йылғалары араһынан ҡубып китеп, Волга һәм Днепр йылғалары башындағы кеше аяғы баҫмаған ҡараңғы урмандарҙа урынлаша. Был сама менән дәүләттең тарҡала башлаған сағына тура килә, ти З. Вәлиди. Атаҡлы тарихсы уларҙы "славяндар" тип атау менән сикләнһә, М. Аджи был ҡәүемдең Европала, мәҫәлән, Византияла венедтар тип аталыуын һәм славяндар атамаһының В. Мономах дәүерендә генә барлыҡҡа килеүен хәтергә төшөрә.
Ә ни өсөн халыҡтың үҙ атамаһы «русский» һуң? Был һорауға ла яуап бар: варягтарҙы ул саҡта «роус» (йөҙөүсе) тип атағанлыҡтан, улар кенәзлек иткән венедтар үҙҙәрен шулай атауға күнегә. Бындай йола урыҫтарҙа әле лә дауам итә. Мәҫәлән, Иванович, Михеевна һәм башҡалар. Боронғо урыҫ дәүләтендә идара итеүсе ҡатламдарҙың венедтарҙан булмауы (варягтар, Алтын Урҙа феодалдары, артабан Балтик буйы халыҡтары һәм башҡалар), хатта крепостнойлыҡта йәшәүе лә ошо фекерҙе раҫлай. Былар барыһы ла империя тормошона үҙ мөһөрөн һуҡҡан. Ниндәй мөһөр? Был һорауға яуап алыу өсөн ХХ быуаттың күренекле философы Н. Бердяевтың (әйткәндәй, уның тамырҙары ла Алтын Урҙаға барып тоташа) «Истоки и смысл русского коммунизма» тигән күләмле хеҙмәте менән танышыу мотлаҡ. Унда, мәҫәлән, урыҫ шағиры Ф. Тютчевтың, "Рәсәйҙе аҡыл менән аңлап булмай, уға ышанырға ғына кәрәк" тигән фекеренә етди һәм, иң мөһиме, нигеҙле аңлатма бар.
Проблемалы өс тиҫтәнән ашыу һорауға шулай уҡ Алтын Урҙа менән мөнәсәбәттәргә, Иван Грозныйҙың Рәсәй тарихындағы әһәмиәтенә, Петр I-нең реформаларына, ХIХ быуат аҙағы – ХХ быуат башында Рәсәйҙең халыҡ-ара сәйәсәтенә, батша монархияһының ҡолауына, большевиктарҙың милли сәйәсәтенә, Икенсе донъя һуғышында Советтар Союзының роленә һәм еңеүҙең ниндәй хаҡҡа төшөүенә, Н. С. Хрущев, Л. И. Брежнев кеүек шәхестәрҙең эшмәкәрлегенә, үҙгәртеп ҡороу осорона, Б. Н. Ельцинға ҡағылышлылары ла бар. Петр I-нең урыҫ тарихындағы әһәмиәтен үтә ҡабартып күрһәтеүселәр шуны күҙ уңынан ысҡындыра: бөйөк урыҫ яҙыусыһы Л. Н. Толстойҙың баһаһына ҡарағанда (ә ул Петрға яҡыныраҡ дәүерҙә йәшәгән), был шәхес ил өсөн бөтмәҫ ғазаптар ғына килтергән, эскесе һәм аҙғын тәбиғәте менән айырылып торған. Петр I-нең урыҫ ир-атын Европаса кейенгән, уларҙың ҡылыҡ-тәртибен ҡабатлаған кешегә әүерелдерергә күп көс һалыуы үҙе үк батшаның туған халҡын яратмауын, хатта ҡабул итә алмауын күрһәтеп тормаймы ни?! Миҫал өсөн, прустар бер ҙә урыҫҡа оҡшарға тырышмаған бит.
Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдин юҡҡа ғына, "һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға бурыслы" тип әйтеп ҡалдырмаған, сөнки сит халыҡ вәкиленең икенсе бер ҡәүем тураһында фекерен теркәгәндә яңылышыуы ихтимал. Бер үк күренештең ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә ҡабул ителеүе тәбиғи. Мәҫәлән, Иван Грозныйҙың 1552 йылда Ҡазан ҡалаһын алыуы урыҫ тарихында «Взятие Казани» тип ябай ғына исем-ҡылым менән атала. Ләкин, З. Вәлидиҙең үрҙә аталған китабында һүрәтләнеүенсә, Ҡазан өсөн һуғыш бер нисә тәүлеккә һуҙылып, бик күп кеше ҡырыла. Ханлыҡты яҡлаусы ир-аттың күбеһе шәһит китә, иҫән ҡалғандарын һуңынан ҡылыс аша үткәрәләр. Был күренеш агрессиянан бер яғы менән дә айырылмай, һәм уны Ҡазанды баҫып алыу тип атау фарыз. Ғөмүмән, урыҫ тарихындағы «Себерҙе үҙләштереү», «Башҡортостанды ҡушыу», «Кавказды буйһондороу», «Урта Азияға үтеп инеү» кеүек төшөнсәләр тарихи хәҡиҡәттән бик йыраҡ, һәм был йәһәттән тарихта уртаҡ, мәҫәлән, нейтраль фекерҙең булыуы ла мөмкин түгел. Башҡорттарҙың бер өлөшө, башлыса көнбайышта йәшәгәндәре, Мәскәү батшалығына үҙ ихтыярын белдереп ҡушылһа, көнсығыш башҡорттары ике быуат самаһы ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткән.
Тарих дәреслектәре буйынса проект концепцияһын ҡарағандан һуң, Дәүләт Думаһының ниндәй ҡарарға килеүе, ысынлап та, йәмәғәтселек өсөн үтә мөһим мәсьәлә. Шуныһы бәхәсһеҙ: Рәсәй халыҡтары өсөн бер юҫыҡтан сығып яҙылған дәреслек (был айырыуса хәрби кампанияларға ҡағыла) ижад итеү — мөмкин булмаған хәл. Бының киреһен йәмғиәттең үҫеш закондарын инҡар иткән кешеләрҙең генә раҫларға маташыуы ихтимал.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН, журналист.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


  1. Рияз
    Рияз от 16.07.2013, 15:38
    Ни өсөн Путин һәм депутаттар тарих дәреслектәренә ҡаныҡтылар әле? Математика, химия, биология дәреслектәре лә беҙҙә бер ҙә һәйбәттән түгел ул. Әйтәйемме, сөнки һәр бер кеше үҙен тарихсы тип тоя, тарих фәненең ни икәнен белмәйенсә. Бигерәк тә дини кешеләр "иң дөрөҫ" тарихсылар беҙҙә!
    Хәҙерге математик һәм физик фәндәрҙәге үҙгәрештәр дәреслектәрҙә бик насар сағыла. Балаларҙы традицион уҡытыу дауам итә. Хатта дини тәғлимәттәр индереп, фәнни эволюцион теорияға уҡытыуҙы тыйырға маташалар. Тарих фәне тураһында әйтерлек тә түгел.

Комментарий өҫтәргә