Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Килешеп хәл итегеҙ

— Өс бүлмәле фатирҙа йәшәйем. Әлеге мәлдә уны, йәғни үҙемдең һәм баламдың исеменә теркәлгән торлаҡ майҙанын, һатам. Милкебеҙ өсөн аҡсаны күсергәстәр, икенсе фатир аласаҡмын (ул табылған). Тик был торлаҡҡа капиталь ремонт талап ителә, уның күпмегә һуҙылыры билдәле түгел, тиҙ генә эшләнмәйәсәге лә аңлашыла. Һорауым шундай: закон буйынса фатирҙы һатҡандан һуң ниндәй ваҡыт эсендә бушатырға тейешмен?
Наҙгөл. Өфө ҡалаһы.

— Был ваҡыт ике яҡтың килешеүе нигеҙендә билдәләнә. Һатып алыусыларығыҙ менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйығыҙ, хәлегеҙҙе аңлатығыҙ. Улар ниндәй ваҡытҡа ризалаша, шунса йәшәп торорһоғоҙ. Әммә бер әйберҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡты ҡулдарына алыу менән яңы хужалар закон нигеҙендә сығып китеүегеҙҙе талап итә ала.

Аҡса кәрәк тә бит...

— Оҙаҡламай ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығам. Әлегә уның күләмен белмәйем, шулай ҙа артыҡ ҙур булмаясағы көн кеүек асыҡ. Яңыраҡ ҡына ғаиләбеҙ күҙ терәп торған ирем вафат булды. Ҡараусымды юғалтыу буйынса пенсияға дәғүә итә аламмы? Уны үҙемдең пенсия менән бергә алып булырмы?
Флүрә. Ғафури районы.

— Ҡараусығыҙҙы юғалтыу сәбәпле хеҙмәт пенсияһына дәғүә итә алаһығыҙ. Бындай хоҡуҡ ирегеҙҙең вафаты мәлендә һеҙгә 55 йәш тулған булһа һәм уның ҡарамағында йәшәгәнегеҙҙе дәлилләһәгеҙ генә бирелә. Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ: ике пенсияға ла хоҡуҡлы граждандарға, пенсионерҙың ихтыярына ҡарап, береһе генә тәғәйенләнә. Тимәк, һеҙ барыбер бер пенсия аласаҡһығыҙ: йә ҡартлыҡ буйынса, йә, уныһынан баш тартып, ҡараусығыҙҙы юғалтыуға бәйле тәғәйенләнгәнен. Ҡануниәттә бер ниндәй ҙә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралмаған.
Шуға күрә һеҙгә ҡайһы пенсияның ҙурыраҡ икәнлеген асыҡлау кәрәк. Был хаҡта мәғлүмәтте Пенсия фонды бүлексәһенән алығыҙ һәм, әгәр ҡараусығыҙҙы юғалтыуға бәйле пенсия ҙурыраҡ булһа, уны билдәләү буйынса ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ.
Пенсия фондына түбәндәге документтарҙы алып барыу кәрәк:
1) паспорт;
2) ҡараусының үлеүе тураһында таныҡлыҡ;
3) вафат булған кешенең хеҙмәт кенәгәһе йәки эш стажын дәлилләүсе документ;
4) вафат булған ҡараусығыҙ менән туғанлығығыҙҙы раҫлаусы документтар.
Ҡайһы бер осраҡта башҡа документтарҙы ла талап итеүҙәре ихтимал.
Бынан тыш, ирегеҙҙең пенсияһының тупланма өлөшөн васыят буйынса алырға хоҡуғығыҙ бар. Уның шарттарын һәм күләмен Пенсия фондының территориаль бүлексәһендә әйтеп бирерҙәр. Был аҡсаны алыу йәки унан баш тартыу өсөн ирегеҙ үлгәндән һуң алты ай ваҡыт эсендә ғариза бирергә кәрәк. Әгәр ярты йылды үткәреп ебәргән булһағыҙ, суд аша уны тергеҙә алаһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә